21.12.2017 Юҡ-барға ҡыҙам да китәм...
Кешеләр менән уртаҡ тел табыуы, аралашыуы ауыр. Сәбәбе: юҡ-барға тиҙ генә үпкәләп, асыуланып барам, үҙемде тупаҫ тотам. Мәҫәлән, аяғыма яңылыш баҫһалар ҙа, урынһыҙыраҡ шаяртһалар ҙа, ҡыҙам да китәм. Ситтән ҡарағанда, был бик йәмһеҙ күренәлер. Ләкин үҙемде контролдә тота алмайым. Нисек итеп ошо хәлдән ҡотолорға?
Л. ФАЗЫЛОВА.
Өфө ҡалаһы.
Бындай проблема киң таралған. Күптәргә тойғоларҙы теҙгендә тотоу еңел генә бирелмәй. Эмоциялар контроле үҙ-үҙеңә бикләнеү тигәнде аңлатмай. Хистәр менән идара итергә өйрәнергә кәрәк.
Йәнегеҙ көйгәндә, бының сәбәбен асыҡларға тырышығыҙ. Күп осраҡта беҙ быны аңлап та, белеп тә етмәйбеҙ. Һәр саҡ кемделер, нимәнелер ғәйепләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең осраҡта, аяғығыҙға яңылыш баҫҡан кеше тураһында һеҙҙә кире уйҙар барлыҡҡа килә. «Әрпеш, башҡалар тураһында уйламай, иғтибарһыҙ һ.б.», – тип уны эстән генә битәрләйһегеҙ. Кәйефегеҙҙең төшөүенә кем ғәйепле? Аяғығыҙға яңылыш баҫҡан кешеме? Юҡ. Кәйефегеҙ баяғы уйҙарығыҙ арҡаһында юҡҡа сыҡты. Асыуланыуығыҙ хаҡында баяғы кеше бер нәмә лә белмәй, һеҙҙе күптән онотҡандыр ҙа. Ә бәлки, был осраҡта үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ барҙыр. Һеҙ уны күрмәйенсә, юлында торғанһығыҙҙыр? Әммә тик уны ғәйепләйһегеҙ. Һөҙөмтәлә үҙегеҙгә генә зыян килтерәһегеҙ.
Һеҙгә кире эмоцияларҙан ҡотолорға өйрәнергә кәрәк. Ғәйептең башҡаларҙа ғына түгел, үҙегеҙҙә лә булыу ихтималлығын онотмағыҙ. Уйҙарығыҙҙы яҡшы яҡҡа көйләп, тәртибегеҙҙе, хатта тормош сифатығыҙҙы ла үҙгәртә алаһығыҙ. Һөҙөмтәлә тирә-йүндәгеләр менән мөнәсәбәттәр яҡшырыр. Уңыштар һеҙгә!
Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.