RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иремде нисек кире ҡайтарырға?

21.02.2018 Иремде нисек кире ҡайтарырға?

Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Ирем менән айырылышҡанбыҙ, тик һаман да үҙен яратам. Ул – беренсе мөхәббәтем, биш йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешкәйнек. Яҡшы ғына йәшәп китһәк тә, бер йылдан ғаиләбеҙ тарҡалды. Йыл ярымдан һуң йәнә бергә йәшәй башланыҡ. Тик өс айҙан арабыҙ боҙолдо һәм айырылыштыҡ. Хәҙер инде яңылышҡанымды аңланым. Юҡ-барға ғауға ҡуптарып йөрөгәнбеҙ икән. Бер-беребеҙҙән нимәлер талап итеп, янъял сығарыуҙар хәҙер миңә сүп һымаҡ ҡына тойола. Бәлки, аҡыл шулай һуңлап киләлер...
Әлеге мәлдә тик уның менән бергә булыр­ға теләүемде яҡшы аңланым. Ул да мине ярата, бергә йәшәргә теләй, тик элекке хәл тағы ҡабатланыр, тип ҡурҡа. Хистәрҙе һынар өсөн дүрт ай осрашайыҡ та, унан ҡарарбыҙ, тигән шарт ҡуя. Ә миңә дүрт ай бик оҙаҡ һымаҡ тойола, әгәр кире ҡайтмай ҡуйһа? Нисек уның ышанысын яуларға?
Розалия, 27 йәш.

Беренсе сиратта, элекке ирегеҙ менән ни сәбәптәр арҡаһында оҙаҡ бергә йәшәй алмауығыҙҙы асыҡларға кәрәк. Тәүҙә бер йыл, һуңынан бары өс ай бер-берегеҙгә түҙә алған­һығыҙ. Артабан һеҙҙең күпме ваҡыт бергә йәшәй алыуығыҙҙы бер кем дә әйтә алмай. Һеҙ әлеге ваҡытта иреш-талаштың сәбәбе ирегеҙгә ҡарата булған хаҡһыҙ дәғүә-талаптарығыҙ тип иҫәпләйһегеҙ. Ә бәлки, улай түгелдер. Һеҙҙең ғаилә тормошона, ғөмүмән, көнкүрешкә ҡараштарығыҙ төрлөсә булыуы ла мөмкин бит. Айырылышыуығыҙҙың төп сәбәптәрен асыҡламай тороп, артабан бергә йәшәп китә алыуығыҙ икеле.
Ни өсөн һеҙгә дүрт ай оҙаҡ һымаҡ тойола? Минең уйлауымса, хистәрҙе һынар өсөн шарт итеп ваҡыт ҡуйыу урынһыҙ. Яратҡан йөрәктәр бөгөн үк бергә булырға теләй йәки бөтөнләй теләмәй. Ҡарарҙарҙы еңел ҡабул итеүегеҙ ғәжәпләндерә. Тиҙ генә айырылыш­ҡанһығыҙ, хәҙер килеп, анһат ҡына бергә йәшәй башламаҡсыһығыҙ. Ныҡлап уйлап ҡарамайынса, ашығыс рәүештә хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға тырышаһығыҙ. Бер үк тырмаға ҡат-ҡат баҫҡығыҙ килмәһә, иң алда яратҡан кешегеҙ менән арағыҙҙы тикшерегеҙ. Үҙегеҙҙе лә, уны ла алдамағыҙ, ни өсөн һеҙҙең арала иреш-талаш ҡупҡанын асыҡлағыҙ. Бер-берегеҙгә буш вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Бөтә һорауҙарға теүәллек индереп үтергә кәрәк: ғаилә бюджетымы, бергә ял ваҡытын үткәреүме, дуҫ-иштәр менән осрашыуҙармы, туғандар менән мөнәсәбәтме һәм башҡаларын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Ни өсөн арағыҙҙа сетерекле бәхәс тыуғанын асыҡлап, уны хәл итеү юлдарын бергәләп табырға кәрәк. Шул саҡта ғына киләсәктә бергә булыуығыҙға өмөт барлыҡҡа киләсәк. Уңыштар һеҙгә!

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…