RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эскелек менән көрәшеп, халыҡты ҡырмайыҡ

29.03.2016 Эскелек менән көрәшеп, халыҡты ҡырмайыҡ

Эскелек менән көрәшеп, халыҡты ҡырмайыҡ Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармайыҡ, йәки айыҡ ауыл урынына айыҡ аҡыл кәрәк

Бөгөнгө йәшәйештең ҡатмарлы нескәлектәрен аңлатҡанда, йыш ҡына борондан һаҡланып килгән ғибрәтнамәләр ярҙамға килә. Күрәһең, беҙҙең ата-бабаларҙың да тормошо бик ябайҙан булмағандыр. Улар беҙгә һабаҡ өсөн үҙ аҡылын әйтеп ҡалдырған.

Бер ҡалала йәшәгән ти, бер батша. Ул үҙенең тәрән аҡылы менән айырылып торған, ябай кеше мәнфәғәтен ҡайғыртҡаны өсөн халҡы ла уны ныҡ яратҡан. Әммә уны яратмаған дошмандары бер сихырсы ҡарсыҡтан ярҙам һораған. Нисек итеп был ҡаланы яулап алырға, тип. Был ҡалала халыҡ эсәр һыуы булған берҙән-бер ҡоҙоҡ менән файҙаланған икән. Шул иҫәптән, батша ла. Быны белгән сихырсы бер төндә ошо ҡоҙоҡҡа алдан әҙерләгән осоғон ташлаған. Ҡоҙоҡтың һыуын эскән һәр кеше аҡылынан яҙыр булған. Икенсе көн иртән беренселәрҙән булып һыу эскәндәр аҡылынан шаша башлаған. Хикмәттең нимәлә икәнен аңламаған ҡала халҡының күпселеге төшкә тиклем алйып бөткән, ти. Батша, һуңыраҡ тороу сәбәпле, был һыуҙы эсмәгән булып сыға. Ул урамға сыҡһа, бөтә халыҡ бынан тәгәрәп ятып көлә икән. “Батшабыҙ аҡылынан шашҡан!“, тип.

Бына йыш ҡына шулай ҙа була. Халыҡты кемдеңдер бутауы арҡаһында донъяға дөрөҫ ҡарашлы кешеләр күпселек тарафынан мыҫҡыл ителә, улар тураһында ҡотҡо таратыла, ә яңылыш ҡараш әләмгә эленеп алына. Ялған фекер дөрөҫ булып һанала башлай. Был байраҡты күтәреп сыҡҡандар мин-минлеккә бирелеп, ил ағаларына (инәләренә) “әүерелә“. Ә алдыҡтың асылын аңлап етмәгән ябай халыҡ, аңра һарыҡтар көтөүе һымаҡ, “шатланып“ упҡынға китеп барғанын һиҙмәй ҙә ҡала…

Үткән быуаттың 80-се йылдарында Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылында Вәсилә Садиҡова бер һәйбәт башланғысҡа нигеҙ һала. Ауылдаштары менән кәңәшләшеп, эскелеккә ҡаршы асылған көрәштә яңы алым таба ул. Һәйетҡол “Айыҡ ауыл“ тип иғлан ителә. Орлоҡ буш бураҙнаға төшмәй. Элек-электән бесән, ураҡ мәлендә хужалыҡтарҙа айыҡ зона булдырыла торғайны. Ҡыҙыу эш мәлендә эскелек ҙур ҡамасау булып торғас, халыҡ был сараны аңлап ҡабул итә ине. Тотош ауылдың йылдар буйы айыҡ тормош алып барыуы күп көс һалыу талап итте. Сөнки биргән һүҙҙе тотмау, уны боҙоу – ҙур хилафлыҡ булыр ине. Был йәһәттән Вәсилә Садиҡова күп көс һалды, уның етәкселегендә көнө-төнө буйына эскелеккә ҡаршы эш алып барылды. Эскелекте бөтөрөп булмаһа ла, урам буйлап аҙып-туҙып эсеп йөрөгәндәр юҡҡа сыҡты.

“Кешене юл боҙмай, яман юлдаштар боҙа“, тигәндәй, был күркәм башланғысты эләктереп алғандар араһында “көтөүҙе боҙған йүнһеҙ һарыҡтар“ ҙа тиҙ табылды. Эскегә ҡаршы көрәштән дә изге маҡсат юҡтыр бөгөнгө Рәсәйҙә. Эскенән килгән бәләнең осо-ҡырыйы юҡ, бында оҙаҡ туҡталып тороу кәрәкмәй – һәр кемгә лә аңлашыла. Әлбиттә, һәр изге эш тик “изге маҡсатта“ ғына атҡарылырға тейеш. Ялған һүҙ баллы була, тигәндәй, ошо “татлы“ ниәт артында торған мәкерҙе күреү өсөн күҙ ҙә, аҡыл да, ә иң мөһиме, батырлыҡ кәрәк. Сөнки бында аңды бутау,манипуляция, кешене яңылыштыра торған бәйләнеш оҫта файҙаланыла. “Айыҡ ауыл“дан мотлаҡ айыҡ тормош барлыҡҡа килмәй. Совет осоронда бик эффектив булған сараны бөгөнгө шарттарҙа ҡулланыу – ҙур хата. Бөтөнләй икенсе йәмғиәттә йәшәгәнебеҙҙе онотабыҙ. Матур кейем мәжлестә яҡшы булһа ла, мунсала кәрәге юҡ.

Ауыл магазиндарында спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу менән генә эскене бөтөрөп булмай. Сифатлы араҡы урынына төрлө суррогат, ялған, ағыулы эсемлектәр, көмөшкә һатыуға ғына булышлыҡ иткәнен һәр кем аңлап тора. Бюджетҡа акциздан килгән аҡса кәмей, был аҡсаның кемдең кеҫәһенә инеп ятҡанын да аңлатып тороу урынһыҙ. Ҡайһы бер ҙә башта бер уй ҙа тыуып ҡуя: “Айыҡ ауыл“ хәрәкәтен ошо бутлегерҙар етәкләмәй микән? Тегенән-бынан ишетелеп тә ҡуя – ғүмер буйы көмөшкә һатып көн күргән бәғзе берәү ошо хәрәкәттең алдынғы рәтендә бара, тип. Эксперттар фаразлауынса, бөгөн һатылған алкоголдең тик 35 проценты ғына легаль етештерелә. Ошоноң арҡаһында Рәсәй хөкүмәтенең вице-премьеры Александр Хлопонин әйтеүе буйынса бюджет 30 миллиард һум аҡсанан ҡолаҡ ҡаға. Ҡалғаны – дәүләт иҫәбенән тыш етештерелгән төрлө ағыу. Фанфурик, төрлө суррогат эсеп, ағыуланып үлгәндәр төрлө юл аварияһында һәләк булғандарҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Инвалид булып ҡалғандарының осона ла сығырмын тимә: һәр ауылда типһә тимер өҙөрҙәй егеттәребеҙ, аяҡтан яҙғас, урам эскәмйәһендә меҫкен хәлдә ултыра. Уларҙы тәрбиәләүгә киткән сығымдарҙы кем иҫәпләп ҡараған? Уларҙың ата-әсәһе түккән йәшен кем күргән? Статистика ла “айыҡ ауылдарҙағы“ хәлдең күпкә насарыраҡ икәнен иҫбатлап тора. Ошоға ҡарамаҫтан, һәр хакимиәт етәкселеге был күрһәткестәргә күҙ йомоп ҡарарға мәжбүр була.

“Айыҡ ауыл“ лозунгына ҡаршы тороуы еңелдән түгел. Был сихырсы ҡарсыҡтың осоғона тиң мистика. Уның хикмәте фарисейлыҡҡҡа ҡоролған. Боронғолар юҡҡа “Оҫта алдаҡсы дөрөҫлөккә таяна“ , тип әйтмәгән. Халыҡ өсөн ул эскелеккә ҡаршы йүнәлтелгән сара булып яңғырай, ә ысынында уның маҡсаты булып эскелектең иң алама төрҙәрен таратыу тора. Был “хикмәтте“ күреүе еңелдән түгел. Бының зыянын аңлаған һәм яҡшы белгән власть даирәләре лә бер нәмә лә эшләй алмай. Сөнки быға ҡаршы сыҡҡан хакимиәт етәкселәренең киләсәге ҡараңғы. Быны хатта ошо хәрәкәтте етәкләгән феминисткаларҙың көслө заттан булған үс алыу сараһы тип тә ҡабул итергә булалыр. Сөнки теге йәки был етәксе, - ул башлыса ир кеше- ысынбарлыҡта тегеләрҙең ҡулындағы марионетка ғына булып тора. Манипулятор, рәсми вазифа биләмәһә лә, үҙен унан өҫтөн тота – ул изге эш менән булыша бит! Быға ҡамасауларға ярамай! Теге ҡоҙоҡтоң һыуын эсмәгән батшаны халыҡ аҡылдан шашҡан, тип ҡабул иткән һымаҡ була ла инде. Халҡынан “айырылмаҫ“ өсөн ул ошо һыуҙы “эсергә“ мәжбүр. Ни эшләйһең инде, коллектив аңды еңеүе еңелдән түгел. Әммә халыҡтың күпселеге хаталаныуҙан ғына хата хата булыуынан туҡтамай. Изге маҡсат менән эсене кәметәм тип, халыҡты ҡырыуҙан да ҙур хилафлыҡ юҡ. “Айыҡ ауыл“ урынына айыҡ аҡыл булһын ине. Халыҡтың башын бутауҙы туҡтатайыҡ, йәмәғәт. Манипуляция ҡоло булмайыҡ.

Мәҡәләмде яҙып бөткәс, фекерен белергә тип, Вәсилә инәй Садиҡоваға шылтыраттым. “Эй, улым! Ултырып илағым килә. Бына тигән идеямды сама белмәгән башһыҙ карьеристар сәпсим боҙоп бөттөләр. Һәр нәмә урынында яҡшы бит. Шуны ла аңламаған милләттәштәрем арҡаһында ҡара эттең ғәйебе аҡ эткә төштө. Яман менән юлдаш булма: яҡшы юлдан яҙҙырыр“, тип сәсәниәбеҙ миңә үҙ фатихаһын бирҙе.

Илдар ҒӘБИТОВ










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…