RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Табип булыу еңел түгел

15.05.2017 Табип булыу еңел түгел

Табип булыу еңел түгел
Йәш белгестәр быны яҡшы аңлай
Табип эшенең ауырлығы, улар хеҙмәтенең үтә яуаплы, ауыр, тынғыһыҙ, даими камиллашып тороуҙы талап иткәне һәр беребеҙгә билдәле. Медицина өлкәһендә көслө ихтыярлы, киң күңелле, изге йөрәкле эшһөйәр кешеләр генә эшләй ала. Шуға ла йыл һайын медицина университетын меңләгән студент тамамлаһа ла, республика дауаханалары кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Оҙон аҡсаны артыҡ күргәндәр шәхси клиникаларға китә, “Земский доктор” программаһына эләккән йәштәр ҙә, тейешле ваҡыты тулыу менән, ҙур ҡалаларға юллана.
Ейәнсура районының үҙәк дауаханаһында эшләп йөрөүсе Владислав Ваһапов, Зөлфиә Татлыбаева һәм Ләйсән Сарбаева-Батырова бынан ике йыл элек үҙҙәренең хеҙмәт юлын башлаған. Бер курста белем алған, бергә эшләгән дуҫтар бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итергә, терәк булырға тырыша.
Владислав Яңы Себенле ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡта уҡ фельдшер булып эшләгән әсәһе Гөлнар Арыҫлан ҡыҙына эйәреп эшкә йөрөгән булған. Төрлө осраҡта тәүге ярҙам күрһәткән, ауылдаштарынан тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп йәшәгән фельдшер­ҙың улы ла, ҡыҙы Аида ла медицина юлын һайлаған. Тәүге ярҙам тигәндәй, малай саҡтан уҡ Владиславҡа баҙҙа ағыулан­ған ҡатын менән аҫылынған ирҙе ҡотҡарырға тура килә. Янғында зыян күргән оло йәштәге бабайҙың үлемен дә үҙ күҙҙәре менән күрә. Был хәлдәр егеттең күңелендәге табип булыу теләген үҫтереп кенә ебәрә һәм ул бөгөн невропатолог булып эшләй. Ә Аида һеңлеһе әлегә университеттың 2-се курсында белем ала. Владислав, уҡыуын тамамлағас, Мәләүез ҡыҙы Әлиә менән ғаилә ҡорған. Эштән ҡайтыуын ҡатыны менән улы Альфред түҙемһеҙләнеп көтөп тора.
Ә Ләйсән Учалы районының Ураҙ ауылында тыуып үҫкән. Сибай гимназия-интернатында уҡыған саҡта уҡ табип булырға хыялланып, имтихандарға етди әҙерләнә. Маҡсатына ирешеп, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Студент йылдарында Ейәнсура егете Ришат Сарбаев менән танышып, дуҫлашып китәләр. Өс йыл алдан уҡыуын тамамлаған егет тыуған яғына ҡайтып, психиатр-нарколог булып эш башлай. Ләйсән уҡыуын тамамлауға йәштәр ғаилә ҡора. Йәш белгес эндокринология йүнәлешен һайлаған. “Земский доктор” программаһы буйынса дәүләттән ярҙам алған ғаилә Ейәнсура ерендә төпләнергә ҡарар итеп, район үҙәге Иҫәнғолда яңы йорт төҙөп сыҡҡан.
Зөлфиә Татлыбаева – Өмбәт ауылы ҡыҙы. Туғандары араһында табиптар байтаҡ, шуға ла мәктәп йылдарында уҡ уларҙың юлын дауам итергә хыяллана. Балаларҙы яратҡас, университеттың педиатрия факультетын һайлай. “Уҡыу йылдары “һә” тигәнсе үтте лә китте”, – тип студент йылдарын һағынып ала Зөлфиә. Былтыр йәш ҡыҙ Иҫәнғол егете Урал ме­нән парлашып, үҙ ояһын ҡорған. Тормош юлдашы “Роснефть” компанияһында инженер булып эшләп йөрөй.
Медицина университетының уҡыу программаһы ҡатмарлы һәм ауыр икәне билдәле. Кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн яуап­лы табиптар үҙ ғүмерендә ниндәй генә хәлдәргә осрамай. Уларҙың хеҙмәтен ихтирам иткән рәхмәтле ауырыуҙар ме­нән бер рәттән, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, тупаҫ һәм әҙәпһеҙҙәр ҙә осрап тора. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәргә тәжрибә лә етмәй, китаптарҙан ғына ба­рыһын да өйрәнеп бөтөп булмай. Был осраҡта уларға оҙаҡ йылдар район дауаханаһында эшләгән өлкән табиптар кәңәштәре менән ярҙамға килә. Белемле, төрлө осраҡта ла тыныс ҡала белгән йәштәрҙе хеҙмәттәштәре лә, ауырыуҙар ҙа хөрмәт итә, киләсәктә ҙур өмөт бағлай. Ысын патриоттар, ти улар хаҡында оло быуын вәкилдәре. Был, ысынлап та, шулай: йәш белгестәрҙең эш хаҡы бәләкәй икәне бер кемгә лә сер түгел. 7 – 8 йыл белем алып, уртаса тип иҫәпләнгәндән күпкә әҙерәк эш хаҡы алыусы табиптарға көнләшеп түгел, ә ҡайһы саҡта йәлләп ҡарарға тура килә.
Бала саҡтан хыял иткән һөнәрен һайлаған йәштәр үҙҙәрен бәхетле һанай. Ысынлап та, бөтә күңелең менән яратып табип эшен башҡараһың икән, тимәк, һин изге, сауаплы эште башҡараһың. Баш ҡаланың ылыҡтырғыс тормошона ҡыҙыҡмайынса, тыуған яҡтарына ҡайтҡан йәштәргә уңыштар, һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләргә генә ҡала.

Нургөл ШӘРИПОВА.
Тимур ИШКИНИН фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…