RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҫылташтарҙың шифалы көсө

08.04.2018 Аҫылташтарҙың шифалы көсө

Аҫылташтарҙың шифалы көсө
Таштар менән дауалау тәжрибәһе борон-борондан килә. Иван Грозный аҫылташтарҙың белгесе һәм баһалаусыһы булып һаналған. Батшаның яратҡан ташы зәңгәр яҡут (сапфир) булған. Уның фекеренсә, был таш күҙҙең нурын көсәйтә, мускулдарҙы нығыта, йөрәккә көс өҫтәй, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай.
Таштарҙың шифалы үҙенсәлектәре Иван Грозный заманына тиклем дә билдәле булған. Боронғо ғәрәп философы Аристотель үҙенең өйрәнгәндәрен хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған. Уның дуҫы һәм уҡыу­сыһы Теофраст медицинала таштар­ҙы файҙаланыу буйынса оҙаҡ йылдар алып барылған күҙәтеүҙәрҙе бер системаға һалған.
Боронғо Рим табибы Диоскорид ул ваҡытта билдәле булған үләндәр­ҙең, таштарҙың дауалау үҙенсәлектәренә арналған биш томлыҡ хеҙмәт яҙған.
Зәңгәр яҡут, гәрәбә, йәшмә таштарын файҙаланып, дарыу онтағы әҙерләү рецептары Краков музейында һаҡлана. Уларҙың авторы – бөйөк поляк астрономы Николай Коперник.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина көсәйгәс, таштар менән дауалау тәжрибәһе бер аҙ онотолоп тора. XX быуаттың икенсе яртыһына тиклем литотерапия дауалауҙың бик һирәк ҡулланылған ысулдарына ҡарай. Әле иһә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта.

Аҡыҡ (опал)
Был таштың исеме “опалус” тигән латин һүҙенән килеп сыҡҡан, “күҙ яуын алыусы” тигән мәғәнә бирә. Уның төрлө төҫө бар: үтә күренмәле, аҡ, сағыу ҡыҙыл ҡатыш һары, уртаһы ҡыҙыл, ә ситенән йәшел төҫ уратып алғаны. Аҡыҡ – бик нескә таш. Ул эҫенән һәм ҡоронан ҡурҡа. Бындай шарттарҙа бөтә матурлығын юғалтып, юҡҡа сыға. Ә һыуға һалһаң, күпмелер ваҡыттан һуң яңынан терелеп китеүе ихтимал.
Асыҡланыуынса, аҡыҡ күҙгә, гипофиз (баш мейеһендә урынлашҡан эске секреция биҙе) функцияһына ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты яҡшырта, көс бирә, йәшәү дәрте, ыңғай энергия өҫтәй, тирә-яҡ мөхиттең насар йоғонтоһонан һаҡлай.

Жадеит
Ул төҫөнөң төрлөлөгө менән хайран итә: аҡ, ҡара, буҙ, алһыу, ҡыҙыл, зәңгәр, шулай уҡ йәшел төҫтөң дә төрлөһөн үҙ эсенә ала. Электән үк уны “бөйөр ташы” тип йөрөткәндәр. Литотерапевтар фекеренсә, ул бөйөр эшмәкәрлеген көйләй. Бынан тыш, ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Нервы системаһы ҡаҡшаған, ашҡаҙан һутының әселеге юғары булған кешеләргә лә ошо ташты тағыр­ға кәңәш ителә. Жадеит тынысландыра, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә, бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлай тигән инаныу ҙа бар. Боронғо кешеләр һунарға сыҡҡанда мотлаҡ уны үҙҙәре менән алған.

Яҡут (топаз)
Төҫөнөң төрлөлөгө буйынса жадеиттан ҡалышмай. Күкһел, зәңгәр, алһыу, ҡыҙғылт-күк, йәшелле-күкле һәм башҡа төҫтәре бар. Оҙаҡ ҡояшта ятһа, яҡут үҙенең матурлығын һәм төҫөн юғалта. Тик зәңгәр төҫкә генә ҡояш нурының ҡурҡынысы юҡ.
Был аҫылташты артрит, артроз, полиартрит кеүек быуындар ауырыуын дауалауҙа уңышлы файҙаланалар. Шулай уҡ гормональ үҙгәрештәр булғанда, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм ҡалҡан биҙе ауырыуҙарынан да ҡулланырға кәңәш итәләр. Яҡут иммунитетты нығыта, күп кенә органдың, атап әйткәндә, бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта.

Йәшмә
Был минерал иҫ киткес дауалау үҙенсәлектәренә эйә. Ҡыҙыл йәшмәнең бөтә төрө лә эске ҡан ағымын туҡтата, ти табиптар. Шуға күрә лә уны ҡанһырап торған ашҡаҙан сей яраһы, гастрит менән ауырыусыларға тәҡдим итәләр. Авиценна ашҡаҙан сирҙәре менән интегеүселәргә уны ҡорһаҡ тәңгәленә тағып йөрөтөргә кәңәш иткән. Был таштың шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарын дауалау көсөнә эйә булыуы билдәле.
Һоро йәшмә арығанлыҡтан, хәлһеҙлектән, стрестарҙан арынырға ярҙам итә. Гематит йәшмәнең анемиянан файҙаһы булыуы, гемоглобинды күтәрергә булышлыҡ итеүе асыҡланған.

Һәр ауырыуҙың – үҙ ташы

Башҡа таштарға килгәндә, аритмиянан, тахикардиянан – авантюрин, йөрәк ревматизмынан – малахит, йөрәк невроздарынан флюорит ярҙам итә. Инфаркттан һуң алһыу кварц тағыу файҙалы. Мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыу, ҡан тамырҙарының һығылмалылығын тәьмин итеү өсөн магнезит, хаулит, агат, оникс, карнеолды файҙаланалар.
Лазурит менән содалит ҡан баҫымын төшөрә, баш әйләнеүенән, шешенеүҙән арындыра.
Аҡыҡ, тау гәлсәре, боҙло кварц, риолит мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, хәтерҙе яҡшырта, инсульттан һуң телмәрҙе тергеҙергә ярҙам итә.
Ҡан тамырҙары тромбозынан һәм тамыр­ҙарҙың варикоз киңәйеүенән бөркөт күҙе тигән таштың файҙаһы бар, тиҙәр. Ә гелиотроп шештәрҙе, тромбтарҙы һурып ала, ҡан әйләнешен яҡшырта.
Тын алыу органдары сирләгәндә үгеҙ күҙе, юлбарыҫ күҙе, малахит, лазурит, карнеол кеүек аҫылташтар ауырыуҙың хәлен бер аҙ еңеләйтә.
Ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеге боҙол­ғанда йәшмә, бесәй күҙе, ҡара, аҡ һәм һоро обсидан, малахит, лазурит, содалит ярҙам итә. Үт ҡыуығы һәм үт юлдары ялҡын­һынғанда – леопард йәшмәһе, яҡут. Малахит бауырҙағы елһенеү процестарын кәметә, карнеол ашҡаҙанды йомшарта, гелиотроп талаҡ эшмәкәрлеген нормаға килтерә.
Пиелонефриттан гәлсәр, боҙло кварц, йәшел флюорит, яҡут, нефрит, жадеиттың ярҙамы тейә, хроник панкреатиттан – бесәй күҙе, родонит, яҡут, ай ташы, шәкәр диабетынан – цитрин, карнеол, аҡ һәм алһыу флюорит.
Таштар гинекологияла ла ҡулланыла. Хризолит, лазурит, обсидиан, гелиотроп түллек ҡушылмалары ялҡынһынғанда ярҙам итә. Күрем циклы боҙолғанда ай ташы һәм яҡут ярҙамға килә.
Әйткәндәй, минералдар тирә-яҡ мөхитте сәләмәтләндереүгә лә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, тау гәлсәре, боҙло кварц һәм малахит радиоактив нурҙарҙы йотоуға һәләтле. Шунлыҡтан уларҙы рентген бүлмәләрендә, атом станцияларында, лабораторияларҙа тотоу файҙалы.
Саҡматаш та (кремень) зарарһыҙландырыу үҙенсәлегенә эйә. Ошо минералды һыуға һалғанда, ундағы зарарлы микроорганизмдар үҫешмәйәсәк. Уның аша үткәрелгән һыуҙың шифалы үҙенсәлектәргә эйә булыуы асыҡланған.
Литотерапевтар фекеренсә, бөтә минералдар ҙа ыңғай энергия бүлеп сығара. Шунлыҡтан улар матурлыҡ ҡына бүләк итеп ҡалмай, ә һәр беребеҙгә ыңғай йоғонтоһо ла бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…