26.04.2017 Шешенһәгеҙ
Тоҙло аш ашағандан йә һыуҙы үтә күп эскәндән һуң, йә илап йоҡлап киткәндән һуң икенсе көнөнә шешенеп уяныу – тәбиғи хәл. Был һәр кемдә лә тиерлек була. Ә бына көн дә иртән күҙ ҡабаҡтары шешенеп, көҙгөлә үҙегеҙҙе танымай башлаһағыҙ йәки, шешенеү сәбәпле, көн оҙонона “һимергән” аяҡтарығыҙ кискеһен туфли (ботинка, калуш, кирза итек һ.б.) эсенә һыймай ҡаңғыртһа, бар эшегеҙҙе ситкә ташлап, табипҡа зарланырға сабығыҙ. Көндәлек эш, мәшәҡәттәр, һис ҡасан бөтмәй ул, кеше үлгәс тә ете көнлөк эше ҡала, тиҙәр. Ә беҙ теге донъяға ашыҡмайбыҙ, һау-сәләмәт килеш оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә йыйынабыҙ.
Билдәле булыуынса, кеше 70 процентҡа һыуҙан тора. Уның күп өлөшө күҙәнәктәрҙең үҙендә тупланһа, ҡалған күләмдең утыҙға яҡын проценты күҙәнәктәр араһын тултырған. Организмдың берәй системаһы көйһөҙләнеп, “авария” килеп сыҡһа, кеше шешенә, йәғни күҙәнәктәр араһында һыу артығынан күберәк йыйыла. Тимәк, шешенеү – һаулыҡта ниндәйҙер проблема булыуына ишара.
Бөйөр менән проблема барлығын иҫкәртә
Бит, күҙ ҡабаҡтары шешенеп, бәҙрәфкә кесе ярау итергә аҙыраҡ йәки, киреһенсә, йышыраҡ йүгерекләһәгеҙ, бәүелдең төҫө үҙгәрһә, билдән саҡ ҡына өҫтәрәк арҡа ауыртыбыраҡ торғандай тойолһа, елдән дә етеҙерәк нефрологҡа, бик тә булмаһа, терапевҡа елдерегеҙ!
Иғтибар: бөйөр менән бәйле шешенеү төштән һуң кире ҡайта, кисен эҙе лә ҡалмай. Дауаланмағанда шешенеү өҫтән аҫҡа табан төшә: тәүҙә бит, күҙ ҡабаҡтары ғына шешенһә, һуңынан бил йыуаная, аҙаҡ ҡулдар һәм аяҡтар шешә. Табипҡа тиҙ генә күренергә форсат булмаһа, бәүел ҡыуҙыртҡыс үләндәр эсергә мөмкин (мәҫәлән, бөйөр сәйе, ҡыҙыл көртмәле япрағы). Рационда мотлаҡ тоҙҙо кәметергә, йоҡлар алдынан сәй эсеү менән мауыҡмаҫҡа!
Наҙлы һәм туҙмаҫ моторыбыҙҙың – йөрәктең хәлһеҙлеген күрһәтә
Аяҡтарығыҙ ойоп, кискәсә бер-ике үлсәмгә ҙураямы? Ғәҙәти физик көсөргәнештән дә тын ҡыҫылһа, етмәһә, тирегеҙ буҙарып, һалҡынсаға әйләнһә – кардиологҡа тура юл!
Иғтибар: йөрәккә бәйле шешенеү шайтан ашығынан башланып, яйлап өҫкә, ҡорһаҡҡаса тиерлек күтәрелә. Ғәҙәттә, кисен нығыраҡ беленә. Аяҡта ойоҡбаш, ойоҡтарҙың тәрән эҙе ҡала, шайтан ашығы, сираҡ йыуаная. Үҙ аллы дауаланырға, бәүел ҡыуҙыртыусы дарыуҙар ҡулланырға ярамай! Диуретиктарҙың зыян да килтереүе ихтимал. Дауаланыу курсын мотлаҡ табип тәғәйенләргә тейеш!
Ҡан тамырҙары сирҙәренә лә ишаралауы ихтимал
Һыҙлап, тартышып тороп аяҡтар шешкәндә флебологҡа күренергә ине лә бит, уны ҡайҙан эҙләп табаһың? Әлеге лә баяғы терапевҡа көн ҡала инде...
Иғтибар: вена шештәре кискә барлыҡҡа килә. Аяҡҡа гер аҫҡандай ауырлыҡ тойһағыҙ, аяҡтарығыҙҙы сиратлап эҫе (бер нисә минут) һәм һалҡын һыуҙа (бер нисә секунд) тотоғоҙ. Сираҡ аҫтына мендәр һалып, аяҡтарҙы өҫкә күтәреп ятып тороу ҙа файҙалы. Веналар буйлап ҡан күңеллерәк йүгерһен өсөн ултырғанда аяғығыҙ менән йыуан энәле массаж тубын тәгәрәтеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ.
Ҡалҡан биҙе функцияларының боҙолоуы ла шешенеүгә килтерә
Бит шешенеү генә түгел, былҡылдап та торһа, хәл бөтһә, төҫ ҡасһа, ерле юҡтан һимерелһә, эс ҡатып йонсотһа, зинһар, эндокринологҡа яҙылығыҙ.
Бауыр ауыртҡанда ла шешенеү күҙәтелә
Артыҡ шыйыҡлыҡ арҡаһында ҡорһаҡ ҙурая (асцит).
Аллергия ла елһенеүһеҙ булмай
Аллергия арҡаһында айырыуса тамаҡ һәм телдең шешенеүе ныҡ ҡурҡыныс! Кисекмәҫтән “Тиҙ ярҙам” саҡырып, антигистамин ҡабып, шешкән урынға һалҡын нәмә ябырға кәрәк.
Шешенеү кеүек хәүефте иҫкәртеүгә күҙ йомоу – иң кәмендә оло вайымһыҙлыҡ. Ә бит күптәр аяҡ-билдәре шешенеүгә иғтибар ҙа итмәй, күҙ ҡабаҡтары шешеүгә генә борсолоп, хәлдән тая. Йәл...
Шешенеү барлыҡҡа килеүендә күпселектә үҙебеҙ ғәйепле
lАҙ хәрәкәт итәһегеҙме?
lТоҙло, әсе аҙыҡтарҙы яратаһығыҙмы?
lЙоҡлар алдынан ғына сәйҙең (һыуҙың) самаһын белмәй эсәһегеҙме? Алкоголле эсемлектәр тураһында әйтеп тә тормайбыҙ...
lБейек үксәле тығыҙ аяҡ кейеме кейәһегеҙме?
lСәләмәт йәшәү рәүешенең ни икәнен дә белмәйһегеҙме?
Инде хәҙер кемгә үпкә?
- Иртән күҙ ҡабаҡтары шешеп торһа, сәйгә манылған мамыҡ ярҙамға килер. Уны күҙгә ябып, тыныс ҡына ун-ун биш минут ятып тороғоҙ. Сәй пакетиктары булһа, бигерәк тә уңайлы.
- Һалҡынса һыу менән йыуыныу ҙа шеште ҡайтара.
- Саф һауала ун биш-егерме минут шәп-шәп атлап йөрөп килеү ҙә тик файҙаға.