26.03.2018 Тәҙрә төбөндәге дарыу Каланхоэ
Күптәр үҙҙәренең йортонда был гөлдө үҫтерергә тырыша. Шифалы үҙенсәлектәре өсөн уны “йорт женьшены” тип йөрөтәләр. Ысынлап та, ул бик яҡшы дауалаусы. Сөнки тымауҙан, тән янғандан ярҙам итә, киҙеү эпидемияһында ла файҙаһы тейәсәк, оҙаҡ төҙәлмәгән яраларҙы дауалау өсөн дә кәрәк буласаҡ.
Уның составында флавоноидтар, катехиндар, ферменттар, дубиль матдәләр, полисахаридтар, лимон, һеркә, ҡуҙғалаҡ кислоталары, С һәм РР витаминдары, шулай уҡ магний, кальций, кремний, марганец кеүек минераль матдәләр бар.
Каланхоэны хирург-үҫемлек тә тип йөрөтәләр. Уның һабағының һәм япраҡтарының һуты ялҡынһыныуға, бактерияларға ҡаршы ҡулланыла, янған урынды, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә. Йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн, һутына манып алынған марляны ауыртҡан урынға ябалар.
Һутты өй шарттарында ла әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн гөлдөң япраҡтарын йыуып, ит үткәргес аша үткәрәһең һәм бер нисә ҡат марля аша һығып алаһың. Әҙер һутты таҙа һауытҡа ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға.
Гөлдөң һутынан әҙерләнгән препараттар тире ауырыуҙарын, үтә тишекле яраны дауалау өсөн ҡулланыла, шулай уҡ хроник тонзиллит, урта ҡолаҡ ялҡынһынғанда, балаятҡы муйынтығы эрозияһы булғанда биостимулятор сифатында файҙаланыла.
Хроник тонзиллит, гайморит, стоматит, гингивит, пародонтоздан, шулай уҡ күҙ ялҡынһынып ауыртҡанда һутын ипләп кенә ауыртҡан урынға һибергә була, йә булмаһа, гөлдөң һуты һеңдерелгән япманы ябалар.
Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән каланхоэның спиртлы төнәтмәһе бик һөҙөмтәле. Ул түбәндәгесә әҙерләнә. Ярты литрлыҡ шешәнең яртыһына тиклем йыуылған, киптерелгән һәм ваҡланған япраҡтарын һалып, өҫтөнә спирт йә араҡы ҡойорға һәм ҡараңғы урынға төнәтергә ҡуйырға. Уны ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға кәрәк. Бер аҙнанан һуң төнәтмәне һөҙөп алып, аяҡтарға һөртөргә мөмкин. Әйткәндәй, быны табандан башлап өҫкә ҡарай эшләргә кәңәш ителә. Аяҡтың һыҙлап ауыртыуы тиҙ үк үтер. Күгәреп торған тамырҙар селтәрен бөтөрөү өсөн, был процедураны ике ай буйы көн һайын ҡабатларға кәрәк.