01.05.2017 Миләш ҡулланмау – яҙыҡ
Миләш беҙҙең яҡта күп үҫә, баҡсабыҙҙа ла уны ултыртҡанбыҙ – ҡыш көнө ҡыҙыл тәлгәштәре күҙҙең яуын ала! Йыл һайын ҡайнатма ҡайнатам, ҡышҡылыҡҡа туңдырам да. Балалар ҡайнатманы ла, миләш емештәренән бешерелгән татлы бәлештәрҙе лә яратып ашай. Бынан тыш, үҙем өсөн айырым дауа ла әҙерләйем.
Йәштән гипертония менән яфаланғанымды белгәс, бер таныш апай рецепт өйрәткәйне, шул килеште. Бәлки, тағы ла кемгәлер файҙаһы тейер тип, “Йәшлек” гәзите уҡыусылары менән дә бүлешәм. Ҡыҙыл миләш емештәрен ботаҡсаларынан айырып, йылы һыуҙа сайҡайым да, таҫтамалға йәйеп һалып, бер аҙ киптерәм. Аҙаҡ ит турағыс аша үткәреп, массаға шәкәр ҡушам. Бер килограмм миләшкә 150 – 200 грамм шәкәр кәрәк. Шәкәр урынына бал булһа, бигерәк тә яҡшы. Яҡшылап бутағас, татлы массаны стерилләнгән бәләкәй банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябып, һыуытҡысҡа ултыртам. Иртән уянғас та әскелтем тәмле дарыуҙы бер балғалаҡ ҡабам, йоҡлар алдынан да (ашағандан һуң бер сәғәт үткәс) шунса уҡ ашап ҡуям.
Ботаҡсаларын да ташламайым, йәшел сәйгә ҡушам да, төнәтеп эсәм. С һәм Р витаминдарының һандығы булған миләш, ҡан баҫымын көйләүҙән тыш, атеросклероз кеүек яман сирҙе лә иҫкәртергә ярҙам итә. Үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән бындай файҙалы дарыуҙы ҡулланмау яҙыҡтыр, тим.
Ғәлиә.