RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Прививка яһатыу кәрәкме, юҡмы?

25.04.2015 Прививка яһатыу кәрәкме, юҡмы?

20 апрелдән 27 апрелгә тиклем Башҡор­тостанда иммуналаштырыуҙың Европа аҙналығы уҙа. Беҙҙең илдә генә түгел, Көнбайыш Европала, Латин Америкаһында, Африкала йоғошло сирҙәрҙең артыуына, уларҙың яңы төрҙәре сығыуына бәйле, халыҡты инфекцияларҙан иҫкәртеү, прививкалар эшләтеүгә иғтибарын йүнәлтеү сараның төп маҡсаты булып тора.
«Һеҙ вакциналар яһатыуға нисек ҡарай­һығыҙ?» – был һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Рафаэль ЯППАРОВ, СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса Республика үҙәгенең баш табибы:
– Прививкаларҙың милли календарына ярашлы, йыл һайын Башҡортостанда 1,8 млн кешегә прививка яһала. Шуға күрә лә былтыр беҙҙә дифтерия, столбняк, полиомиелит, ҡыҙамыҡ менән сирләү осрағы теркәлмәне. Ҡайһы бер сирҙәр буйынса эпидемик хәл киҫкенләшкән: коклюш 1,7 мәртәбәгә артҡан, быйыл ике кеше ҡыҙылса менән сирләгән. Дифтерияға ҡаршы прививка эшләтмәүселәр һаны 3200-гә, коклюшҡа – 1815, ҡыҙылсаға 1838 кешегә еткән. Сикләүҙәр булмаһа ла, күптәр прививка яһатырға тырышмай. Ә сиргә ҡаршы тик вакцина яһатыу менән генә көрәшеп була. Бөгөн папиллома инфекцияһына ҡаршы вакцина яһала. 2010 йылдан алып 12 йәштән 16 йәшкә тиклем 3,5 мең ҡыҙға яһалған. Быйыл ике мең доза вакцина алынды.

Нәсимә ВӘЛИУЛЛИНА, өс бала әсәһе:
– Балаларым прививкаларҙы ауыр кисерә. АКДС-тан һуң улымдың өс көн температураһы төшмәне, аяғы аҡһап йөрөнө. Ҡыҙым етлекмәй тыуҙы, бер йәш тулғас ҡына прививкаларҙы яһата башланыҡ. Йыш сирләгәс, уларын да ваҡытында эшләтеп булмай. Яңыраҡ иммунограмма үткәйне, иммунитеты көсһөҙ булыуын белдек. Иммунолог Республика балалар клиник дауаханаһында комиссия үтеп кенә прививка эшләтергә ҡушҡайны. Унда табиптар хатта гемоглобин түбән булһа ла, укол ҡаҙамай. Сит ил прививкаларын эшләгәс, еңел кисерә бала. Мин вакциналарға ҡаршы түгелмен. Хәҙер ниндәй генә йоғошло сирҙәр юҡ. Прививка ваҡыты етте, тип түгел, ә уларҙы баланың сәләмәтлеге торошона ҡарап яһатһын ине ата-әсәләр.

Мөршиҙә ҒАЙСАРОВА, өс бала әсәһе, Өфө ҡалаһы:
– Прививкаларға бөтөнләй ҡаршымын. Һыналмаған, етештереү ваҡыты үткәндәрен эшләп, күпме бала инвалид булып ҡала. Улар хаҡында бит беҙгә табиптар әйтмәй. Ата-әсәләр­ҙең вайымһыҙлығына аптырайым. Ҡайһы берҙә педиатрға сиратта торорға йыбанып, таныш медсестра менән һөйләшеп, баланы табипҡа ентекләп күрһәтмәй генә прививка яһаталар. Бәлки, баланың тамағы шешә башлағандыр? Прививканың эҙемтәләренән дә ҡурҡмайҙар.
Прививкаһы булмаған баланы балалар баҡсаһына, мәктәпкә алмау дөрөҫ түгел. Балам сир йоҡтора икән, бында тик мин генә ғәйепле бит.

Айтуған НӘЖМЕТДИНОВ, Салауат районы:
– Вакциналар юҡҡа уйлап табылмаған. Улар булмаһа, халыҡ күптән йоғошло сирҙәрҙән ҡырылып бөтөр ине. Бер йылы Себерҙә сираттағы вахта эшендә беҙҙең эштә алты кеше гепатит менән сирләне. Минең ҡатын фельдшер булғас: «Ситкә йөрөп эшләйһең, мотлаҡ гепатиттан прививка кәрәк», – тип эшләгәйне, шуға ғына был ҡурҡыныс сир йоҡмай ҡалғандыр.

Нәргизә МИНЛЕШЕВА, БДАУ студенты:
– Прививкаға ҡаршы түгелмен, шулай ҙа килешеп етмәйем. Сөнки 8-се класта уҡығанда ныҡ итеп һыуыҡ тейҙереп, юғары температура менән ауырыған саҡта, бөтә мәктәп уҡыусыларына район­дан участка педиатры менән медсестра килеп, манту эшләнеләр. Ауырыған саҡта ҡаҙарға ярамай, тип ҡаршы төштөм. Улар, һин тәүҙә уҡып сыҡ, шунан аҡыл өйрәтерһең, тип әрләп, миңә лә яһанылар. Аҙаҡтан пневмония булып, өҙлөгөп, бер айҙан ашыу дауаханала ятып сығырға тура килде.

З. Йәһүҙина яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…