RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшелсә-емеште нисек һайларға?

10.07.2017 Йәшелсә-емеште нисек һайларға?

Йәшелсә-емеште нисек һайларға? Сауҙа нөктәләре йыл әйләнәһенә йәшелсә-емештән һығылып тора. Йәйгеһен хатта уларҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Бар ҙа йәнең теләгәнен һайлап ал кеүек. Әммә сәләмәтлеккә зыяны булмаһын өсөн сифатлыһын һайлай белеү мөһим. Быныһы инде еңел эш түгел. Йәшелсә-емеш һайлағанда нимәгә иғтибар итергә һуң?

Һаҡ булығыҙ: соланин
Картуфтан башлайыҡ. Иң яҡшыһы – Рәсәйҙә үҫтерелгәнен һәм йыуылмағанын һайларға. Йыуылмаған картуф оҙағыраҡ һаҡлана. Ҙурлығына ла иғтибар итергә онотмағыҙ: артыҡ ҙур булһа, нитраты күп булыуы ихтимал. Уртасаһын һайлаһағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ.
Картуф яҡтыла оҙағыраҡ ятһа, йәшәрә башлай. Унда соланин алколоиды күп була. Ул, беренсенән, йәшелсәнең тәмен үҙгәртә, икенсенән, үҙенә күрә ағыу булып тора. Соланин ашҡаҙан-эсәк трактының лайлалы ҡатламын елһендерә. Ҡанға үтеп инеп, тәүҙә үҙәк нервы системаһын ҡуҙғыта, һуңынан баҫа, ҡандың эритроциттарын емерә. Бындай картуф кеше өсөн генә түгел, йорт хайуандары өсөн дә зыянлы.
Әйткәндәй, соланин башҡа йәшелсәләрҙә лә була, атап әйткәндә, ныҡ бешкән баклажандың ҡабығында. Шунлыҡтан уны бешерер алдынан яҡшы итеп йыуырға кәрәк.

Борщ өсөн помидор...
Ғәҙәттә, магазинда йә баҙарҙа һатыусылар бер аҙ серей йә боҙола башлаған йәшелсә-емешен айырып һалып, арзаныраҡ хаҡҡа һата. Хужабикәләр помидорҙы – борщҡа, ташҡабаҡты икра эшләргә тип һатып ала. Ә күгәргән токсиндар­ҙың бик тиҙ тотош емешкә таралыуы хаҡында уйлап та бирмәйҙәр. Улар хәүефле – бауырҙы, бөйөрҙө, нервы һәм ҡан системаһын зарарлай, иммунитетты ҡаҡшата. Күптәре, айырыуса афлатоксин организмда йыйылып, бауырҙа яман шеш барлыҡҡа килтереүе бар.
Ҡайһы саҡта ҡабығында бәләкәй генә тап булған алма йәки грушанан күгәргән тәм килеүе мөмкин. Нигеҙҙә, был ағыулы патулиндың тотош емешкә таралыуын күрһәтә. Өҫтәүенә, гендар мутацияһына килтереү сәбәпле, айырыуса балалар һәм ауырлы ҡатындар өсөн зыянлы.
Күп кенә токсин йыуһаң да, эшкәртһәң дә бөтмәй, компоттарҙа ла, һуттарҙа ла, консерваланған йәшелсә-емештә лә һаҡлана.
Алманың ҡабығын таҙартырға кәрәкме, юҡмы? Дөрөҫөн әйткәндә, таҙартмау яҡшыраҡ, сөнки витаминдар һәм минераль матдәләр тап уның ҡабығында тупланған. Бынан тыш, иҫбатланыуынса, алма ҡабығы экстракты яман шешкә ҡаршы һөҙөмтәле йоғонтоға эйә. Әммә алма оҙаҡ һаҡланһын өсөн уның ҡабығы термик эшкәртеүгә дусар ителә. Айырыуса сит илдән килтерелгәндәрҙең тышын махсус балауыҙ менән ҡаплайҙар. Яҡшы итеп йыуғанда, ул тулыһынса йыуылып төшә һәм организм өсөн зыяны юҡ. Ә бына кимереүселәргә ҡаршы фунгицид менән эшкәртһәләр, быныһы инде насар. Әгәр ҙә алма ҡабығының зарарһыҙлығында шикләнәһегеҙ икән, иң яҡшыһы – әрсеп ашау.
Емеш әҙерәк өшөп ҡалһа ла, уның ҡабығында тап барлыҡҡа килә. Уның артыҡ зыяны юҡ, тик шуныһы – бындай емеш тиҙерәк боҙола.

Нитраттар

Йәшелсә нитратһыҙ булмай, сөнки нитрат – үҫемлектәрҙең күҙәнәк һутының алмаштырғыһыҙ бер өлөшө. Ниндәйҙер йәшелсәлә калий, магний, цинк, баҡыр бар тип уҡыйбыҙ икән, тимәк, улар – тап азот кислотаһы тоҙҙары, йәғни нитраттар. Химик ашламалар ҡулланмай, тиреҫтә генә үҫтерелгән йәшелсәләрҙә лә нитрат булыуы ихтимал. Хатта минераль ашламалар ҡулланып үҫтерелгәндәргә ҡарағанда ла күберәк булыуы мөмкин. Нитраттар организмда ағыулы нитриттарға әүерелеү ихтималлығы менән хәүефле.
Нитраттарҙың күләме күп фак­тор­ға бәйле. Улар бәләкәй һәм өлгөрөп етмәгән емештәрҙә, артыҡ ҙур һәм ныҡ бешкәндәрендә күп була. Шунлыҡтан йәшелсә-емеш һайлағанда урта ҙурлыҡтағыларына өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә.
Мәҫәлән, нитраттар кишерҙең осонда һәм өҫкө өлөшөндә күберәк. Шуға күрә уның ошо өлөштәрен ҡырҡып ташларға кәрәк. Картуфтың – ҡабығында, кәбеҫтәнең өҫкө япраҡтарында күп.
Йәшелсәләрҙе һыуға һалып алғанда нитраттар шунда күсә. Шуға күрә кишер, сөгөлдөр, картуфты бешерер алдынан һыуҙа тотоп, һуңынан ул һыуҙы түгергә онотмағыҙ. Ғөмүмән, йәшелсәләрҙе һыуҙа тотоп алыу – нитраттарҙан ҡотолоуҙың иң яҡшы юлы. Кәбеҫтәне тоҙлағанда, маринадлағанда нитраты, рассолға күсеү сәбәпле, кәмей.
Нитраттарҙың күплеге айырыуса балалар, ауырлы ҡатындар һәм ололар өсөн хәүефле. Сөнки улар­ҙың организмының һаҡланыу, зыянлы матдәләрҙе эшкәртеү көсө түбән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…