29.05.2017 Күҙ таҙалыҡ ярата
Тире төрлө инфекцияның организмға үтеп инеүен тотҡарлаусы үҙенә күрә бер кәртә булып тора. Ә күҙ ҡабағындағы тире айырыуса йоҡа һәм нескә. Шунлыҡтан ул тиҙ генә бирешеп барыусан. Күҙгә сыҡҡан арпа (керпек ҡыуыҡсаһы һәм күҙ ҡабағындағы май биҙҙәренең эренләп шешеүе) хаҡында белмәгән кеше һирәктер. Йыш ҡына ул бысраҡ ҡулъяулыҡ, таҫтамал менән ҡулланғандан һуң йәки биҙҙәрҙең үле тире ҡатламдары менән ҡапланыуынан барлыҡҡа килә. Шулай уҡ уның үҫеүенә хроник сир һөҙөмтәһендә организмдың һаҡланыу көсө ҡаҡшауы, ныҡ итеп һалҡын тейҙереү, матдәләр алмашыныу процесы боҙолоуы, авитаминоз һәм аҙ ҡанлылыҡ та сәбәпсе булыуы ихтимал. Тәүҙә күҙ ҡабағының сите ҡыҙарып, бәләкәй генә шеш барлыҡҡа килә, ә 3 – 4 көндән һуң уның башы ағарып, эренләп сыға. Арпа айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙы “ярата” һәм көҙөн-ҡышын әүҙемләшә.
Ваҡытында дауалау сараһын күргәндә, ул әллә ни проблема тыуҙырмаясаҡ. Ҡыҙарып, шеше килеп сыҡҡас та ипләп кенә шул урынды спирт йәиһә “зеленка” менән яндырырға мөмкин. Тик күҙгә тейҙерергә ярамай. Шулай уҡ бактерияларға ҡаршы күҙ тамсыларын да ҡулланырға була. Мәлендә дауалағанда арпа нисек тиҙ килеп сыҡһа, шулай юҡҡа ла сығасаҡ.
Әгәр ҙә уның тәүге билдәләренә артыҡ иғтибар бирмәй йөрөгәндә, 3 – 4 көндән һуң ул эренләйәсәк. Күп осраҡта был эрен үҙе үк асылып, ауыртыу үтә. Ә инде эш оҙаҡҡа китһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Нисек кенә мәшәҡәт тыуҙырмаһын, арпаны үҙ аллы һытып, эренде сығарырға маташырға ярамай. Инфекция башҡа биҙҙәргә күсеп, ҡанға таралыу һәм тағы ҡурҡынысыраҡ һөҙөмтәләргә килтереү ихтималлығы бар. Шулай уҡ уны йылытыу ҙа тыйыла, сөнки ялҡынһыныуҙың тағы ла көсәйеп китеүе мөмкин.
Ауырыу көсәйгән ваҡытта ул ныҡ итеп шешә һәм күҙ ҡабағы менән күҙҙә көслө ауыртыу барлыҡҡа килә, йыш ҡына лимфа төйөндәренең ҙурайыуы, температура күтәрелеүе күҙәтелә. Был осраҡта инде антибиотиктар һәм сульфаниламид препараттар ярҙамында микробтарға ҡаршы көслө терапия үткәрергә тура килә. Арпа үҙе асылмайынса, ныҡ ҙурайып киткән бик һирәк осрай торған хәлдә генә лайлалы ҡатлам аша операция эшләнә. Операциянан һуң был урынға ҡабат арпа сыҡмаясаҡ.
Бынан тыш, халыҡ медицинаһында айыҡ аҡыл менән аңлатып булмаған ысулдар ҙа бар. Мәҫәлән, тәҙрә ныҡ итеп тирләгән ваҡытта шуны таҙа бармаҡ менән һыпырып алып, арпаға һөртәләр. Йәки арпа сыҡҡан күҙҙең икенсе яғындағы ҡушҡар һөйәгенә ҡыҙыл еп бәйләйҙәр. Нисек кенә сәйер булмаһын, әммә арпа сыға башлаған көндә үк ошо алымдарҙы ҡулланыу ярҙам итә.
Арпа йыш ҡына ашҡаҙан-эсәк тракты хроник сирҙәренән, диабеттан һәм башҡа төрлө инфекцион ауырыуҙан һуң барлыҡҡа килә. Был иммунитеттың ҡаҡшауын күрһәтә. Витаминдар эсеү, иммуностимуляторҙар ҡулланыу уны нығыта.
Был сирҙе иҫкәртеү өсөн, витаминдарҙан тыш, һалҡын алдырыуҙан һаҡланырға ла кәрәк. Шулай уҡ сифатлы косметика ла мөһим роль уйнай. Иң мөһиме, ябай гигиена ҡағиҙәләрен тоторға: бысраҡ ҡул менән күҙгә ҡағылмаҫҡа, таҙа ҡулъяулыҡ һәм таҫтамалды ғына ҡулланырға.
Ҡайһы бер осраҡта күҙ ҡабағы тиреһе аҫтында ҙур булмаған тығыҙ төйөн барлыҡҡа килә. Уны медицинала халязион тип йөрөтәләр. Ул да елһенеү арҡаһында килеп сыға, әммә арпа кеүек киҫкен түгел, ә әкрен генә үтеүсе хроник сир, эрене лә булмай. Ғәҙәттә, ул ауыртмай, әммә күҙ ҡабағының шешеңкерәп тороуы, ҡысытыуы һәм сәсеп-сәнсеп алыуы ихтимал.
Халязионды тик табип ҡына дауаларға тейеш. Юғиһә шырпы башындай ғына төйөндөң борсаҡтай ҙурайыуы ихтимал. Халязион үҙенән-үҙе юҡҡа сығып, бер аҙҙан яңынан барлыҡҡа килеүе һәм ҙурайыуы менән ҡурҡыныс. Йыш ҡына уны киста һәм яман шеш менән бутайҙар.
Нисек кенә булмаһын, күҙ ҡабағында нимәлер барлыҡҡа килеп, көндән-көн ҙурая барһа, йә булмаһа, ҡанһырап торһа, мотлаҡ табипҡа күренергә онотмағыҙ.
Халыҡ медицинаһында ла бик яҡшы дауалау ысулдары бар
- Алоэ япрағын яҡшы итеп йыуып, һутын һығып алырға һәм 1: 10 нисбәтендә ҡайнаған һыу ҡойоп болғатыр ға. Һуңынан шуға мамыҡты йәиһә марляны манып, күҙгә ябырға мөмкин.
- 10 – 15 кипкән тырнаҡ гөлө сәскәһен алып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 30 – 40 минут сепрәккә урап төнәтергә. Һуңынан унан күҙгә япма әҙерләргә.