11.11.2017 Ниндәй бутҡа файҙалыраҡ?
Табиптар күп кенә ауырыуҙан бутҡа менән туҡланыуға күсергә кәңәш итә. Бутҡаларҙың да төрлөһө бар бит. Ҡайһыныһы файҙалыраҡ һуң? Әйҙәгеҙ, улар буйынса төҙөлгән рейтингҡа күҙ һалайыҡ:
1-се урын – ҡарабойҙай бутҡаһы (иң витаминлы) – 100 грамда 120 ккал.
2-се урын – һоло бутҡаһы (иң аҡыллы бутҡа) – 100 грамда 160 ккал.
3-сө урын – арпа бутҡаһы (уны матурлыҡ бутҡаһы тиҙәр) – 100 грамда 88 ккал.
4-се урын – борсаҡ бутҡаһы (иң яҡшыһы) – 100 грамда 80 ккал.
5-се урын – кукуруз бутҡаһы – 100 грамда 86 ккал.
6-сы урын – дөгө бутҡаһы (организмды таҙарта) – 100 грамда 144 ккал.
7-се урын – тары бутҡаһы (йөрәк өсөн файҙалы) – 100 грамда 89 ккал.
8-се урын – манный бутҡаһы (иң зарарлыһы: крахмал менән елемсә күп) – 100 грамда 100 ккал.