«Йәшлек» гәзите » Спорт » Үҙенсәлекле ярыш



17.05.2014 Үҙенсәлекле ярыш

Бурлы ауыл биләмәһендә йәшәүсе спорт һөйөүселәр өсөн волейбол буйынса “Яугилде кубогы”на ярыш ойоштороу матур йолаға әүеререлде. Етенсе тапҡыр ойошторолған ярышта Бурлынан Зәйнуллиндар, Яугилденән Абдуллин-Солтанморатов­тарҙың берләштерелгән ғаилә командалары, Бурлы, Ҡорман­тау, Яугилде, Ерек һәм ҡунаҡ сифатында Үзбәк, Красноусол ауылдары командалары ҡатнашты.

Спорт байрамы Яугилде мәктәбендә тантаналы шарттарҙа башланып китте. Ярышты төп ойоштороу­сы, Яугилде ауылы патриоты, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов спортсыларға изге теләктәрен еткерҙе, ярыштың ойошторолоу маҡсатын аңлатып үтте.

Тәүге турҙа Ҡормантау егеттәре менән Абдуллин-Солтанморатов­тар командалары осрашты. Көсөргәнешле уйында ҡормантау­ҙар көслөрәк булып сыҡты. Бурлы командаһы ла ике уйында ла яугилделәрҙе еңеүгә өлгәште. Бурлы мәктәбендәге төркөмдә уйнаусылар араһында Зәйнуллиндар менән Красноусол командаһы араһындағы алыш өс уйынғаса (ярыш ҡыҫҡартылған вариантта ике еңеүгә тиклем алып барылды) дауам итте һәм Зәйнуллиндарҙың еңеүе менән тамамланды. Үзбәк егеттәре Ерек командаһынан күпкә көслөрәк икәнлеген иҫбат итте. Ерек ауылының Үзбәктән күпкә бәләкәй булыуы, унан килеп ауылда спорт залы булмауы ла үҙен һиҙҙерәлер. Ни тиһәң дә, йыш ҡына күнекмәләргә йөрөүселәр менән йылына бер туп һуғыусылар араһында айырма ҙур шул. Ҡайһылай ғына булмаһын, спортта еңеүсе лә, еңелеүсе лә була. Тик был егеттәрҙе бер теләк – спортҡа булған һөйөү һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығыу берләштерә. Шуға ла Ерек егеттәренең еңелеүенән ҙур трагедия яһау ярамайҙыр. Киләсәктә Яугилделәге спорт залына булһа ла күнекмәләргә йөрөһәләр, улар ҙа еңеү тәмен татыр, тип өмөтләнәйек.

Шулай итеп, тәүге төркөмдәге командалар араһында – Зәйнул­линдар һәм Красноусол, икенсе төркөмдән – Бурлы һәм Ҡорман­тау, ғаилә командалары араһында Абдуллин-Солтанморатовтарҙың командалары финалға сыҡты. Төп бүләк – “Яугилде кубогы” өсөн көрәштә, барлығы 8 мәрәй яулап, Зәйнуллиндар командаһы еңеп сыҡты. Ете мәрәй яулаған Красноусол командаһы – икенсе, Бурлы командаһы (4 мәрәй) өсөнсө урынды биләне. Үзбәк командаһы уларҙан бер генә мәрәйгә ҡалышты. Ғаилә командалары араһында айырым кубок уйнатылды. Абдул­лин-Солтанморатовтар командаһы хаҡлы рәүештә икенсе кубокты яуланы. Икенсе ғаилә командаһы – Зәйнуллиндар өсөн дә “ауырыусылар” етерлек ине. Ана, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Рәмил Кәшфулла улы Зәйнуллин улдары, кейәүҙәренең нисек уйнауын күрергә тип килгән. Уның ҡыҙҙары, күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәре лә, олаталары эргәһенән урын алып, көнө буйы тиерлек ярыш барышын күҙәтте, үҙҙәренекеләр уйнағанда “һеү-һеүләп”, уларҙы дәртләндереп торҙо. Ошондай дәртләндереүселәр булғанға күрә лә Зәйнуллиндар командаһы еңгәндер ҙә.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға