RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр сиргә дауа булыуы дөрөҫмө?

05.02.2016 Һәр сиргә дауа булыуы дөрөҫмө?

йәки “Ай үҫәһен көн үҫә” тигән әкиәти һүҙҙәр вирустарға ҡағыла кеүек.

Бөтә сирҙәрҙе лә өйрәнеп бөттөк, тип әйтергә бик иртә әле. Медицина ныҡ үҫешкән илдәрҙә лә был тәңгәлдә тулы уңыш юҡ. Һәм һәр ауырыуға дарыу ҙа табып өлгөрөп булмай. Ҡайҙан өлгөр­һөндәр, яңы сирҙәр, яңы вирустар асылып ҡына тора бит. Улар тураһындағы мәғлүмәтте йыйһаң, шаҡ ҡатаһың хатта. Кеше Ер шарында ни тиклем күп, ауырыуҙар ҙа шул сама уҡ һымаҡ. Ғалимдар белдереүенсә, вирустар кешелек үҫешә барған һайын киңерәк тарала. Әллә үҙҙәре тырышамы? Күпме ауыр сирҙе еңделәр, ә уларға алмашҡа күпмеләре барлыҡҡа килде? Беҙҙе йыл һайын ҡурҡынысыраҡ вирус хаҡында иҫкәртәләр. Әллә, ҡайһылыр илдең махсус вирус лабораторияһы таратып ята, тигәндәре дөрөҫ инде?

Ҡарурманда инең һин, Зика…

Меңләгән ғүмерҙе өҙгән Эбола вирусы менән яҡшылап танышырға ла өлгөрмәнек, беҙгә йәнә бер вирус һөжүм итеүен әйттеләр. Юҡ, бөгөн Рәсәй буйлап таралған “сусҡа киҙеүе” тураһында түгел һүҙ, ул хаҡта саҡ ҡына һуңғараҡ, әле Америка, Европа Зика вирусы менән көрәшә башланы.
Угандалағы Зика урманы атамаһынан алынған ул. Төпкөлдәге ҡарурмандың бында ни ҡыҫылышы бар, тиерһегеҙ. Шунда тәү башлап асылған да инде. Серәкәйҙәр тарата. 1947 йылдан таныш ул ғалимдарға. 60 йылда, йәғни 2007 йылғаса, уны Африкала һәм Көньяҡ Азияла 15 кеше генә йоҡторған булған. Унан инде Зика Тымыҡ океан аша бөтә яҡҡа таралған. Уға ҡаршы вакцина ла, дарыу ҙа юҡ. Теләһәгеҙ ни эшләгеҙ, тигән кеүек инде был. Етмәһә, хәҙер вирустың енси юл менән дә (бынан ете йыл элек Колорадо штатындағы бер лаборатория биологы Сенегалға барып, серәкәйҙән тешләнеп ҡайтҡандан һуң, ҡатыны ауырып киткәс, асыҡлағандар), ауырлы ҡатындан яралғыға күсеүен дә (былтырғы-быйылғы тикшеренеүҙәр күрһәткән) белделәр.
Зика вирусын тәүҙә, улай уҡ ҡурҡыныс, үлемесле түгел, тигәндәр. Әммә бөгөн ниңә шау-шыу ҡупты һуң? Зика йоҡторһаң, ҡәҙимгесә баш ауырта, температура күтәрелә, тәнгә бер ни тиклем сабыртма сыға ла, бер ниндәй ҙә ҡаты эҙемтәһе булмай, тип яңылышҡандар. Был сирҙең микроцефалияға килтереүе ихтимал. Был һүҙ нимәне аңлатамы? Ул баш мейеһе үҫеүҙән туҡтай тигән һүҙ. Зика биҙгәге таралған төбәктәрҙә бындай диагнозлы балалар байтаҡ ҡына тыуған икән. Йәнә шуныһы – вирус­тың Гийен-Барре синдромына әйләнеп китеүе мөмкин. Быныһы – аутоиммун сир. Мускулдар көсһөҙләнеүе ул. Артабан фалижға күсеүе бар.
Вирус бигерәк тә бала көткән ҡатындар­ға хәүефле. Сальвадорҙа, мәҫәлән, шул арҡала бала тапмай торорға тәҡдим ителгән. Бразилия табиптары ла быны хуплай, АҠШ-та ауырлы ҡатындарға сир хәүефе булған илдәргә сығып йөрөмәҫкә кәңәш биргәндәр.

Ул бысраҡ шыйыҡса, тере күҙәнәктәрҙе ярата

Ә дөйөм алғанда, кеше үҙ ғүмерендә төрлө сирҙе кисереүе мөмкин, хатта бәғзеләре ҡартайғас уларҙың атамаларын да онота. Ҡайһы бер ауырыуҙар сағыштырмаса еңел үтә, ҡайһылары инвалид итә. Ошонан һорау тыуа – ниндәй сир йә вирус иң ҡурҡынысы? Яуап бар, тик варианттар­ҙың бер нисә булыуы ла ихтимал, исемлек берҙәм түгел.
Вирус латинсанан тәржемәләгәндә “ағыу” йәки “бысраҡ шыйыҡса” була. Бер төркөм ғалим иң хәүефле 10 вирусты билдәләгән. СПИД-тың тәүге урынға ҡуйылыуына аптырарға түгел. Ул кешенең иммун системаһын зарарлай, бөтә һаҡлаусы функцияһын юҡҡа сығара. Был вирусты йөрөтөүселәрҙең хатта ғәҙәти тымауҙан да, ҡулын еңелсә йәрәхәтләгәндән дә үлеүе ихтимал. Дарыу юҡ.
Икенсе урында – губчатая энцефалопатия. Кешенең мейеһе зарарлана ла, ике йыл эсендә вафат булыуы бар. Дарыу юҡ.
Өсөнсө урында – ҡотороҡ сире. Вирусты йоҡтороп, биш көндә үлергә була. Вакцина бар. 2005 йылда АҠШ-та сир йоҡторған бер ҡыҙҙы дауалай алғандар.
Дүртенсе – Африка биҙгәге. Уның ҡайһы бер төрөн дауалап булмай.
Бишенселә – (тағун, чума). Үткән быуат башында вакцина уйлап тапҡандар. Тарихтан билдәле булыуынса, вирус XIV быуатта Европа халҡының өстән бер өлөшөн юҡ иткән.
Алтынсы урында – Себер язваһы. Хайуандар ҙа, кешеләр ҙә йоҡтора. Дауаларға мөмкин. Вирусы “йәшәү”гә бик һәләтле, тупраҡта оҙаҡ һаҡлана, хатта ҡайнар һыу ҙа үлтерә алмай.
Етенсе – ваба (холера). Үлем осрағы – 85 процент. Вакцина бар.
Һигеҙенсе – менингококк инфекцияһы. Тын юлдарын зарарлай, мейегә лә үтеп инеүе ихтимал. Үлем осраҡтары бар.
Туғыҙынсы – туляремия. Ҡорһаҡ тифына оҡшаш.
Унынсы – малярия.
Вирустар менән беҙҙе һуңғы ваҡытта йыш ҡурҡыталар. Әле ҡасан ғына, “ҡош киҙеүе” тураһында тәүгә ишетеп, хәүефләнгәйнек, уның артынса “сусҡа киҙеүе” лә бар булды.
“Хәҙер донъяла мутант вирустар күбәй­ҙе, – тип һөйләй пульмонология буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры, Рәсәйҙең баш терапевы Александр Чучалин. – Уларҙың ҡайһы берәүҙәре – беҙгә таныш вирустарҙың тоҡомо, ҡайһылары яңы. H1N1 тигән бер төр ҡасандыр “ҡош киҙеүе” эпидемияһы булараҡ таралғайны, әле уның генетик яҡтан яңыһы, уға оҡшамағаны килеп сыҡты”. Был хәл өс-дүрт йыл элек булған. Башлыса ғәрәп илдәрендә тарала, тик сәйәхәтселәр күплеген иҫәпкә алғанда, күптән беҙгә лә килеп етте инде. Тәү сиратта тымау һымаҡ, унан тын алыу ауырлаша, арҡала ятыу ҡыйынлаша, быуылаһың. Был үпкә зарарланғанын аңлата. Был осраҡта тиҙерәк дауаханаға йүгерергә кәрәк.
Хайуан-йәнлектәрҙә була торған кеше өсөн ҡурҡыныс вирустар ҙа етерлек. Түбәндәгеләрҙән һаҡланыу мотлаҡ: бруцеллёз, токсоплазмоз, ҡырҡылсан тимерәү (стригущий лишай), гельминт, трихинеллёз, анкроцелиоз.

Сирҙе иҫкәртеүгә – профилактика тигән һүҙгә иғтибар итегеҙ!

Иң яҡшы профилактика – шәхси гигиена талаптарын үтәү. Улар яп-ябай: ҡулды мөмкин тиклем йышыраҡ йыуырға, ашарҙан алда һәм урамдан йөрөп ингәс мотлаҡ. Ризыҡтың да яҡшы эшкәртелгәнен, таҙа итеп йыуылғанын ашарға. Иммунитетты нығытырға, стрестан һаҡланырға. Вакцина эшләтергә, осраҡлы бәйләнештәрҙән баш тартырға һәм сәләмәт тормош менән йәшәргә.
Тағы шуныһы: ҡайһы бер сирҙәрҙе бала саҡта үткәрһәң, яҡшыраҡ, имеш. Юҡһа “бала ауырыуҙары”н өлкәндәр ауыр кисереүе ихтимал. Шундай вирустар рәтенә ҡыҙылса, һыу сәсәге, ҡолаҡбау (свинка) инә икән.
Шулай итеп, иң ҡурҡыныс вирус – киҙеү, иң етеҙ таралғаны – Эбола, тип йомғаҡлап ҡуйған бәғзе ғалимдар. Ышанмаҫлыҡ та түгел шул.

Әйткәндәй

Ауырыу һәм вирустарҙы барлай башлаһаң, иҫ китерлек. Мәҫәлән, 1915 – 1926 йылдарҙа “йоҡо сире” арҡаһында бер миллион самаһы кешенең ғүмерен өҙөлгән. Рәсми рәүештә уны летаргик энцефалит тип атағандар. Тамаҡ ауыртып, ҡорошҡаҡ тотоп башланған ул. Эпидемияның башланыу сәбәбен дә, нисек дауаларға кәрәклеген дә асыҡлай алмағандар.
Хәйер, тулыһынса өйрәнеп бөтмәгәнбеҙ, тип үрҙә әйтелгәйне инде. Ысынлап та, сәйер ауырыуҙар күп. Бына тағы бер миҫал. 1962 йылдың 30 ғинуарында Танзанияла бер мәктәптә өс ҡыҙыҡай юҡтан ҡыҙыҡ табып көлә башлаған. Һанаулы ғына минутта көлөү бөтә мәктәпкә таралған, уҡыусыларҙың 60 проценты туҡтай алмай көлгән. Күп тә үтмәй, ҡала кешеләренә лә “йоҡҡан”. Байтаҡ кеше йыл буйына көлгән. Шул хәлендә иҫтән яҙып та ҡолағандар, тәндәренә сабыртма ла сыҡҡан, илағандар ҙа. Көлөү эпидемияһын туҡтатыу өсөн хатта бер нисә мәктәпте ябырға мәжбүр булғандар. Нисек шыпа туҡтата алдылар икән, мәғлүмәт юҡ. Ә бөгөн үҫмерҙәрҙе тағы бер вирус йонсота. Дөрөҫ булһа, шул уҡ Танзаниянан таралған. Бала ашап ултырғанда ҡапыл башы менән алға йығылып китә икән. Бер тикшереүсе әйтеүенсә, ят йә һирәк “эләккән” ризыҡ (мәҫәлән, шоколад) ашағанда йығылалар. Өс меңләп бала ауырый. Әлегә сәбәбен дә, дауаһын да тапмағандар.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Һандар һәм факттар

* Вирустарҙың гены ла бар. Улар ишәйә, һәр уңайлы ерҙә урын алыр өсөн бер-береһе менән көрәшә лә.
* Биологик вирустарҙан тыш, компьютер вирус­тары ла бар. Тәүгеһе 1981 йылда асылған.
* Эре вирустарҙы мамавирус тиҙәр. Уларҙың хатта “юлдаш”тары ла бар.
* “Ҡош киҙеүе”н барлыҡҡа килтереүсе вирус бик йыш төрөн үҙгәртә. Шуның менән дә ул бик ҡурҡыныс. Әлеге сиргә ҡарата вакцина булһа ла, теләһә ҡайһы ваҡытта барлыҡҡа килгән яңы штамына кеше тиҙ бирешә.
* Бразилияла былтыр Зика вирусын миллион ярым кеше йоҡтороп ауырыған. Был теркәлгәндәре генә, сөнки күптәр табиптарға бармай.
* 1962 йылда АҠШ туҡыма заводында эшсе ҡатын сирләп киткән. Ҡапыл ғына тәненә сабыртма сыҡҡан, йыш ҡалтыранған. Үҙе июнь ҡуңыҙынан (хрущ июньский) тешләнеүен әйткән. Бер нисә көн эсендә шундай уҡ ауырыу билдәләре тиҫтәләрсә кешелә күҙәтелгән, күптәрен дауаханаға һалғандар. Теге ҡуңыҙҙы эҙләй башлағандар, әйткәндәй, ауырыусыларҙың байтағы унан тешләнмәгән дә. Бөтә завод биләмәһендә бары тик ике генә ҡуңыҙ табылған, шулай уҡ бер ниндәй ҙә химик матдә булмаған. Һуңғараҡ асыҡлағандар: был күмәк стресс истерияһы булған икән. Йәғни берәүҙең сиренән артыҡ хәүефләнеүҙән килеп тыуған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…