10.11.2016 Иммунитетты нығытыу өсөн
Көҙгө һалҡындар башланыу менән төрлө ауырыу ҙа көсәйә. Улар бигерәк тә иммунитеты насар булған кешеләрҙе һағалап ҡына тора: йә һалҡын тейеп бара, йә инфекция эләгә. Нисек итеп уларҙан һаҡланырға һуң? Түбәндәге кәңәштәр әҙме-күпме булһа ла ярҙам итер, тигән өмөттәбеҙ.
Был рецепт көҙгө һәм ҡышҡы һалҡында төрлө ауырыуҙан һаҡланырға ярҙам итер. Уны әҙерләү өсөн 150 г бал, 200 – 300 г ҡабаҡ, бер лайм, ике лимон һәм имбирь, 150 г шәкәр һәм ун минут ваҡыт етә. Лимон менән лаймды ҡайнар һыу менән бешекләп алырға. Ҡабаҡ менән имбирҙең ҡабығын таҙартып, ваҡлап турарға, һуңынан блендер менән иҙергә. Лимон менән лаймдың һөйәктәрен алып, ҡабығы менән бергә турарға. Һуңынан барыһын бер һауытҡа һалып, бал менән шәкәр өҫтәргә лә блендер менән яҡшы итеп иҙергә. Ҡатнашманы һалҡын урында һаҡларға. Һыуытҡыста оҙаҡ ҡына ваҡыт ултырһа ла бер нәмә лә булмай. Был шифалы һәм тәмле дарыуҙы сәйгә ҡушып эсергә, ҡоймаҡ, печеньеға һылап ашарға ла мөмкин.
Ауырыу башланып ҡына торғанда
- Тамаҡ ауыртҡанда йылымыс һыуға бөтнөк үләне, бер лимон һуты ҡушып әҙерләнгән эсемлек ярҙам итә.
- Ҡоро йүтәл йонсотҡанда йүкә сәскәһен термоста ҡайнар һыуҙа 3 – 4 сәғәт төнәтеп эсергә.
- Тымауҙан – һуған һуты һәм алоэ һутын ҡушып, 1:1 нисбәтендә һыу өҫтәп, танауға тамыҙырға.
- Һалҡын тейгәндә мөмкин тиклем күберәк һыу эсегеҙ. Йылантамыр үләне менән лимон ҡушып сәй әҙерләргә мөмкин. Шулай уҡ ҡайнатма тураһында ла онотмағыҙ! Мәҫәлән, температураны бик яҡшы төшөрөү сараһы – ҡурай еләге ҡайнатмаһы.