14.07.2017 Псориазды нисек дауаларға?
Сөйәл үләнен сәскә атҡан ваҡытта тамыры менән бергә йыйып, яҡшы итеп йыуырға һәм ит үткәргес аша үткәрергә. Һуңынан һутын марля аша һығып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ул бик оҙаҡ һаҡлана. Артабан иһә тиренең зыян күргән өлөштәренә ошо һутты һөртөргә генә ҡала. Әйткәндәй, бөтә еренә лә тулыһынса һөртөргә ярамай, ә әҙ-әҙләп кенә: тәүҙә бер еренә һөртәһең, һуңынан икенсе өлөшөнә.
Миләүшә.
Ҡариҙел районы.