RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Талпан нимәһе менән хәүефле?

17.05.2017 Талпан нимәһе менән хәүефле?

Талпан нимәһе менән хәүефле?
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән күп төрлө ҡурҡыныс сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙалған талпанды тартып сығарғас ташларға ярамай, ә берәй һауытҡа һалып, медицина лабораторияһына алып барырға кәрәк.

Ниндәй ҡурҡыныс көтә?

Талпан, төрлө ауырыу таратыу сәбәпле, кеше өсөн генә түгел, малға ла хәүефле. Ҡанэскес ҡаҙалған осраҡта энцефалит вирусы, талпан борреллиозы, эрлихиоз, листериоз, риккетсиоз, спирохетоз һәм башҡа инфекцион вирустар менән зарарлауы ихтимал. Һыйырҙа, ғәҙәттә, Техас биҙгәге һәм анаплазмоз, аттарҙа энцефаломиелит һәм энцефалит осрай.
Төрлө сығанаҡ буйынса, ул 60-ҡа яҡын ауырыу тарата. Был ауырыуҙарҙың билдәләре талпан ҡаҙалғандан һуң ике көндән алып ике аҙнанан һуң ғына беленә башлай.
Иң ҡурҡынысы – талпан энцефалиты. Ул – үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир. Эҙһеҙ генә үтеүе лә ихтимал, әммә ҡайһы бер осраҡта ҡул, муйын мускулдарын фалиж һуғып, инвалидлыҡҡа килтереүе мөмкин. Үлем осраҡтары ла бар.
Талпан борреллиозы таяныу-хәрәкәт аппаратына, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһап, кешене оҙаҡ ваҡытҡа хәрәкәтһеҙ ҡалдырыуы, шулай уҡ инвалидлыҡҡа килтереүе менән хәүефле. Сирҙең иң сағыу билдәләренең береһе – талпан ҡаҙалған урында уртаһында аҡ нөктәһе булған ҡыҙыл тап барлыҡҡа килеүе. Әммә һуңғы ваҡытта ауырыуҙың был билдәһе булмаған осраҡта ла зарарланыу күҙәтелә.
Энцефалиттың да, талпан борреллиозының да тәүге билдәләре оҡшаш. Вирус кеше тәнендә 6 – 7 тәүлек йәшәй ала. Шунан кинәт температура күтәрелә, баш, муйын ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора башлай, хатта көҙән йыйыра. Әгәр ҙә талпан ҡаҙалғандан һуң ошондай билдәләр барлыҡҡа килә икән, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйылып, дауалау тәғәйенләнә, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә шул тиклем арта.

Һаҡланыу саралары

Талпандар май айында әүҙемләшә башлай һәм сентябргә тиклем уларҙан һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Урманда булғанда был паразиттар күпләп йыйылған дымлы, ҡараңғы һәм ҡуйы үләнле урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ, йәш ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарына, уҫаҡлыҡҡа яҡын барырға ярамай. Ғәҙәттә, талпан ҡорбанын урман ситендәге ҙур булмаған ҡыуаҡлыҡта йәиһә бейек үләндә һағалай. Бик һирәк кенә ағастан кеше башына төшә.
Иң яҡшыһы – урманда йөрөү өсөн ҡоро, асыҡ аҡландарҙы, яҡты ағаслыҡтарҙы һайлау. Ел, ҡояш булған урында талпандар ҙа әҙерәк. Был ҡанэскестәрҙең иртәле-кисле әүҙемләшеүен онотмағыҙ, эҫелә һәм көслө ямғыр ваҡытында уларҙың кешегә ташланыу ҡурҡынысы кәмей.
Дөрөҫ итеп һайланған кейем дә күпмелер кимәлдә уларҙан һаҡланыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, асыҡ төҫтәге кейемдә ул артыҡ йәшенә алмаясаҡ. Өҫкө кейемдең шыма туҡыманан булыуы яҡшыраҡ, бөжәккә унда йәбешеп ҡалыу ҡыйынға тура киләсәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда тәнде тотош ҡаплап торған кейем кейергә ҡушыла. Башта мотлаҡ баш кейеме булырға тейеш, салбар балаҡтарын эскә тығып, резина итек кейегеҙ.
Һәр сәғәт һайын тәнде тикшереп торорға, йә булмаһа, урмандан ҡайтҡас, өҫ-башты яҡшылап ҡарап сығырға кәңәш ителә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә ул кейемгә йәбешә һәм ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп өҫкә үрмәләй. Шуға күрә, өйгә ҡайтҡас, өҫ-башығыҙҙы ҡаҡҡылап алыу кәрәк. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда һаҡлаусы кремдар, спрейҙар ҡулланыу мөһим.
Талпан кейем аҫтына ингәндән һуң шунда уҡ тәнгә ҡаҙалмай, ә уңайлы урын эҙләп йөрөй. Шуға күрә үҙ тәнегеҙгә иғтибарлы булғанда тире буйлап шыуышыусы бөжәкте һиҙергә мөмкин. Талпандың яратҡан урындары – ҡолаҡ арты, елкә, терһәктең эске яғы, ҡултыҡ аҫты, ҡорһаҡ, тубыҡтың эске яғы. Ә инде ҡаҙалһа, уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрегеҙ. Әлбиттә, бик һаҡ эш итеү талап ителә – ул өҙөлөп ҡалырға тейеш түгел. Алғас, урынына йод, одеколон, спирт һөртөргә онотмағыҙ. Ҡулығыҙҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ. Тартып алынған талпанды бармаҡ менән иҙеп үлтерә күрмәгеҙ, вирустар яраға эләгеп, ауырыу эләктереүегеҙ ихтимал.

Нисек сығарырға?
- Талпандың күренеп торған осона көнбағыш майы һөртөгөҙ. Тын алыу юлдары ҡойроғонда урынлашыу сәбәпле, күпмелер ваҡыттан үҙенән-үҙе килеп сығасаҡ. Бик тә булмаһа, ипләп кенә тартып алығыҙ.
- Көнбағыш майы урынына кәрәсин һөртөргә була. 10 – 15 минуттан талпан төшөргә тейеш.
- Ҡаш йолҡа торған ҡыҫҡыс менән әкрен генә сәғәт йөрөшөнә ҡаршы бороғоҙ.
- Талпанды сығарғанда биткә маска кейеү мөһим, сөнки бөжәк һытылһа, ҡаны менән бергә һауаға вируслы аэрозоль тарала һәм ул тын алыу юлдарына инеп, аллергия тыуҙырыуы ихтимал.
- Башы өҙөлөп, тире аҫтында ҡалһа, шул урынды спиртлы мамыҡ йәиһә бинт менән һөртөгөҙ, аҙаҡ стерилләнгән энә менән тартып сығарығыҙ.
- Тартып алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертегеҙ йәиһә яндырығыҙ.

Ҡайһы осраҡта табипҡа күренергә?

Талпан ҡаҙалған урында ҡыҙыл тап барлыҡҡа килһә, лимфа төйөндәре ҙурайһа, температура күтәрел­һә, баш һәм мускулдар ауыртһа, тәнде сабыртма баҫып алһа, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…