28.12.2010 Бала табыу йортонда – Яңы йыл
Яңы йыл мажараларға бай була. Байрамды шул тиклем ашҡынып, түҙемһеҙләнеп көтәһең. Беҙҙең ғаиләлә элек-электән Яңы йылды донъяны рәткә килтереп, керҙәрҙе йыуып, мул итеп табын әҙерләп ҡаршы алыу ғәҙәте бар. 2007 йылды ҡаршы алғанда өсөнсөгә бәпәй көткән ҡатыным менән бар эштәрҙе теүәлләп, өҫтәл артына ултырырға әҙерләнеп йөрөгән көнөбөҙ. ҡатын өсөнсөгә йөккә уҙғас, бер аҙ, нисек кенә табырмын да, нисек кенә үҫтерербеҙ инде, тип эсе бошоп алғайны. Тик хөкүмәт 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалар өсөн «Әсәлек капиталы» бирәсәк, имеш, тигәнде ишеткәс, хатта шатланып уҡ ҡуйҙы. Бала иҫәпләү буйынса ғинуар башында тыуырға тейеш. Тик ҡатын ғына борсола. Декабрь башланыу менән туҡтауһыҙ көн һанай башланы. Шулай борсола-борсола 31-ен көтөп алды. Мин эстән генә, әһә, былай булғас, дәүләт аҡсаһына беҙ ҙә өмөт итә алабыҙ, тип уйлап ҡуйҙым.
Ни ғәләмәт! Бер заман рәхәтләнеп телевизор ҡарап ултырған ҡатыным ауырый башламаһынмы?! Бөттө йөрәк. Китте Яңы йыл ҡайғыһы. Аптырамаҫ та инем, кейен, бала табыу йортона алып барып ташлайым, тиһәм, юҡ, тип сат йәбешә лә ҡуя. Кәләшең өҙгөләнгәндә аҡса ҡайғыһымы?! Телефонды саҡ тартып алып, «тиҙ ярҙам» машинаһы саҡырттым. Оҙаҡ ҡына яуап булмағас, ҡурҡышымдан, исмаһам, былары тиҙ генә килә һалһа ярар ине, тип хәүефләнәм. Ярай тиҙ арала килеп еттеләр. ҡатынды кейендереп, табынды ҡалдырып, дауаханаға юлландыҡ. Сәғәт ун бер тулып килә. ҡатынды шунда уҡ бала табыу өҫтәленә алып киттеләр. Мин көтәм. Япа-яңғыҙым бала табыу йортоноң ҡабул итеү бүлмәһендә баҫып торам. ҡыуып сығарырға уйлаған кеше лә юҡ. Медицина персоналдарының барыһы ла Яңы йыл ҡаршы алырға йүгерешкән кеүек тойола. Яңы йыл икәне лә онотолдо. Былар минең ҡатынды ғына онотоп ҡуймаһын, тип ҡурҡам. Яңы йыл сәғәте һуҡҡанын белмәҫ тә инем әле, бер шәфҡәт туташы килеп, ҡотлайбыҙ, һеҙҙең улығыҙ тыуҙы, тип еңемдән тартмаһа... Ике ҡыҙҙан һуң малай тыуҙы! Шатланғанды, түбәм күккә тейгәнде күрһәгеҙ! Бала тыуыу шатлығын кисереү теләһә ниндәй байрамдан да ғәзизерәк, ҡәҙерлерәк шул. ҡыуанысымдан бер аҙ айнығандай булып, телефондың сәғәтенә күҙ һалам. Ун ике тулып ун минут үткән. ҡайҙа ти инде ул был ваҡытта «Әсәлек капиталы» тураһында уйлау. Хет, миңә тимәһәләр, «Аталыҡ капиталы» бирһендәр! Бала менән әсәһе имен-һау булһа, шул еткән. ҡыҙыҡ булһа, яҙайым, «Әсәлек капиталы» эләкмәне беҙгә, бәпесебеҙ ун ике тула биш минут тигәндә тыуған. Уның ҡарауы, баһадирҙай улыбыҙ үҫеп килә. Бына шулай, 2007 йылды байрамса ҡаршы ала алманым. Әммә бер ҙә үкенмәнем. Күптән көткән улым тыуҙы бит!
Ғәзиз ВАХИТОВ.
Сибай ҡалаһы.