30.08.2017 Аяҡ-ҡул тартышыуҙы сым менән дауалайым
Оҙаҡ йылдар инде аяҡтарым тартышып интегәм. Ниндәйҙер телетапшырыуҙа был сиргә баҡыр сым ярҙам итә тип ишетеп ҡалғайным. Үҙемдә шуны һынап ҡарарға булдым. Тәүҙә тимерсыбыҡты утта ҡыҙҙырып, һуңынан һыуға һалып һыуытҡас, наждак ҡағыҙы менән таҙартып алдым. Төнгөлөккә төрлө урындан аяҡтарыма шул сымды урап ята башланым. Тартышыуы башланһа ла, тиҙ үк үтә ине. Тәжрибәне артабан дауам итергә булдым.
Остеохондроздан муйыным ауыртып, бер нисә көн башымды ла бора алмай йөрөп йонсоғанда тимерсыбыҡты галстук урынына муйыныма тағып, өсәр тәүлек сисмәй йөрөнөм. Ауыртыу үтте һәм башымды ла еңел генә теләгән яҡҡа бора башланым. Бил ауыртҡас, төнгөлөккә билемде лә сым менән уратып ятып ҡараным. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – тиҙ арала хәлемдең яҡшырыуын тойҙом.
14 йыл инде ошо рәүешле дауаланам, бер ниндәй ҙә кире йоғонтоһон тойғаным юҡ. Әлбиттә, тимерсыбыҡты нисегерәк ҡулланырға – һәр кемдең үҙ ихтыярында.
Әйткәндәй, уның диаметры 2 – 3 миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә үтә нәҙек икән, унын сәс кеүек итеп үреп алырға мөмкин. Остарын, тәнде сәнсмәһен өсөн, изолента менән уратырға була.
Заһитулла.
Борай районы.