03.12.2017
Бронхиттан мандарин ярҙам итә
Мандариндың кипкән ҡабығынан бронхитҡа ҡаршы шифалы төнәтмә әҙерләргә була. Бының өсөн 20 г ҡабыҡ онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Йылы килеш көнөнә биш тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Көн һайын шифалы төнәтмәне яңынан әҙерләргә.