08.07.2017 Ашҡаҙан сиренән ярҙам итә
Яҙлы-көҙлө ашҡаҙан сей яраһы тағы ла көсәйә башлай. Ошо ауырыуҙан ябай ғына бер рецепт тәҡдим итәм. Миңә ярҙамы тейә, бәлки, башҡаларға ла файҙаһы булыр.
Биш ҡалаҡ киптерелгән кесерткән япрағы һәм тамыры онтағына ике ҡалаҡ юл япрағы менән бер ҡалаҡ артыш ҡушып бутарға һәм өҫтөнә бер литр ҡыҙыл шарап ҡойоп, бер аҙна төнәтергә. Һуңынан төнәтмәгә дүрт ҡалаҡ бал ҡушып, талғын утта 30 минут бешерергә. Уттан алғас, һыуынғансы таҫтамал менән урап ултыртырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан 15 – 20 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.
Фәйрүзә.
Баймаҡ районы.