RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе

09.04.2018 Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе

Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе
Бауырға бик күп көс төшә – тап ошо орган кеше организмын токсиндарҙан таҙартыу өсөн яуап бирә. Йөҙөм һәм уның төнәтмәһен ҡулланыу йөрәк-ҡан тамыр­ҙары һәм бауыр ауырыу­ҙарын иҫкәртеүҙең бик яҡшы сараһы булып тора.

Табиптар элек-электән иртәнсәк бер ус йөҙөм ашарға ҡуша. Уның йөрәккә файҙаһы ҙур, организмды насар холестериндан таҙарта, триглицеридтар кимәлен кәметә һәм эс ҡатыуҙан арынырға ярҙам итә.
Йөҙөмдө һыуҙа бешереп төнәтмә әҙерләгәндә, организм өсөн файҙаһы тағы ла күберәк. Был осраҡта кипкән емештәге шәкәр иҫәбе кәмей. Йөҙөм төнәтмәһе ҡанды таҙартыуҙа ҡатнашыусы биохимик процестарға көслө йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә ҡанды токсиндар­ҙан арындыра.
Төнәтмәне әҙерләү өсөн 2 стакан һыу һәм 150 г йөҙөм кәрәк. Емештең сифатлыһын һайлап алыр­ға тырышығыҙ. Тышы ялтырап торғанына ҡыҙыҡмағыҙ. Ул ҡарараҡ һәм тәбиғи төҫтә булырға тейеш. Үтә ҡаты ла, йомшаҡ та түгел, иң мөһиме ул таҙа һәм бөтөн булһын.
Кәстрүлгә ике стакан һыуҙы ҡойоп утҡа ҡуйырға. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, яҡшы итеп йыуылған йөҙөмдө һалып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан уны төнө буйы төнәтергә.
Иртәгәһенә иртәнсәк был шифалы һыуҙы һөҙөп алып, саҡ ҡына йылыта биреп ас ҡарынға эсергә. Төнәтмәне эскәндән һуң 30 – 35 минуттан һуң ғына иртәнге сәй эсергә мөмкин.
Айына бер тапҡыр булһа ла дүрт көн буйына йөҙөм төнәтмәһен эсеү бауырҙың эшмәкәрлеген көйләп, уның төп функцияларын тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ аш эшкәртеүҙе лә яҡшырта.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…