RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаушап ҡалмағыҙ!

08.07.2016 Ҡаушап ҡалмағыҙ!

Ҡаушап ҡалмағыҙ!
Көн һайын тиерлек яңылыҡтарҙан төрлө фажиғәләр хаҡында ишетеп торабыҙ. Янғындар ғына ла күпме кешене урамда ҡалдыра, сәләмәтлегенә зыян килтерә, ғүмерен өҙә.
Бәлә килгәндә кеше йыш ҡына аптырап, юғалып ҡала, ябай ғына ҡағиҙәләр хаҡында онота, ашығыс ярҙам күрһәтә белмәй. Әлбиттә, янғында бешкән йәки ағыуланған кешегә мотлаҡ табип ярҙамы кәрәк. Әммә "Тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнсе, зарар күреүсенең хәлен бер аҙ еңеләйтеп була.

Тән бешкәндә һалҡын һыуҙа сылатылған дымлы сепрәк ҡапларға кәрәк. Стерилләнгән бинт йәки таҫтамал булғанда, тағы ла яҡшыраҡ. Ҡул аҫтында бер ни ҙә булмағанда, бешкән урынды таҙа ҡар менән ҡапларға йәки даими рәүештә һыу менән сылатып торорға кәңәш ителә. Йәрәхәткә май һөртөргә ярамай. Яраға ниҙер йәбешкән булһа, уны ла ҡуптармағыҙ.
Кейеме янып киткән осраҡта, һауа ағымын туҡтатыу өсөн кешене һыу менән ҡойондорор­ға йәки ҡалын сепрәк, юрған, одеял ҡапларға кәрәк. Фажиғәгә тарыған кеше үҙе лә ерҙә аунап, утты һүндерә ала. Йүгерергә ярамай. Яныусы кеше ҡурҡышынан етеҙ хәрәкәттәр яһай башлай, быға юл ҡуймағыҙ.
Янғын продукттары менән ағыуланған кешене яһалма тын алдырығыҙ һәм йөрәгенә тура булмаған массаж яһағыҙ.
Төтөн һулау баш ауыртыуға, баш әйләнеүгә, күңел болғаныуға, быуындар ҡалтырауына, йыш тын алыуға, йөрәк тибеше йышайыуға килтерә. Зарарланыусы ке­шене саф һауаға сығарырға, муйынын һәм күкрәк ситлеген тығыҙ кейемдән бушатырға, нишатыр спирты еҫкәтергә, "Тиҙ ярҙам" саҡырырға кәрәк.
Аяҡ-ҡулын һындырыу­сыларҙы "Тиҙ ярҙам" хеҙмәте килгәнсе ҡуҙғатмағыҙ. Һын­ған урынға шина һалығыҙ.

Р. ТАЙСЫНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…