27.04.2017 Баланың температураһын нисек төшөрөргә?
Айырым сығырға мөмкинлегебеҙ булмағас, ҡайны-ҡәйнәм менән бергә йәшәйбеҙ. Татыу ғына йәшәргә теләһәк тә, ҡайһы ваҡыт бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Яңыраҡ йәш ярымлыҡ балабыҙ һалҡын тейҙереп, температураһы күтәрелде. Ҡәйнәм, бөтә балаларымды шулай дауаланым, тип, ейәнсәрен һыу менән шыйығайтылған һеркә менән ыуырға теләгәйне, мин быға юл ҡуйманым, ҡыҙыма температураны төшөргән дарыу эсерҙем. Баланы тыуғандан алып “химия” менән ағыулайһығыҙ, тип, ҡәйнәм миңә асыуланды. Әсәйемә зарланып шылтыратҡайным, ул да ҡоҙағыйын яҡлашты: “Мин дә һинең температураңды шулай төшөрә торғайным”. Ҡыҙымдың өләсәйҙәре хаҡлымы ни?
Сәриә. Өфө ҡалаһы.
Педиатрҙар раҫлауынса, өләсәйҙәр был осраҡта яртылаш хаҡлы. Йәғни баланың температураһын төшөрөү өсөн уны эске кейемгәсә сисендереп, тәнен ыуыу – бик яҡшы физик ысул. Әммә бының өсөн мотлаҡ тик йылымыс һыу ҡулланырға кәрәк! Һыуға һеркә йәки араҡы ҡушыу бигүк дөрөҫ түгел, сөнки баланың ағыуланыуы, тиреһе яныуы бар.
Теманы дауам итеп, температураның күтәрелеүе нормаға ярашлы физиологик процесс икәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Шул рәүешле организм инфекцияға ҡаршы көрәшә. Тәне ҡыҙыу булып та, бала үҙен яҡшы тойһа, табиптар юғары температураны төшөрөргә ашыҡмаҫҡа кәңәш итә. Температура 38,5 градустан артһа ғына уны төшөрөү буйынса саралар күрергә кәрәк, тиҙәр. Әгәр ҙә баланың берәй ҡасан фебриль тартышыуҙары булһа, температураны төшөрөү мотлаҡ!
Һәм, иң мөһиме: әгәр ҙә юғары температура ваҡытында баланың аяҡ-ҡулдары һыуыҡ булһа, өшөп ҡалтыранһа, тиреһендә “мәрмәр” биҙәк барлыҡҡа килһә, тиҙ арала табип саҡырығыҙ!
Температураны төшөргәндә балаға күберәк шыйыҡса эсерергә кәрәклеген онотмағыҙ.