RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Теш таҙартыу дәресе

15.08.2017 Теш таҙартыу дәресе

Теш таҙартыу дәресеИнде теш таҙартырға ғына өйрәтмәһәләр, тиер кемдер, мәҡәлә исемен күреп: “Беҙ быны бала саҡтан алып, көн дә өйрәтеүһеҙ ҙә эшләйбеҙ”. Ләкин Учалы ҡала поликлиникаһы стоматологы Наил Фәтҡуллин әйтеүенсә, күптәр тештәрен дөрөҫ таҙартмай, шул сәбәпле байтаҡ проблема тыуа: тештәрҙең һәм теш ҡаҙнаһының сирҙәре барлыҡҡа килә, ауыҙҙан һаҫыҡ еҫ сыға, теш эмале ҡарая. Шуға ла бөгөн Наил Рафаэль улы ошо юҫыҡта үҙ кәңәштәре менән бүлешә.

Ни өсөн теште таҙартыу кәрәк?

Ауыҙ эсе – организмдың тышҡы мөхит менән иң йыш бәйләнешкә ингән урындарының береһе. Ауыҙҙа миллиард бактерия йәшәй. Тештәр беҙгә аҙыҡты эшкәртер өсөн бирелгән, һәм сәйнәгәндә аҙыҡ ҡалдыҡтары теш араһында ҡыҫылып ҡала. Ошо ҡалдыҡтар микроорганизмдар үрсеүе өсөн идеаль шарттар тыуҙыра. Кеше тешен таҙартмаһа, күҙ асып йомған арала бактериялар һаны ишәйеп, йомшаҡ ҡуныҡ (налет) барлыҡҡа килә. Был ҡуныҡ етештергән кислота теш эмален ашай. Унан кариесҡа – бер аҙым.
Бынан тыш, ҡуныҡ инфекцияларға ҡаршы тәбиғи кәртәне лә юҡҡа сығара, галитозға ла (һаҫыҡ еҫкә), теш ташы килеп сығыуға ла сәбәпсе була.
Тештәрҙе даими рәүештә йомшаҡ ҡуныҡтан таҙартып, микроорганизмдарға шашырға бер әмәл дә ҡалдырмаясаҡбыҙ.

Нисә тапҡыр таҙартырға кәрәк?
Теште щетка менән көнөнә өсәр минут ике тапҡыр таҙартыу мөһим – иртән ашап алғас һәм кисен йоҡлар алдынан.
Шулай уҡ теш араларын ҡалдыҡтарҙан, теш ҡаҙнаһын яраламай ғына, махсус теш ептәре (флосс) менән ипләп кенә таҙартырға кәрәк.
Теш таҙартыуҙы махсус сайҡағыстар менән тамамларға кәңәш итәм. Сайҡағыстарҙы үҙ аллы үлән төнәтмәләренән дә эшләргә була. Иң мөһиме, һатып алынған сайҡағыста спирт һәм хлоргексидин булмаһын. Сайҡағысты утыҙ секунд самаһы ауыҙҙа тотоп, төкөрәләр.
Ашап алғандан һуң ауыҙҙы һәр саҡ ябай һыу менән сайҡарға кәрәк.
Йылына ике тапҡыр стоматологҡа күренегеҙ: ул тешегеҙҙе теш ташынан, төҫлө ҡуныҡтан таҙартасаҡ.

Щетканы нисек һайларға?
Стоматолог ниндәй теш щеткаһы менән ҡулланырға кәрәклеген дә әйтәсәк. Йомшаҡ щетка яҡшылап таҙартмаясаҡ, ә ҡатыһы эмалде, теш ҡаҙнаһын зарарлауы ихтимал. Шуға ла, ғәҙәттә, уртаса ҡатылыҡтағы щетканы файҙаланалар.
Хәҙерге заманда электр щеткаһы менән дә ҡулланыусылар күбәйҙе. Уның менән аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр ғына файҙаланыу кәңәш ителә, сөнки йыш ҡулланғанда тештең эмале зыян күрә.
Ультратауышлы щеткалар ҙа һатыуҙа бар. Улар менән теш ныҡ һиҙеүсән булған осраҡта, брекет йөрөткәндә, пародонт менән сирләгәндә ҡулланыу отошло. Етешһеҙлеге итеп хаҡтарының ҡиммәт булыуын атар инем. Шулай уҡ онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары, психик сирлеләргә, кардиостимулятор йөрөтөүселәргә, 9 йәшкәсә балаларға уның менән файҙаланыу тыйыла.

Паста ниндәй булырға тейеш?
Һәр кемгә, тешенең, теш ҡаҙнаһының хәленән сығып, айырым теш пастаһы талап ителә. Гигиена, дауалау һәм дауалау-профилактик, ағартыу тәғәйенләнешендәге пасталар була.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: дауалау пасталарын тик дауаланғанда ғына ҡулланалар.
Берәүҙәрҙең теше үтә һиҙгер – уларға һиҙеүсәнлекте кәметеүгә йүнәлтелгән паста кәрәк. Икенселәрҙең ауыҙындағы насар микрофлора арҡаһында тешенә, теленә бик тиҙ ҡуныҡ ултыра – был осраҡта антибактериаль теш пастаһы ҡулай. Теш ҡаҙнаһы ҡанап тора икән, теш ҡаҙнаһын сәләмәтләндергән паста яраясаҡ. Проблемалар тотош гөлләмә булғанда ҡатнаш йоғонтоло паста эҙләгеҙ.
Гел бер төрлө генә паста менән ҡулланмағыҙ, уларҙы алмаштырып тороғоҙ.
Матурлыҡҡа ынтылып, ҡайһы берәүҙәр теш ағартҡан пасталарға өҫтөнлөк бирә. Уларҙы 1 – 2 айҙан да артыҡ файҙаланырға ярамай. Тәмәке тартыусылар юғары абразив ағарт­ҡыс теш пастаһы менән дә йыш таҙарта. Ундай пастаны иһә аҙнаһына 1 – 2 тапҡыр ғына ҡулланырға кәңәш итәм. Юғиһә теш эмале зыян күрә.

Теште нисек дөрөҫ таҙартырға?
Әйткәндәй, микробтар тештә генә түгел, телдә лә, яңаҡтарҙа ла оялай.
Теште нимә менән дә, нисек таҙартыу ҙа мөһим. Щетка менән вертикаль хәрәкәттәр яһарға кәрәк (теш ҡаҙнаһынан теш осона тиклем бактерияларҙы һепергән кеүек). Үкенескә күрә, күптәр теш щеткаһы менән йә горизонталь, йә түңәрәк хәрәкәттәр яһап, “таҙарта”. “Таҙарта” һүҙен юҡҡа ғына тырнаҡтар эсенә алманым: ошондай хәрәкәттәре менән кеше ҡуныҡты теш араһына йыйып, өйөп үк ҡуя һәм микробтарға тағы ла уңайыраҡ шарттар тыуҙыра. Горизонталь хәрәкәттәр арҡаһында “шына кеүек” дефект та барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был дефект йылмайыу­ҙы ла йәмһеҙләй, тештәрҙең һиҙеүсәнлеген дә арттырып, һуңынан пародонтозға, теште юғалтыуға килтерә.
Инде хәҙер теште дөрөҫ таҙартырға өйрәнәбеҙ.
1. Щетканы яҡшылап һыулағас, уға борсаҡтай ғына паста һығып сығарығыҙ. Рекламанан күргәнегеҙсә, щетканы тултырып та паста һалырға мөмкин, әммә ул артыҡ күбек барлыҡҡа килтереп, теште яҡшылап таҙартырға ҡамасаулаясаҡ.
2. Өҫкө тештәр: щетканы 45 градусҡа ҡыйшайтып, тештең өҫкө яғына ҡуябыҙ.
3. Өҫтән аҫҡа һепереү хәрәкәттәрен яһайбыҙ. Төпкө тештәрҙән башлап, алғы яҡҡа киләбеҙ. Һәр теште 3 – 4 тапҡыр “һеперергә”.
4. Шуны уҡ тештең эске яғынан да ҡабатлайбыҙ. Алғы тештәрҙе һүрәттә күрһәтелгәнсә таҙартырға.
5. Тештең сәйнәй торған өҫкө яғын һеҙ ярат­ҡан горизонталь хәрәкәттәр менән та­ҙартыр­ға. Алға-артҡа ла мөмкин, ә шулай ҙа ҡуныҡты артҡыларынан алғыларына ҡарай “һеперһәң”, яҡшыраҡ.
6. Аҫҡы тештәргә күсәбеҙ. Шулай уҡ щетканы 45 градусҡа ҡыйшайтып, инде аҫтан өҫкә “һеперергә” кәрәк. Артҡы тештән башларға онотмағанһығыҙҙыр?
7. Эске яҡтан таҙартҡанда, ҡаҙыҡ тештәренән алып тағы щетканы икенселәй бороп тоторға.
8. Иң һуңында телде таҙартабыҙ (микробтар­ҙы төптән алға табан “һепереп” сығарырға).
Шунан инде теште сайҡарға ғына ҡала.
Теште таҙартып бөткәс, щеткала микроб­тар үрсемәһен өсөн, уны һабынлап текә һөйәп ҡуйығыҙ. Һуңынан, файҙаланыр алдынан, яҡшылап йыуырға кәрәклеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Теште тик үҙегеҙҙең генә щетка менән таҙартығыҙ. Уны 2 – 3 ай һайын алмаштырығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…