RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҡыҙҙың ҡорбаны кәрәк булғанмы?

11.12.2010 ҡыҙҙың ҡорбаны кәрәк булғанмы?

ҡыҙҙың ҡорбаны кәрәк булғанмы?2007 йылда кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы «Сопротивление» хәрәкәте һәм НТВ телекомпанияһы, енәйәтселеккә ҡаршы тороп, үҙ һаулығы һәм хатта ғүмере иҫәбенә башҡаларҙың именлеген һаҡлап һәм яҡлап алып ҡалғандарға «Выбор» тигән премияһын булдырҙы. Был юғары награданы быйыл 13 декабр­ҙә Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр тапшырасаҡтар. Быйылғы 14 лауреат араһында башҡортостандар ҙа бар.
Туймазы ҡалаһынан 18 йәшлек кенә Дарья Негановаға, үкенескә күрә, был юғары награданы үҙ ҡулдары менән алырға насип булмаған. Ул, тыуған ҡалаһында һуңғы тиҫтә йыл эсендә бөтә тирә-яҡты ҡурҡытып, халыҡты дер ҡалтыратҡан һәм, аяныс хәлдәргә дусар итеп, шаҡ ҡатырған енәйәтселәр төркөмөнә үҙенсә ҡаршылыҡ күрһәткән, һәм был уны фажиғәгә алып килгән дә инде.
18 йәшлек ҡыҙҙың йыртҡыстар ҡулынан һәләк булыуы тураһындағы хәбәр Туймазы халҡын, йәшен һуҡҡандай, телһеҙ ҡалдыра. Әммә был шаңҡыу бер мәл генә була. Енәйәтселәр төркөмөнә ҡаршы йылдар буйы тулыша барған халыҡ нәфрәте нәҡ ошо фажиғәнән һуң күкрәктәренә һыйыша алмай, тышҡа бәреп сыға. Йөҙҙән ашыу ҡултамға йыйған туймазыларҙың әре һәм зары тулы асыҡ хаты киң мәғлүмәт сараларына, йәмәғәтселеккә һәм тәғәйен урынына барып етә һәм, ниһайәт, боҙ ҡуҙғала: тәфтишселәр ун йыл буйы туймазыларҙы һәм бөтә тирә-яҡты утта һәм боҙло һыуҙа тотҡан банданың ҡара эштәрен бер-бер артлы аса башлай. Бер йылдан артыҡҡа һуҙылған тикшереү барышында енәйәтселәргә ҡарата 42 томлыҡ енәйәт эше туплана һәм «ҡан ҡатыш серҙәр йомғағы» йылдан ашыу эҙмә-эҙлекле сиселә бара.
Ниңә һуң шашынған енәйәтсе төркөмдөң ҡара эштәрен ошо аяныслы ваҡиғаға тиклем тыя алмағандар? Был һорау, әлбиттә, ябай халыҡҡа ҡағылмай – кешеләр үс алыуҙан ҡурҡҡан. Сөнки «тел ҡалҡытҡан»­дарҙың ауыҙын тиҙ япҡандар, ниндәй­ҙер аҙым эшләргә тырышҡандарҙың юлын туҡмаҡтар, янауҙар менән ҡыйғандар, үлем хәленә алып барып еткергәндәр. Енәйәтселәрҙең һыуҙан ҡоро сыға килеүе, бер ниндәй ҙә язаға түгел, хатта яуапҡа ла тарттырылмауы ҡан эскестәрҙе оторо ҡоторондорған. Уларҙың алама эштәрен асыҡлап, яуапҡа тарттырыр­ға тейешле органдарҙың, киреһенсә, һаман ҡаплап, йәшереп килеүе урындағы халыҡта дөрөҫлөккә, ғәҙеллеккә ышанмаусанлыҡ тойғоһо ҡатыш ерәнеү, сирҡаныу тойғоһо уятҡан. Әллә нисә йондоҙло «погонлы ағайҙар»ҙың ҡанаты аҫтында һаман көс ала, сәскә ата барған «тейелгеһеҙ» «спрут»тың һәрмәүестәре Туймазы ҡалаһына ғына түгел, ә күрше райондарға, хатта өлкәләргә лә (Ырымбур, Силәбе, Һамар) барып еткән һәм ябай халыҡтан «өҫтөнлөгөн», ошо территорияға, кешеләр ғүмеренә «хужа булыуын» күрһәткән. Юғиһә уларҙың ҡара эштәре 42 томға тупланмаған булыр ине.
Эйе, әҙәм балаһы бер-береһенең ҡәҙерен юғалтыуҙар аша ғына белә. Туймазылағы 13 кешенән торған һәм тиҫтә йылдар буйы меңәрләгән халыҡты үҙ «көбәге» аҫтында тотҡан банданы фашлау өсөн Дашаның тәүәккәллеге аша тәүге аҙым яһал­ған. Тик был тәүге аҙым ҙур йөрәкле бәләкәй генә ҡыҙ өсөн иң һуңғыһына әйләнгән. Буйтым ирҙәрҙең көсө етмәгән енәйәтселәрҙе сибек нәфис зат эйәһе туҡтатҡан...
Туймазыларҙа тиҫтә йылдар буйы ҡурҡып, һағайып йәшәүҙән барлыҡҡа килгән үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты һаман да көслө. Күптәр ошо турала күтәрелгән темаға һүҙҙе тиҙ генә икенсегә борорға, һорауҙарҙан ситләшергә тырыша. Сөнки банданың шәүләһе һаман улар тирәләй, «спрут»тың һәрмәүестәре һаман да тере. Интернет селтәре менән ҡулланыусыларҙың комментарийҙары нәҡ шуны дәлилләй. Банданың төп «юлбашсылары»ның береһе – 10, икенсеһе 20 йылға хөкөм ителһә лә, уларҙың «арҡаҙаштары» өс йылдан иреккә сығасаҡ. Үс алыуҙар дауам итмәҫ тип кем әйтер?! Хоҡуҡ, тәртип һағында тороусылар ябай халыҡты яҡлай алырмы һуң?

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…