02.10.2017 Арҡалағы шеште нимә эшләтергә?
Миңә 47 йәш. Арҡамда ҡалаҡ һөйәге тирәһендә ниндәйҙер бер шеш барлыҡҡа килде. Бер тапҡыр операция эшләтеп, алдырғайным, яңынан үҫте һәм ауыртып тора. Нимә эшләргә, яңынан операция яһатырғамы?
Мирхәт.
Ейәнсура районы.
Әгәр ҙә операция урынында яңы липома (май шеше) барлыҡҡа килә икән, уны тиҙ арала алдырырға кәрәк. Эш шунда: операциянан һуң ҡалған шеш күҙәнәктәре таралып китеү генә түгел, яман шешкә әүерелеүе ихтимал.