10.11.2017 Селектең дә дауаһы бар
Бәләкәй саҡта бармаҡтың тырнаҡ тирәһенә нимәлер сыҡты. Әсәйем әллә “күпертке” тине ул, хәҙер иҫемдә ҡалмаған. Эй, үҙәккә үткәреп һыҙлай ине. Бөтмәй ҙә бөтмәй. Шуны әсәйем селек менән дауаланы. Яңы һындырылған селекте усаҡта ут өҫтөндә тотто ла, уның майы иреп аҡты, буғай. Шуны бер нисә тамсы һауытҡа йыйып алып, бармаҡҡа һөртөп, бәйләп тә ҡуйҙы. Белмәйем, бер-ике тапҡыр бәйләнекме икән, шунан бөттө.
Әминә.
Баймаҡ районы.