28.06.2017 Нимә ул пневмосклероз?
Миңә “пневмосклероз” тигән диагноз ҡуйҙылар. Ун йыл элек үпкәгә һалҡын тейҙереп, аяҡ өҫтө йөрөп үткәргәйнем. Хәҙер иһә һаман йүткерәм, тирләйем, тәнем ҡысытып алып китә. Ул нимәһе менән ҡурҡыныс? Ошо ауырыу хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
Фәрит.
Пневмосклероз ауырыу түгел, дөрөҫөрәге, уның эҙемтәләре. Склероз – ул тулы ҡанлы күҙәнәктәрҙең үлеүе һөҙөмтәһендә берәй органдың ниндәйҙер өлөшөнөң тығыҙланыуы. Тимәк, үпкәлә ошондай ҡатлам барлыҡҡа килгән.
Күҙ алдына килтереү өсөн бармаҡтағы яраны алайыҡ. Яра ҙур булмаһа, ул тиҙ үк төҙәлә һәм урынында бер нәмә лә ҡалмай. Ә инде яра ҙур булып, ваҡытында дауаланмаһа, төҙәлгәс, урыны беленеп тороуы ихтимал. Үпкәлә лә шулай уҡ. Пневмосклероздың сәбәбе – йә ауырыуҙың ныҡ таралыуы, йә һуң башланып, аҙаҡҡаса дауалап бөтөлмәүе, йә башҡа һаҡланыу сараларының күрелмәүе. Шулай уҡ иммунитеттың ҡаҡшауы ла сиргә килтерә.
Һеҙгә иң беренсе сиратта күкрәк ситлеген өшөтөүҙән, ғөмүмән, һалҡын алдырыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ике-өс айға бер аҙна дауамында 5 – 10 төймә әүҙемләштерелгән күмер эсергә мөмкин. Ул организмдың ағыуланыуын бөтөрөп, иммунитетты күтәрә. Шулай уҡ диета тоторға, күберәк һыу эсергә кәңәш ителә. Йылдың һалҡын миҙгелендә ҡаҡырыҡты йомшартыусы препараттар, үлән төнәтмәләре ҡулланығыҙ. Һуған, һарымһаҡ, прополис файҙалы. Аллергия булмаһа, йылына ике тапҡыр В төркөмө витаминдары курсын алыу ҙа ярҙам итә.