RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаларығыҙ сәләмәт булһын тиһәгеҙ...

08.12.2016 Балаларығыҙ сәләмәт булһын тиһәгеҙ...

Балаларығыҙ сәләмәт булһын тиһәгеҙ...Бөгөнгө статистика буйынса, беренсе класҡа килгән балаларҙың 7 – 8 проценты нимә менәндер ауырый... Мәктәпте тамамлап сығыусыларҙың 70 – 80 проценты һаулығы менән артыҡ маҡтана алмай. Ә уйлап ҡараһаң, балалар сәләмәт булһын өсөн бөтә шарттар ҙә булдырылған кеүек: тыуғандан алып һәр сабый табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында үҫә, магазиндар­ҙа витаминдарға бай емеш-еләк, йәшелсә тулып ята... Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында ла йылы аш менән тәьмин итеүгә, физкультура дәрестәренә иғтибар артты һ.б. Ләкин ыңғай яҡҡа булған үҙгәрештәр һиҙелмәгән кеүек. Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн нимә етмәй һуң?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡыллы итеп ойошторолған тәрбиә етмәй. Әгәр бала тыуыу менән дөрөҫ тәрбиәләнә башлаһа, ул ғүмеренең аҙағына тиклем ауырыуҙарға артыҡ бирешеп бармаясаҡ. Алтылағы алтмыш­ҡа етә, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Ә ниндәй тәрбиәне аҡыллы тип атайым һуң?
Аҡыллы тәрбиә – ул баланың тәбиғи үҫешенә ыңғай шарттар булдырыу. Уны баланың тыуған көнөнән үк башларға кәрәк. Бының өсөн әсә кеше балаһына өс нәмәне бирергә тейеш: әсә һөтө, әсә теле, әсә мөхәббәте. Улар – сәләмәт тормоштоң нигеҙ таштары. Баланы үҫтергән ваҡытта быларҙың бе­реһен дә күҙ уңынан төшөрөп ҡалдырырға ярамай. Өсөһө бергә гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Әгәр тәрбиә барышында уларҙың береһе генә иғтибарҙан ситтә ҡалһа, гармония юҡҡа сығасаҡ. Был инде ниндәйҙер ауырыуға орлоҡ һалынды тигән һүҙ. Ни өсөн орлоҡ тип әйтәм, сөнки ауырыу күпмелер ваҡыттан һуң ғына күренәсәк. Ауырыуҙар ҙа үҫемлектәр һымаҡ ул: орлоҡтары сәселә, шыта, олон ебәрә, сәскәләре ата һәм емеш бирә башлай...
Ғөмүмән, әйҙәгеҙ, шул күренештәрҙең сәләмәтлек нигеҙе булыуын яҡшыраҡ аңлау өсөн һәр береһенә айырым туҡталып үтәйек.

Әсә һөтө һәм йәшәү энергияһы
Әсә һөтөн бер нәмә лә алмаштыра алмай. Баланың сәләмәт булып формалашыуында баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай ул. Быны хәҙер бөтәһе лә яҡшы белә. Был турала күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Шуға ҡабатлап тороу кәрәкмәйҙер, ә шуларға өҫтәп, әсә һөтөнә бәйле икенсе нәмә тураһында әйтеп үтергә уйлайым.
Әсә һөтө баланың тамағын туйҙырыу өсөн генә кәрәк, тип уйлаусы әсәләр ныҡ яңылыша. Күкрәк һөтө менән туҡланған ваҡытта, бала асығыу ихтыяжын ғына ҡәнәғәтләндереп ҡалмай, ә әсәһенән энергия ла ала. Тәбиғәт энергияһы тип атайҙар уны.
Кешегә йәшәү өсөн ике төрлө энергия кәрәк: береһе ашаған аҙыҡтарҙан алына, икенсеһе – тәбиғәттән. Тәбиғәт энергияһы ла һыу, һауа кеүек тәбиғәттә әйләнеш яһай. Ул күҙгә күренмәй. Ер йөҙөндә булған бөтә үҫемлектәр һәм йән эйәләре аша үтә һәм уларҙы йәшәтә. Тормошто бар итеүсе компоненттарҙың береһе ул. Шуға уны йәшәү энергияһы тип тә атайҙар. Уның барлығын бөтә төр ғалимдар ҙа, психологтар ҙа, мистиктар ҙа таный. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик әҙ өйрәнелгән...
Кешеләр тәбиғәт энергияһын төрлө юл менән ҡабул итә. Ҡайһы берәүҙәр яңғыҙы булғанда, икенселәре коллективта тупларға мөмкин. Ә бына әсә ҡарынында ятҡан балаға тулыһынса әсәһендә булған энергия менән генә “туҡланырға” тура килә. Был донъяға тыуғас та үҙ алдына энергия туплай алмай әле – әсәһенән энергия алыуын дауам итә – башлыса күкрәк һөтө менән туҡланғанда башҡарыла ул. Йәғни шул ваҡытта тәбиғәт энергияһы әсә аша балаға үтеп инә. Үҙ алдына энергия тупларға өйрәнеү өсөн балаға яҡынса бер-ике йылдан ашыу ваҡыт талап ителә. Бына ни өсөн баланың ошо йәшкә тиклем әсә һөтө менән туҡланыуы мөһим.
Күкрәк һөтө күрмәгән бала тәбиғәт энергияһы менән бөтөнләй “һуғарылмай” (балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ әле: йөҙҙәре ап-аҡ, күҙҙәрендә бер ниндәй ҙә нур юҡ...). Ә бит ул энергия баланың формалаша башлау осоронда бик мөһим роль уйнай. Шуға әсә кеше имеҙеүҙән баш тартһа, баланың яңы формалашып килгән эске ағзаларында ниндәйҙер етешһеҙлектәр барлыҡҡа килергә мөмкин. Һәм, әлбиттә, улар киләсәктә ниндәйҙер ауырыу булып тышҡа сыға...

Әсә теле һәм тәбиғәт менән ярашыу
Тәбиғәт менән ярашып йәшәү ҙә сәләмәтлектең нигеҙе ул. Тик күптәр, уның өсөн күберәк тәбиғәттә булырға кәрәк, тип уйлап яңылыша.
Тәбиғәт менән ярашыу өсөн кеше, беренсе сиратта, үҙенең тәнен тыңлап өйрәнергә тейеш. Йәғни аң менән тән араһындағы ярашыуҙы булдырырға кәрәк. Кешенең тәне тулыһынса тәбиғәт закондарына буйһона. Кеше үҙенең тәнен тыңлап йәшәй икән, тимәк, ул тәбиғәт закондары менән дә ярашып йәшәй, тигән һүҙ. Ә тәнде тыңлау нисек була һуң?
Бының өсөн тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрҙе, мөмкинлектәрҙе үҫтерергә кәрәк. Мәҫәлән, кемдер тауыш нескәлектәрен яҡшы ишетә, кемдеңдер символдар ме­нән фекерләү һәләте үҫешкән. Бе­ренсеһе – буласаҡ музыкант, икенсеһе – математик. Был һәләттәр тә­биғәт тарафынан бирелгән. Шулай уҡ бындай һәләт нәҫелдән дә килеүе мөмкин, әйтәйек, ниндәй­ҙер бала техниканы ныҡ ярата икән, ул күберәк нәҫелдән килә һ.б.
Шулай уҡ әсә теле лә балаларҙың ҡанына һалынған. Ул беҙгә тәбиғәт тарафынан бирелгән, ә кемдер килеп өйрәтеп китмәгән. Меңәр йылдар буйы быуындан – быуынға, ҡандан ҡанға күсә килә. Шуға әсә телен ғалимдар “тәбиғи тел” тип атай. Иң мөһиме: әсә теле аң менән тән араһындағы гармонияны башлап ебәреүсе күренеш ул. Сөнки балаларҙа беренсе булып тел формалаша башлай. Шуға бала әсә телендә һөйләшә башланы икән, унда аң менән тән араһында ярашыу башланды, тигән һүҙ. Артабан инде башҡа тәбиғи һәләттәренә ишек асыла башлай, тик улар өсөн дә тәбиғи шарттарҙың тыуҙырылыуы кәрәк...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр балаларының тәбиғи үҫешенә ыңғай шарттар булдырмай, хатта аңлы рәүештә аяҡ сала. Әйтәйек, тәбиғәте менән йырсы булып тыуған баланан математик яһарға тырышалар... Әсә телен бөтөнләй өйрәтмәгән ата-әсәләр ҙә етерлек. Бала был донъяға таҙа күңел менән тыуа, әсә теленә ҡарағанда икенсе телде хуп күреп, үҙе теләгән телде “һеңдерә” башлай. Нисек уйлай­һығыҙ, бала үҙ телендә һөйләшмәй икән, унда аң менән тән араһында гармония барлыҡҡа киләме? Шулай уҡ үҙ телендә уҡымаған балаға тәбиғи шарттар тыуҙырылған тип әйтеп буламы? Тәрбиә эшен яҡшы аңлаған һәр бер кеше “юҡ!” тип әйтәсәк.
Ауырыуҙарҙың етмеш проценты ана шул гармонияның боҙолоуынан башлана. Ғөмү­мән, күптәр, сәләмәт тормош алып барыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә, дөрөҫ туҡланырға, тәбиғәттә йышыраҡ булырға кәрәк, тип иҫәпләй. Былар, ниндәй­ҙер кимәлдә, дөрөҫ. Ләкин береһе лә сәләмәт тормоштоң нигеҙе була алмай. Сәләмәтлектең нигеҙе – аң менән тән араһындағы гармония ул.


Әсә мөхәббәте һәм ижад
Үҫемлектәргә үҫеү өсөн ҡояш йылыһы нисек кәрәк булһа, бала­лар­ға ла әсә мөхәббәте шулай уҡ кәрәк. Ҡояш күрмәгән үҫентеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Уларҙы бүрәнә, таҡта йәки башҡа төрлө ниндәйҙер өйөм аҫтында күрергә була. Үҫемлектәр унда зәғиф хәлендә ап-аҡ булып үҫә алмай ята. Әсә мөхәббәте етмәгән балаларҙың эске донъяһы бына шуның кеүегерәк була. Улай ғына ла түгел, улар үҙҙәре төрлө “бысраҡлыҡ”тың сығанағына әүерелә. Мөхәббәт йылы­һын тоймай үҫкән балалар тормошҡа нәфрәт менән ҡарай, көнләшә, бөтә нәмәне ватҡылары, башҡалар­ға яуызлыҡ эшләгеләре генә килеп тора… Күңел донъяһындағы боҙоҡлоҡ әкренләп физик тәнендә сағылыш таба, йәғни рухи зәғифлек тән зәғифлеген тыуҙыра… Ҡасандыр бер оло ғына ағайҙың, яуызлыҡ ҡылырға яратҡан кешеләрҙең баштары дауахананан сыҡмай ул, тип әйткән һүҙҙәре хәтеремдә уйылып ҡалған. Һәм мин дә, был тормошта йәшәй торғас, ул һүҙҙәр­ҙең дөрөҫлөгөнә ышана башланым...

Әсә мөхәббәтенең әһәмиәте нимәлә һуң?

Әсә мөхәббәте бала йөрәгендә мөхәббәт утын тоҡандыра... Бала тормошто яратырға өйрәнә. Иптәш­тәренә, кешеләргә изгелек ҡылырға ынтыла. Кемгәлер ғашиҡ була. Хыял донъяһында йөҙөп ләззәтләнә. Һәм ижад итә башлай...
Һәр бала был донъяға ижади һәләте менән тыуа. Тик бәләкәй балаларҙа ундай сифат уйын кимәлендә генә сағыла, икенсе төрлө әйткәндә, бала саҡта ижад итергә өйрәнәләр. Ысын мәғәнәһендә ижад итеү йөрәктәрендә мөхәббәт уты тоҡанғас ҡына башлана. Ижад өсөн дөрләп янған мөхәббәттең ялҡыны кәрәк. Мөхәббәтһеҙ ижад юҡ ул. Мөхәббәтле кешеләр генә тормошто матурлай ала.
Иң мөһиме: ижад кешеләре тәбиғәт менән гармонияла йәшәй. Сөнки тәбиғәт – үҙе ижад. Мәҫәлән, үҫемлектәр донъяһына иғтибар итегеҙ әле: унда бөтә нәмә үҫә, сәскә ата, емеш бирә, ә хайуандар донъяһы шул үҫешкә уңдырышлы тупраҡ әҙерләй... Шуға тәбиғәт ижад кешеләренең һаулығын үҙе һаҡлай, уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияһын бирә.
Иғтибар иткәнегеҙ бармы, ижади шәхестәр – башлыса оҙон ғүмерле кешеләр. Мәҫәлән, Байыҡ сәсәндең 112 йәшкә еткәне билдәле, халҡыбыҙҙың күренекле әҙиптәре Мостай Кәрим – 86, ә Зәйнәб Биишева 88 йәшкә етте. Шулай уҡ А. Эйнштейн – 76, И. Павлов – 87, М. Калашников – 94, Г. Форд – 84, К. Циолковский – 78, И. Ньютон – 84, лао Цзы 127 йыл йәшәгән. Яҡты донъянан йәшләй киткәндәрҙең күбеһе ауырыуҙан үлмәгән...
Ғөмүмән, ижади шәхестәр – сәләмәт һәм оҙон ғүмерле кешеләр.
Мәҡәләмде йомғаҡлап, тағы бер тапҡыр шуны әйткем килә: балалар сәләмәт булып үҫһен тиһәк, уларҙың тәбиғи үҫешен боҙорға ярамай. Үрҙә иҫкә алып үткән ҡытайҙың бөйөк аҡыл эйәһе Лао Цзы “Кто не теряет свою природу – долговечен” (“Дао Дэ Цзин”, гл. 33) тип бушҡа ғына әйтмәгәндер. Ә ундай тәрбиәне башлап ебәреү өсөн тәбиғәт үҙе әсәләргә күкрәк һөтө, мөхәббәт һәм туған тел бүләк иткән...

Наил ЮЛДАШБАЕВ.
Ейәнсура районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…