RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡ халатлы фәрештә

21.12.2010 Аҡ халатлы фәрештә

Рәсәйҙә тәүге ауыл хосписын асҡан табип Ишмырҙа Һиҙиәтов Әбйәлил районында ғына түгел, республикала ла билдәле шәхес ине
Уҙған йомала Салауат ауылындағы хосписта ошо дауалау учреждениеһына нигеҙ һалған һәм уны төҙөткән табип Ишмырҙа Хәйернур улы Һи­ҙиә­товтың вафатына биш йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе булды. Унда Әбйәлил районының төрлө төбәктәренән килгән кешеләр ҡатнашты. Изге аят ғәмәле башҡарыл­ғандан һуң районыбыҙҙың арҙаҡлы кешеләренең береһе булған Ишмыр­ҙа Хәйернур улы тураһында күптәр хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Һүҙҙе халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Марат Хәлисов башланы.
– Шөкөр, районыбыҙҙың республика кимәлендә күренекле кешеләре күп, – тине Марат Хаммат улы. – Шулар араһында кешенең тәнен генә түгел, йәнен дә дауалаған Ишмырҙа ағай, аҡ халатлы фәрештә кеүек, айырылып тора. Сөнки ул, киләсәкте күрә белеүе, киң ҡарашлы һәм тәрән белемле, оло тәжрибәгә эйә булыуы менән бер рәттән, олоһона ла, кесеһенә лә, түрәһенә лә, ябайына ла ихтирамлы һәм иғтибарлы ҡарашы менән күптәребеҙгә өлгө ине. Бөтә Рәсәй кимәлендә берҙән-бер ауыл хосписы булған был учреждениены төҙөүҙә Әб­йәлилдәге барлыҡ предприятие-ойошма ҡатнашты. Ауыл урман хужалығы директоры сифатында миңә лә ул эштең уртаһында булыр­ға тура килде. Бәлки, ҡайһы бер ярҙамды ваҡытында һәм теүәл үтәп тә еткермәгәнбеҙҙер. Һәм вәғәҙә ителгән төҫлө телевизорҙы ауыл урман хужалығы коллективы исеменән тапшырыуҙы бурысым һанайым.
И. Һиҙиәтовтың класташы, Салауат ауылынан Сания Шакированың хәтирәһе күптәргә фәһемле булды.
– Фронтта саҡта аяғын өшөткән ирем ҡаты ауырып киткәс, – тине ул, – Ишмырҙаға килдем. Ул дауалағандан һуң бабайым бөгөн дә һин дә мин йәшәп ята.
Ошондай уҡ хәлде Асҡарҙан Наил Рәхмәтуллин, Таҡһырҙан Йәнбирҙе Намаҙбаев һөйләне. Үҙәк район дауаханаһы табибы Марсель Мирхәй­ҙәров менән өлкән шәфҡәт туташы Рәйлә Өмөтбаева, ҡужандан хеҙмәт ветерандары Фәйрүзә Кәримова һәм Клара Абдуллина, Асҡарҙан Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов, хоспис мөдире Хәлиҙә Ғәйфуллина йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Асҡарҙан мәғариф ветераны Шәүрә Йомағужина, Салауат мәктәбе директоры Марс Аҡбулатов хосписты төҙөүгә бәйле ваҡиғаларға аныҡлыҡ индерҙе. Был йәһәттән Таштимерҙән килгән фермерҙың сығышы фәһемле булды. Ул хоспис биләмәһендәге һаҡсылар өйөнә бура өсөн Ишмырҙа Хәйернур улының һәм тормош юлдашы Венера Фәрит ҡыҙы үҙҙәренең эш хаҡын һәм пенсияһын биреүе хаҡында һөйләне.
Хәтер кисәһендә Әбйәлилдең генә түгел, республикабыҙҙың да олуғ шәхесе булған, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Ишмырҙа Һиҙиәтовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән уға бюст ҡуйыу кәрәклеге тураһында ла әйтелде. Залда ултырғандарҙың бөтәһе лә тиерлек бының өсөн аҡса йыйырға әҙер булыуын белдерҙе. Ә Венера Фәрит ҡыҙы тормош иптәшенең ғаилә һәм балалар тәрбиәләү, ғөмүмән, бөтә башҡа мәсьәләләрҙә лә эште төптән уйлап, аҡыллы башҡарыуы хаҡында һөйләне һәм Ишмырҙа Хәйернур улының яҡты иҫтәлеген онотмаған яҡташтарына оло рәхмәтен еткерҙе.

Самат ФӘЙЗУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…