23.10.2015 Буҙа эсмәгән кешенең ғүмере сырхап уҙа!
Учалы ағинәйҙәре Миндәктә “Буҙа байрамы” ойоштороп, милли эсемлеккә шәп реклама яһаны.
– Бигерәк ҡупшы булған һаҡалың!
– Ә һинең күлдәгең сыньяһау ҙаһа!
– Ҡайҙа, яулығыңды арттан рәтләп ебәрәйем!
– Ҡыҙҙар, аяҡ кейемен барып еткәс алмаштырабыҙмы?
Беҙ, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, автобуста Миндәк ҡасабаһына «Буҙа байрамы»на китеп барабыҙ. Салонда мәж килгән гүзәл ханымдарҙы күҙ йомоп тыңлаһаң, яныңда хас та елбәҙәк йәш ҡыҙҙар сырҡылдашҡан кеүек: селтерәтеп көлөп ебәрәләр, иркә тауыш менән бер-береһенә өндәшәләр, шаяра-көлә кейенеп-яһаналар... Әйтерһең дә, юлдаштарым «Буҙа байрамы»на йүнәлгәндә тиҫтәләрсә йылды иңдәренән алып бәргән дә, еңелләтә генә юлға сыҡҡан. Бар донъя мәшәҡәте онотолған, маңлайҙарҙағы һырҙар яҙылған, күңелдә ашҡыныу, ярһыу, көтөү! Саптар аттар ҙа сабышҡа сыҡҡан саҡта тап шулай ярһыйҙыр ул. Эргәмдәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бит табын артында ашап-эсергә түгел, сәхнәлә үҙ-ара ярышырға, һынау тоторға әҙерләнә. Нисек ашҡынмаһын да күңелдәре, ярһымаһын йөрәктәре?! Шундай күтәренке кәйефтә Миндәккә барып еттек. Ә инде бер нисә минуттан мәҙәниәт йорто башҡорт милли кейемдәре кейгән, йөҙҙәренән нур бөркөлгән ағинәйҙәрҙең шат тауыштарынан гөрләп тора ине. «Миндәк миләштәре» менән Килмәк ағинәйҙәре йырҙар йырлап, таҡмаҡ әйтеп, ҡунаҡтарҙы гармун, ҡумыҙ, мандолинаға бейетеп, шар асыҡ күңел менән ҡаршыланы һәм эште оҙонға һуҙмай, һәр кем өҫтәлдәргә үҙ тәғәмдәрен теҙә лә башланы. Төп ризыҡ, әлбиттә, буҙа ине! Шифалы, тәмле эсемлекте баһалама ағзалары ғына түгел, тамашасылар ҙа өҫтәлдән-өҫтәлгә йөрөп тәмләп ҡараны. Һәр буҙаны тел шартлата-шартлата маҡтанылар, уны әҙерләгән оҫтаны ҡупайттылар, ҡойоу ысулдарын белештеләр. Ләкин «Буҙа байрамы» бының менән генә бөтмәне, бәйге сәхнәгә күсте. Ярышта ҡатнашырға теләүселәр бихисап булһа ла, тик биш команда ғына – Килмәк, Ҡоҙаш, Ыҫтамғол, Миндәк һәм Аҡҡужа уңғандары был «лотерея»ны отто. Районыбыҙҙа ағинәйҙәрҙең ойошоуына күп тә түгел, әммә үҙҙәренең барлығын халыҡҡа белдереп, улар байтаҡ матур эш башҡарып өлгөрҙө. Әйтәйек, «Йәшлек» гәзитенә күмәкләп яҙылған Аҡҡужа (Юлдаш) ағинәйҙәре Еңеү көнө айҡанлы йәрминкә үткәргән, кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәткән, ауыл зыяратының рәшәткәһен буяған, концерттар ойошторған, төрлө йолаларҙы башҡарып өлгөргән. Үҙҙәре килеп тороп әүҙемдәр, берҙәмдәр – һәр саҡ иңде-иңгә терәп эшләп өйрәнгәндәр. Мәҫәлән, «Буҙа байрамы» конкурсының шарты буйынса команда дүрт кенә кешенән торорға тейеш ине, ә улар күмәк килеп, сараны үтә лә йәмләп ебәрҙе.
– Бер кемдең дә байрамдан ситтә ҡалғыһы килмәне, – тип йылмайып аңлатты беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, ағинәйҙәр клубы етәксеһе Әлфиә Абдуллина. – Барыһы ла, барабыҙ, тип һикереп төштө. Күҙҙәре янып, ҡанатланып киткән кешенең ниәтенә нисек, бармайһың, тип өҙә һуғаһың?
Башҡа ауылдарыбыҙҙа ла ағинәйҙәр хәрәкәтен иң әүҙемдәр, рухлылар, тырыштар тәшкил итә. Йәмғиәт тормошонда ҡайнап, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып йәшәргә теләк белдереп, Миндәктә лә ҡатын-ҡыҙҙар ағинәйҙәр клубына берләшкән.
– Нишләп беҙҙә, Миндәктә, ағинәйҙәр клубы юҡ ул, тип бер көн Гөлнур Бикмөхәмәтова шылтырата, – тип Учалы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева элекке шахтерҙар ҡасабаһында хәрәкәттең нисек барлыҡҡа килеүен һөйләне, – Гөлнур Камил ҡыҙы, беҙҙә ағинәйҙәр бар, тигәс, әйҙәгеҙ, ойошторайыҡ, тинем. Шулай итеп, «Миндәк миләштәре»нә нигеҙ һалынды. Улар шунда уҡ «Ҡарға бутҡаһы» үткәрҙе. «Буҙа байрамы»н да йәй көнө үк уҙғарырға һөйләшкәйнек тә, эш-мәшәҡәттәр менән көҙ етте, һуңлап киттек...
Һуң булһа ла, уң булды был сара. Ижади бәйгенең һәр өлөшөндә биш команда тарафынан милли эсемлеккә дан йырланды: буҙаға арнап таҡмаҡ та сығарҙы ағинәйҙәр, бейеү ҙә һалдылар, хатта (замана шауҡымы!) уға реклама ла күрһәттеләр. Бынан тыш, отҡорлоҡҡа ла һынау тоттолар: билдәле мәҡәл-әйтемдәрҙе буҙа менән бәйләп «яңырттылар». Командалар әҙерләнгәндә тамашасы буш сәхнәгә текәлеп, көтөп зарыҡманы, сөнки өҙөклөктәрҙе сараны алып барыусылар бик оҫта ялғаны – буҙа тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙылар. Иммунитетты нығытҡан, эске органдарҙы таҙартҡан, тәнде еңеләйткән диетик эсемлекте донъяның күп илендә эшләйҙәр, яратып эсәләр икән, мәҫәлән, мордва халҡы өсөн ул милли ризыҡ иҫәпләнә. Болгарияның Радомир ҡалаһында хатта буҙа ҡойоусыға һәйкәл дә бар! Тарихи мәғлүмәттәрҙән тыш, сараны шулай уҡ Ләйсән Ғибәҙуллина, Аида Йомабаева, Ирек Ноғомановтың йырҙары ла сағыуландырҙы, байытты.
Башҡортостан Республикаһы көнө һәм райондың юбилейы уңайынан ойошторолоп, ноябрҙә уҙасаҡ IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған байрам һуңында ағинәйҙәр «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, фекер алышты, эш тәьҫораттары менән бүлеште.
Кәрәк саҡта яуға ла сапҡан, ҡаҙан да аҫҡан, рухи ҡиммәттәр һағында ла торған шундай һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың булыуына һөйөнөп бөтөрлөк түгел, тип саранан ҡәнәғәт таралышты тамашасылар. Нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман йәш килеш ҡалған ағинәйҙәр үҙҙәре лә дәртләнешеп ҡайтты: «Булдырабыҙ бит, ә!» Булдырмай ни, оло көс бит улар!
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.