RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Йәшлек"тән - йондоҙнамә

24.12.2015 "Йәшлек"тән - йондоҙнамә

"Йәшлек"тән - йондоҙнамәһыуғояр (21.01 – 19.02)

Яңы йылды яңы өмөттәр менән ҡаршыларһығыҙ. Йондоҙҙар артабан да һеҙгә булышлыҡ итер. Ни тиклем әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, үҙ иңегеҙгә яуаплылыҡ алһағыҙ, уңыштар ҙа шул тиклем булыр. Күптәр 2016 йылда өйләнер һәм кейәүгә сығыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Үтеп барған йыл һеҙҙең өсөн һәйбәт кенә тамамланып килә. 2016 йыл тағы ла уңышлыраҡ көтөлә. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, йыбанмаһағыҙ, ҙур ғына эштәр башҡара алырһығыҙ. Элекке бәйләнештәр һәр саҡ ярҙам итер. Өйҙәгеләр ҙә терәк булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Йылды яҡшы кәйеф менән оҙатырһығыҙ. Ғөмүмән, ки­ләһе йыл һеҙ­ҙең өсөн емешле буласаҡ. Элек башҡарған эштәрегеҙҙең сауабын күрерһегеҙ. Күптәр яңы йорт һалыр, яңы фатирға күсер.

Буға (21.04 – 21.05)

Киләһе йыл башынан уҡ тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр башланыр. Уларҙың күбеһе һеҙ­ҙең өсөн уңайлы көтөлә, борсолоуҙар, тулҡынланыу­ҙар ҙа етерлек булыр һымаҡ. Ты­рыш­лыҡ күрһәтһәгеҙ, вазифа баҫҡысы буйынса үрләрһегеҙ. Буйҙаҡтар үҙе­нә иш табыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ял итеп ҡалырға тырышығыҙ. Артабан һеҙҙе көсөргәнешле йыл көтә. Ҙур эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Үҙегеҙҙе йәлләмәһәгеҙ, ҙур уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Ки­ләһе йылда яҙмыш һеҙгә төрлө юл тәҡдим итер. Шуларҙың береһен генә һайларға тура килер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Өмөтлө осор. Тыныс күңел менән байрамға әҙерләнә башларһығыҙ. Шишәмбе менән шаршамбы бар йә­һәт­тән дә уңышлы булыр. Мөмкин тиклем Яңы йылға тиклем бурыстарығыҙҙы ҡайтарырға тырышығыҙ. Ышанығыҙ, киләһе йылда мөм­кинлектәрегеҙ ҡырҡа киңәйер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Уңышлы осор дауам итәсәк. Быйыл эшләп бөтөрә ал­мағанды киләһе йылда мотлаҡ аҙағына тиклем еткерер­һегеҙ. Йылдың икенсе яр­тыһы бигерәк тә уңышлы буласаҡ. Һеҙҙең тирәлә үҙгәрештәр башланыу менән әүҙемлекте арттырығыҙ. Бер ҙә уйламаған ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тик түҙемлек күрһәтегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Маймыл йылы һәйбәт килер. Күптән борсоп торған һо­рау­ҙарға асыҡ яуап алыр­һығыҙ, улар һеҙгә ярҙам да итер һымаҡ. Яҡын кешеләрегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ тотороҡланыр. Матди килемегеҙ мотлаҡ артыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна яңы осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға килтерер. Ғөмүмән, етеп килгән йыл аралашыуға, танышыуҙарға бай булмаҡсы. Тик йыл башында алға китеү бер аҙ тотҡарланып торор кеүек. Бының сәбәбе – эшләп бөтөрөлмәгән эштәрегеҙ һәм ҡайтарылмаған бурыстарығыҙ. Артабан хәлегеҙ яйланыр.

Саян (24.10 – 22.11)

Һеҙҙең өсөн көсөргәнешле һәм мәшәҡәтле йыл. Табанығыҙға баҫырға, эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер. Дошмандарығыҙҙы уҙыр өсөн һәр саҡ ян-яғығыҙға ҡаранып йөрөргә тура килер. Фекерҙәштәр эҙләгеҙ, улар менән йәшәүе еңелерәк булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Байрам көндәрендә һеҙҙе күп кенә ҡыуаныслы ваҡиға көтөр. Яңы йыл һәйбәт кенә башланыр. Йыш ҡына яңы һөнәр менән булышырға тура килер, бәлки. Ғөмүмән, сығымдарығыҙ артыр, ләкин килемегеҙ ҙә күбәйер. Иң борсоп торған мәсьәлә 2016 йылдың йәйендә хәл ителер.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна башы мәшәҡәтле килер. Ваҡ-төйәк эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Хәйер, уларҙы икенсе йылға күсермәүегеҙ яҡшы. Хәҙер инде байрамды ҡаршы алырға бер нәмә лә ҡамасауламай һымаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…