14.12.2016 Хәрәкәттә – бәрәкәт
Кискеһен эштән ҡайтыуға ҡайһы бер саҡта шул тиклем арыта, хатта ҡулды күтәрерлек тә хәл булмай. Әммә бер нисә физик күнегеү генә эшләп алһаң, арығанлыҡ күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға!
Түбәндәге күнегеүҙәрҙе тыныс ҡына ритмда 10 – 15 тапҡыр эшләгәндә арҡаның арыуы үтер.
- Дүрт аяҡлап торорға һәм яйлап ҡына арҡаны көмрәйтергә, һуңынан, киреһенсә, уны ярым түңәрәк булырлыҡ итеп әкрен генә аҫҡа төшөрөргә.
- Арҡаға ятҡан килеш әкрен генә бер аяҡты күкрәккә килтерергә һәм ҡулдар менән тоторға. Кире тәүге хәлгә килтерергә һәм күнегеүҙе икенсе аяҡ менән ҡабатларға.
Был күнегеүҙәрҙе даими рәүештә ҡабатлағанда быуындарығыҙҙың һығылмалылығы көсәйер һәм күп йылдарға физик хәлегеҙҙе һәм сәләмәтлегегеҙҙе яҡшырта алырһығыҙ.
Киске зарядка артыҡ аппетиттан арынырға, нервыны тынысландырырға, умыртҡа һөйәгенә төшкән көсөргәнештән арынырға һәм эске органдарҙың эшмәкәрлеген яҡшыртырға ярҙам итә.