23.08.2017 Татлы дауа
Йәш саҡтан түбән ҡан баҫымы менән йөрөнөм. Бының ни икәнен бөтә гипотоник та белә: хәлһеҙлек шундай быуынға төшә, ҡуйы сәй эсмәйенсә кеше рәтенә инеп булмай торғайны. Өлкәнәйгәс, ҡан баҫымы бер туҡтауһыҙ күтәрелә башланы, һәм мин бер заман гипертониктарҙың сафын ишәйттем. Пенсияның бер өлөшөн дарыуханаға яһаҡтай итеп түләүҙән ялҡҡас, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт иттем. Төрлө шифалы үлән сәйе, төнәтмәһе эсеп ҡараным, ярҙам итмәне. Һәр кемдең үҙ дауаһы була, ахырыһы. Йөҙ кешегә килешкән дауаның икенселәргә килешмәүе лә бар. Мин дә тәжрибә юлы менән үҙ дауамды таптым – ул йөҙөм һәм балан булып сыҡты.
Йөҙөмдөң төрлөһө лә бара, уны һәр сауҙа нөктәһендә табырға мөмкин, хаҡы ла үтә ҡиммәт түгел. Татлы дарыуҙы эсеүе лә тәмле. Бер стакан йыуылған йөҙөмгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән генә утта ярты сәғәттәй ҡайнатам (әленән-әле болғап торорға кәрәк). Һыуынғас, марля аша һөҙәм. Тәмле төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсәм.
Йөҙөмдәге актив матдәләр, ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуынан ярҙам итеп, ҡан баҫымын нормаға килтерергә булыша.
Минъямал ХӘКИМОВА.
Учалы районы.