28.12.2017 Яман сирҙе еңгән йәш әсә
Өмөт, ышаныс, яҡындарҙың мөхәббәте һәм табиптар бер юлы ике кешегә ғүмер бүләк итә
Ауырыу кешенән һорап килмәй. Ғәйрәтле, йәшәү һуты тулышып торғандар ҙа аяҡтан йығыла. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Екатерина Догадкина ике йыл ярым элек, әсә булырға йыйынғанында, яман шеш аурыуына дусар була. Уға тән һәм йән һыҙланыуҙарын күп татырға тура килә. Ә бөгөн 29 йәшлек әсә сәләмәт, баһадирҙай ул үҫтерә.
– 2015 йылдың феврале башында мине йүтәл йонсота башланы. Әлбиттә, һалҡын алдырғанмын, тип уйланым. Көндән-көн нығыраҡ йүткерәм, хатта ята ла, йоҡлай ҙа алмай инем. Шунан шешенә башланым, битем, муйыным шешеп китте, артабан ул түшкә төштө. Йөклөләр өсөн был ғәҙәти хәл, тип ҡабул иттем. Нимәһе ҡыҙыҡ – этем ауырыуҙы һиҙҙе. Ул мөлдөрәп кенә күҙемә ҡарай ҙа, тәпәйен тап шеш урынына һала. Ун көн самаһы шулай яфаланғас, терапевҡа юлландым. Мине көнө буйы кабинеттан-кабинетҡа йөрөттөләр. Тәүҙә, аллергия, тинеләр, МРТ үткәс, күкрәк ситлегендә шеш барлығы асыҡланды, – тип, ҡара көндәрен хәтерләне Екатерина Догадкина.
Артабан уны Өфөнөң алтынсы дауаханаһының торакаль (күкрәк ситлеге – авт.) хирургия бүлегенә ебәрәләр. Ике аҙна барған тикшереүҙән һуң йәш ҡатынға лимфома, йәғни яман шеш диагнозы ҡуйыла. Ул бик ваҡытлы ҡуйылған, ләкин алда ҙур мәсьәлә: дүрт айлыҡ ауыры булған ҡатынды дауалар алдынан абортҡа ебәрергә кәрәк.
– Бәпестән ҡотолоу уйы башҡа инеп тә сыҡманы. Икенсе юлдарҙы эҙләй башланыҡ. Өфө табиптары консилиум үткәрҙе лә Мәскәүҙәге Блохин исемендәге Рәсәй онкология ғилми үҙәге һәм Кулаков исемендәге гинекология һәм перинатология федераль ғилми үҙәге табиптары күҙәтеүенә ебәрҙе, – ти Екатерина.
Бәпескә йәшәүгә хоҡуҡ биргән һәм ҡатынға сирҙе еңергә ярҙам иткән махсус дауалау курсы башлана. Ул ауырлы килеш дүрт курс химия терапияһы үтә. Ҡыуанысҡа, йөклөлөк яҡшы бара, ҡарындағы бала һәйбәт үҫешә, уға бер ниндәй ҙә зыян теймәй. Ә июндә һап-һау малай донъяға килә! Сабыйҙы Апгар шкалаһы буйынса 9 балл менән баһалайҙар (яңы тыуған бала сәләмәтлеген ун баллыҡ система менән баһалайҙар. 9 балл, тимәк, бик яҡшы.) Уға Богдан исемен ҡушалар. Мәғәнәһе – Алла тарафынан бирелгән. Рәсәй медицинаһы тарихында тәүге тапҡыр онкологик сирле ҡатын-ҡыҙ тәбиғи юл менән бала таба.
Артабан тормош өсөн икеләтә көс менән көрәш дауам итә. Ә 2015 йылдың октябрендә ҡыуаныслы яңылыҡ – Екатерина яман шеште тулыһынса еңә! Ниһайәт, йәш әсә дүрт айлыҡ сабыйы менән Өфөгә ҡайта.
Мөғжизәгә ышанаһыңмы, тигән һорау биргәс, Екатерина бер килке өндәшмәй торҙо ла:
– Беләһеңме, мөғжизәне кеше үҙе тыуҙыра бит. Йөрәктә яҡшыға өмөт булһа, тормошто яратһаң, ана шул саҡта мөғжизәләр булалыр ул, – тине. – Диагнозымды белеп, күңелем төшкән саҡта абруйлы табип-гематолог Булат Бакиров: “Әгәр ҙә һауығыуыңа ысын күңелдән инанһаң, һин илле процентҡа сирҙе еңдең, тигән һүҙ. Ә башҡаһын табиптарға ҡалдыр, ышан уларға”, – тигәйне. Шунан һуң, мотлаҡ йәшәргә тейешмен, тигән уйҙар барлыҡҡа килде, башҡаса танауымды төшөрмәнем. Табиптар көслө, уларҙың әйткәндәрен теүәл үтәргә кәрәк. Был сир хәҙер уңышлы дауалана, бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй.
Ҡара уйлы әҙәмдәр кеше хәсрәтендә байырға тырыша. Екатеринаға ла, имеш, тап ошо дарыу (дауалау ысулы һ.б.) арҡаһында йүнәләсәкһең, һатып ал, тип үҙ “ярҙам”ын тағыусылар күп була. Хатта кемдәрҙер уның исеменән халыҡтан аҡса йыйыу ойоштора. Ләкин ҡатынға уларҙан бер тин дә барып етмәй.
Ҡайғы – тоғролоҡҡа ҙур һынау. Ашап-эсеп кәйеф-сафа ҡорғанда барыһы ла ал да гөл кеүек. Тап мохтаж саҡта кешенең ысын йөҙө асыла. “Яҡындарыма, бигерәк тә ирем Романға ныҡ рәхмәтлемен. Сир хаҡында билдәле булғас та ул эшенән китте, һәр саҡ янымда булды. Туғандар һәм дуҫтар аҡсалата ярҙам күрһәтте”, – ти ҡатын.
Бөгөн Екатерина әүҙем тормош менән йәшәй. Ғаиләһе менән йыш ҡына сәйәхәт итә, тәбиғәт ҡосағында күп ваҡыт уҙғара. Һәр көнгә шатлана, шөкөр итә ул. Богдан – ҡурҡыу белмәгән тиктормаҫ малай. Прививка эшләгәндә лә, бармағынан ҡан алғанда ла иламай. Көн дә яңы һөнәрҙәре менән ата-әсәһен ҡыуандыра. Тормошоң хәҙер ныҡ үҙгәрҙеме, тигән һорауға: “Дөйөм алғанда, барыһы ла элеккесә ҡалды. Ауырыуҙан алда үҙем өсөн ҡурҡыу тойғоһо юҡ ине, хәҙер, әсә булғанғамы, сабыйым әсәйһеҙ ҡалып ҡуймаһын, тигәнерәк уйҙар була ҡайһы саҡта. Эйе, йәшәргә тейешмен, балаҡайым әсә һөйөүен татып үҫһен”, – тип йылмайҙы ул.
Догадкиндар ғаиләһе киләсәккә матур хыялдар ҡора, тағы ла бер бәпес алып ҡайтырға уйлайҙар. Үткәндәр яман төш кеүек артта ҡалһын, алда гел ҡояшлы көндәр торһон!
Гүзәл БИКМӘТОВА.