18.03.2017 Тоҙ файҙалымы, зыянлымы?
Тоҙ бер ҡасан да ябай ғына ризыҡ һаналмаған. Йәшәйештә ул ҙур урын алып тора. Өҫтәлгә иң тәүҙә тоҙ ҡуябыҙ, килгән ҡунаҡты ла икмәк-тоҙ менән ҡаршылайбыҙ. Уның хаҡында мәҡәлдәр, юрамыштар халыҡ араһында киң таралған. Тоҙҙоң файҙаһы һәм зыянына ҡағылышлы бәхәстәр ҙә йөҙәр йылдар дауам итә.
Ни тиклем зыянлы?
Күптәр өсөн тоҙҙоң артыҡ зыяны юҡ. Әммә халыҡтың 20 проценты өсөн (һәр бишенсе кешегә) бик тә зыянлы. Билдәле булыуынса, ул организмда һыуҙың тотҡарланыуына булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә йөрәккә, бөйөргә көс төшә. Баш ауырта, кешенең шешенеүе ихтимал.
Хәүеф төркөмөнә инеү-инмәүеңде асыҡлау ҡыйын түгел, бының өсөн тоҙһоҙ диетаға ултырып ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә шул саҡта үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ икән, тимәк, тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Гипертониктарға унан баш тартыу, әлбиттә, еңеллек килтерә.
Ғөмүмән, артыҡ тоҙ бер кемгә лә файҙалы түгел. Шуға күрә ашҡа тоҙҙо күп һалырға кәрәкмәй. Төрлө сығанаҡтар буйынса, тәүлегенә тәҡдим ителгән норма – 0,5 – 3 г. Шул иҫәпкә икмәктәге, колбасалағы һәм башҡа ризыҡтарҙа йәшеренгән тоҙ ҙа инә. Әммә хәҙер айырыуса йәштәр яратҡан ризыҡтарға күҙ һалһаң, бер бигмакта ғына 1 г тоҙ бар, пиццала ул 1,5 грамға етә, ә тоҙло сәтләүек һәм чипсыла тағы ла күберәк. Тиҙ әҙерләнә торған туҡмаста ла ул бер грамдан арта. Шулай итеп, туйғансы ашарға ла өлгөрмәйбеҙ, ә тоҙҙоң тейешле нормаһы артығы менән йыйылып та китә. Бынан шундай һығымта яһарға мөмкин: иң яҡшыһы – өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар.
Ә инде кем һәр ашҡа тоҙ һибеп ашарға өйрәнгән, бының организм талабы түгеллеген аңларға кәрәк. Был һеҙҙең ғәҙәткә генә ингән. Шул уҡ ризыҡтарҙы тоҙ өҫтәмәй генә ашап ҡарағыҙ әле, бәлки, улай нығыраҡ та оҡшап китер.
Күпме кәрәк?
Ғөмүмән, тоҙ кешегә кәрәкме, ниндәйе яҡшыраҡ – был һорауға аныҡ ҡына яуап юҡ. Рафинадланмаған диңгеҙ тоҙо диңгеҙ һыуында булған бөтә тәбиғи минераль компоненттарын һаҡлай. Шуға күрә уны туҡланыуҙың мөһим һәм файҙалы элементы тип иҫәпләүселәр бар. Ашай торған диңгеҙ тоҙон супермаркеттарҙа һәм башҡа магазиндарҙа һатып алырға мөмкин. Ябай тоҙға ҡарағанда уның хаҡы ҡиммәтерәк.
Ә беҙ өйрәнгән ғәҙәти тоҙ сит өҫтәмәләрҙән таҙартылған һәм натрий хлоридынан ғына тора. Ҡайһы бер диетологтар, тап ошо таҙартылған тоҙ сәләмәтлек өсөн зыянлы, тип бара. Икенселәр иһә, диңгеҙ бысраҡ булыу сәбәпле, уның тоҙо ла идеаль вариант түгел, тигән фекерҙә. Шахтала алынған тоҙҙо улар күпкә хәүефһеҙерәк тип иҫәпләй.
Натрий хлориды нимә өсөн кәрәк?
Натрий һәм хлор һәр береһе үҙенең функцияһын башҡара. Натрий, мәҫәлән, организмда һыу, кислота-һелте балансын тотоуҙа, нервы импульстарын тапшырыуҙа, мускулдарҙың ҡыҫҡарыуында ҡатнаша. Хлор ашҡаҙан һуты етештереүгә булышлыҡ итә. Әгәр ҙә тоҙҙан баш тартырға уйлайһығыҙ икән, был элементтарҙы башҡа сығанаҡтарҙан, әйтәйек, минераль һыуҙан алырға тырышығыҙ.
Нисек һаҡларға?
Аш тоҙон 1 йылдан 5 йылға тиклем һаҡларға мөмкин. Йодланған тоҙҙо оҙаҡ һаҡларға ярамай. Һаҡлау ваҡыты ҡабының тышында күрһәтелгән булырға тейеш. Фторланған тоҙҙо ярты йыл һаҡларға була. Һаҡлау ваҡыты үткән йодлы һәм фторлы тоҙ бер ниндәй өҫтәмәһеҙ ябай тоҙға әүерелә.