RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ

07.02.2018 Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ

Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ
Депрессия – ауыр, ҡурҡыныс һәм хәлде алыусы сир. Өҫтәүенә, сирле кеше менән бергә уның яҡындары ла интегә, сөнки уның менән аралашыу ауырлаша. Бынан тыш, депрессия башҡа ауырыуҙарҙың да көсәйеүенә килтерә. Белгестәр күҙаллауынса, 2020 йылда был психик сир донъяла йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан ҡала икенсе урынды биләйәсәк. Был фаразға ышанғы килмәй, әлбиттә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдар­ҙа ул ысынлап та киң тарала башланы. Йылдан-йыл төрҙәре лә арта бара.

Ауырыу нисек беленә?
Иң төп сағылышы – күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, ҡыуаныу һәләтен юғалтыу, донъяға “ҡара күҙлек аша ҡарау”. Һәр кемдең дә кәйефе төшә, әммә һау-сәләмәт кешелә ул ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатлана, ә депрессиялағы кеше даими рәүештә ошо хәлдә була. Әүҙемлеге юғала, фекерләүе тотҡарлана, ғөмүмән, тотош холоҡ-ҡылығында һәм хәрәкәттәрендә ниндәйҙер яйлылыҡ барлыҡҡа килә. Кеше көн дә эшкә йөрөргә мөмкин, әммә иң матур ҡояшлы көн дә уға бер ниндәй ҙә ҡыуаныс килтермәй. Үҙ-үҙенә йомолоп, күңелһеҙлеккә бирелеп барыусан. Уға агрессия хас түгел, ҡыҙып та бармай, әммә бөтә нәмәлә үҙен ғәйепләүҙән ныҡ ҡына көйәләнеп китеүе бар. Ғәҙәттә, сирле кеше үҙенең ғәҙәти шөғөлөн ташламай, тик уның барыһын да теләр-теләмәҫ кенә башҡара. Аппетиты юғалыуы бар.

Депрессия нимәнән башлана?
Сәбәбе төрлө булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ниндәйҙер ауырыуҙың депрессияға килтереүе мөмкин. Шулай уҡ яҡын кешеңде юғалтыу кеүек етди психологик яра ла уға сәбәпсе була. Ҡайһы берәүҙәрҙә был ауырыу нәҫелдән килә. Әммә атаһы йә әсәһе ауырыған икән, мотлаҡ балаһы ла депрессия кисерәсәк тигән һүҙ түгел.
Эштәге проблемалар ҙа был етди сиргә этәргес була. Айырыуса эш ауыр һәм күберәк кире хис-тойғоларға бәйле булһа. Бындай хәлдәр бик йыш осрай. Шулай уҡ эштә үтә ныҡ арыу ҙа депрессияға килтерә.

Ябай хәсрәтләнеү, күңелһеҙләнеү менән депрессияны нисек айырырға?
Тормошта төрлө хәл осрай. Һәр кемдең кәйефһеҙ сағы, күңелһеҙлеккә бирелгән мәле була. Әммә уның етди ауырыуға әүерелеүен нисек асыҡларға?
Юғалтыуҙы һәр кем ауыр кисерә. Бер нәмә ҡыуандырмай, яҡын кеше күҙ алдынан китмәй, күңелдә үкенес менән бергә һағыш тойғоһо ғына, донъяның бер ҡыҙығы ҡалмай кеүек. Күпмелер ваҡыттан һуң ғына һау-сәләмәт кеше әкренләп был хәлдән сыға һәм тормошо һәүетемсә дауам итә. Ә инде бер нисә айҙан йәиһә бер йылдан һуң да ул ошо хис-тойғоларҙан арына алмай, тормоштан йәм тапмай икән, тимәк, хәүефләнергә урын бар. Әммә сирле кеше үҙе лә, яҡындары ла уның ауырыумы әллә ваҡытлыса ғына булған күренешме икәнлеген асыҡлай алмаясаҡ. Был табиптың ғына ҡулынан килә.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта депрессияның башҡа сир артына йәшеренеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, кешенең йөрәге ауырта башлай. Ул кардиологҡа күренә һәм табип тәғәйенләгән дауалау курсын үтә. Әммә йөрәк ауыртыуы бөтмәй. Йә булмаһа түҙеп торғоһоҙ итеп эсе ауырта. “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға тура килә. Табиптар төрлөсә тикшереү үткәреп ҡарай, ләкин ашҡаҙан-эсәк трактында бер ниндәй ҙә сир тапмай. Һөҙөмтәлә улар диагноз ҡуя алмай. Ауырыу кешегә невропатологка барып эләккәнсе бына шулай төрлө белгес аша үтергә тура килә. Ул ғына депрессияны күҙаллап, психиатрға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итер. Табип иһә был осраҡта депрессияға ҡаршы махсус препараттар тәғәйенләй һәм күпмелер ваҡыттан һуң йөрәктәге, эстәге йәки башҡа урындағы ауыртыуҙар ҙа юҡҡа сығыр.

Нисек һаҡланырға?
Бөгөнгө ҡатмарлы заманда стрес­тан һәм нервы көсөргәнешенән нисек һаҡланырға?
Иң беренсе сиратта, белгестәр тормош ауырлыҡтарына ҡаршы торорға өйрәнергә кәңәш итә. Ауыр мәлдәрҙә үҙҙәрендә йәшәү көсө тапҡан инвалидтарҙың, спорт­сылар­ҙың һәм башҡа геройҙарҙың миҫалын күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был рух ныҡлығы, ихтыяр көсө, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләргә ярҙам итер.
Ауыр эмоциональ көсөргәнештән сыға алмаған осраҡта психиатрға мөрәжәғәт итеүҙән тартынырға ярамай. Табипҡа ни тиклем иртәрәк күренһәң, дауаланыуҙың һөҙөмтәһе лә шул тиклем яҡшыраҡ. Хатта дауаханаға барыуҙан да ҡурҡырға кәрәкмәй. Юғиһә, беҙҙә психо-неврологик диспансерҙар хаҡында төрлө фекер йөрөй. Киреһенсә, яҡындары сирлене дауаханаға ятып курс үтергә өгөтләргә тейеш. Сөнки табип күҙәтеүе аҫтында медицина ярҙамы алыуҙың ыңғай йоғонтоһо күпкә көслөрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…