RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ябығырға теләүселәр өсөн кәңәштәр

16.03.2017 Ябығырға теләүселәр өсөн кәңәштәр

Ябығырға теләүселәр өсөн кәңәштәрҠатын-ҡыҙҙар ябығыу өсөн ниндәй генә диета тотоп ҡарамай. Ҡайһы саҡта ул һөҙөмтә бирә, әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал. Ашамай йөрөйҙәр ҙә, “ысҡынып”, ныҡ ҡына ашай башлайҙар. Сөнки гел генә үҙеңде тыйып йөрөп тә булмай бит. Ябығыу өсөн диета тоторға кәрәкме, бәлки, әҙерәк ашарға өйрәнергә генәлер? Ҡайһы бер гүзәл зат, кинәт кенә ҡаты диетаға ултырып, тиҙ генә ябығам, тип уйлай. Әммә был хата фекер. Беренсенән, организм өсөн стресс булһа, икенсенән, өйрәнелгән ғәҙәттәрҙән, ризыҡтарҙан еңел генә баш тартыуы ҡыйын. Һомғол кәүҙәле булырға хыялланыусылар тағы ла ниндәй хаталар ебәрә икән?

Ябығырға теләүсе ҡатындарҙың 6 хатаһы.
1. Киске сәғәт 6-нан һуң ашамаҫҡа.
Ашау ваҡыты түгел, ә көн дауамында ризыҡ аша алған калорияларҙың күләме мөһим. Кәйеф юҡлыҡтан, яңғыҙлыҡтан түгел, ә ысын асығыуҙы ғына баҫыу өсөн ашау мотлаҡ. Дөрөҫ туҡланғанда төнгөлөккә ашап та һимермәҫкә мөмкин.

2. Һәр ваҡыт майһыҙ ризыҡтарҙы ғына ашарға.
Туҡланыу рационында билдәле кимәлдә файҙалы майҙар булырға тейеш. Организмға көн һайын май кәрәк. Улар гормондар бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Был макроэлементтарҙан баш тартып, үҙегеҙгә зыян ғына килтерәһегеҙ. Төрлө сәтләүек, авокадо, зәйтүн майы кеүек файҙалы майҙар­ҙы ҡулланығыҙ.

3. Һәр калорияны күнегеүҙәр менән бөтөрөргә тейешбеҙ.
Күберәк хәрәкәт итегеҙ, әүҙем йәшәү рәүеше алып барығыҙ. Һаулығығыҙҙы нығытыу һәм өҫтәмә калорияларығыҙҙы яндырыу өсөн аҙнаһына 30 – 60 минуттан 3 – 4 тапҡыр спорт менән шөғөлләнегеҙ. Баҫҡыстан йәйәү күтәрелегеҙ, велосипедта йөрөгөҙ. Көнөнә меңәрләп түгел, ә яҡынса 200 – 600 калорияны юҡҡа сығарыу ҙа етә.

4. Тиҙерәк ябығыу өсөн төшкө йәиһә киске аштан баш тартыу.
Көн дауамында әҙ-әҙләп бер үк ваҡыт арауығынан һуң ашарға өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, һәр 3 – 4 сәғәт һайын ашарға мөмкин, тик күпләп түгел. Шуның араһында бер-ике тапҡыр ҡапҡылап та алыр­ға ярай.

5. Кәүҙә ауырлығын кәметеү өсөн әҙ аҡһымлы ризыҡтар ашарға.
Эшкәртелгән аҡһымдар­ҙы кәметеп, бойҙай, йәшелсә, ҡуҙаҡлыларға күсегеҙ. Йәғни аҡ икмәк, тәмле-татлынан баш тартырға тура килер.

6. Бөтә яратҡан ризыҡтан баш тартырға.
Ашағыҙ, әммә ризыҡ күләмен кәметегеҙ. Ҡапыл ғына яратҡан ашамлыҡтан баш тартыу ауыр, шуға күрә әкренләп әҙәйтә барып, яйлап ҡына организмды күнектерергә кәрәк. Тәүҙә нимәнелер ашамай тора алмай­һығыҙ кеүек тойолһа ла, яйлап унһыҙ ҙа йәшәргә өйрәнерһегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…