29.08.2017 Тымауҙан – кишер һуты
Яңы һығылған кишер һуты тиҙ арала тымауҙан ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн кишер һутына 1:1 нисбәтендә үҫемлек майы ҡушып бутарға һәм бер нисә тамсы һарымһаҡ һуты өҫтәргә. Был ҡатнашманы көнөнә 3 – 4 тапҡыр танауға тамыҙырға. Дауалауҙы тиҙ арала башлағанда, иртәгәһенә үк еңеллек тойорһоғоҙ. Дауаланыу ваҡытында бал һәм лимон менән үлән сәйе эсеү ҙә зыян итмәй.
Мәрғүбә.
Мишкә районы.