22.08.2017 Күҙ эсе ниңә ҡысый?
Йыш ҡына күҙемдең мөйөшө эс яҡтан ҡысытып йонсота. Нилектән булыуы мөмкин һәм нисек дауаланырға?
Шәүрә.
Күмертау ҡалаһы.
Күҙҙең ҡысытыуы түбәндәге сәбәптәргә бәйле булыуы ихтимал.
- Арыуҙан, йоҡо туймауҙан, артыҡ көсөргәнеүҙән.
- Эске органдарҙың сирләүенән, эндокрин системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуынан (бауыр ауырыуҙары, шәкәр диабеты), башҡа сирҙәр (мәҫәлән, псориаз).
- Аллергиянан.
- Авитаминоздан.
- Йәш каналы тығылыуҙан.
- Организмға ниндәйҙер инфекция үтеп инеү сәбәпле, ялҡынһыныуҙан.
Ә инде күҙ ҡысытып ҡына ҡалмай, әрнеп, эренләп торһа, тимәк, ниндәйҙер вирус эләккән. Нисек кенә булмаһын, табипҡа күренеп, аныҡ сәбәбен асыҡларға һәм шунан һуң ғына дауалана башларға кәрәк.