22.03.2018 Йоҡоғоҙ тәмле булһын!
Һуңғы осорҙа бер проблема борсой башланы. Ятып, ойоп ҡына йоҡоға тала башлаһам, үҙемде ҡайҙалыр ҡолап төшкән һымаҡ тойоп, тертләп уянам. Шул мәлдә йөрәк дарҫлап тибә, ҡалтырата. Миндә йөрәк ауырыуы юҡ. Был хәл ни өсөн барлыҡҡа килә икән, унан нисек ҡотолорға мөмкин?
Радмир Ш.
Өфө ҡалаһы.
Һеҙ һүрәтләгән хәл-торош ололарҙа ла, балаларҙа ла булырға мөмкин. Тик был күренештән ҡурҡырға ярамай, шулай ҙа ул бик һәйбәт тә түгел. Унан нисек арынырға? Иң тәүҙә сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Һеҙ йоҡларға ятҡанһығыҙ, ә мейегеҙҙең ҙур ярымшарҙары һаман да тынысланып бөтмәгән булыуы мөмкин. Башығыҙ көндөҙгө проблемалар тураһындағы уйҙар менән тулған, йыш тын алһағыҙ, тимәк, организм тынысланып, йоҡоға тала алмаған, тигән һүҙ. Шуларҙы иғтибарға алып, йоҡоға дөрөҫ әҙерләнеү буйынса саралар күрергә тейешһегеҙ.
Йоҡлар алдынан бәхәскә инмәгеҙ, телевизорҙан эмоциональ тапшырыуҙарҙы ҡарамағыҙ. Бер ҡасан да кискелеккә көсөргәнешле аҡыл эшмәкәрлеге талап ителгән эштәрҙе планлаштырмағыҙ. Киреһенсә, күңелле хәтирәләргә сумығыҙ, медитация менән шөғөлләнегеҙ, тын алышты көйләүсе күнекмәләр эшләгеҙ.
Ауыр физик эштәрҙе кискә ҡалдырмағыҙ, ятыр алдынан күп ашамаҫҡа тырышығыҙ. Яй ғына саф һауала йөрөп килеү, унан һуң йылымыс һыу менән ҡойоноу һеҙҙең өсөн файҙаға ғына булыр.
Дөрөҫ туҡланыу хаҡында онотмағыҙ. Рационығыҙҙа кальций һәм магний балансы һаҡланырға тейеш, шулай уҡ калийҙың әҙ булыуы мускулдарҙың гипертонусына килтереүе мөмкин.
Әгәр инде был кәңәштәр ярҙам итмәһә, һаман да төндә йыш уянһағыҙ, ә көндөҙ даими рәүештә тәнегеҙ тартышһа, неврологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.