31.03.2014 Әле тынысланырға урын юҡ
– Афарин тәрбиәләнеүселәремә. Осрашыу аҙағында ике тапҡыр өҫтөнлөк итеп, еңеүҙе юғалта яҙһалар ҙа, көс табып, барыбер маҡсатҡа ирештеләр. Ғорурланмаҫлыҡ түгел шул, – тине дүртенсе уйындан һуң «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Владимир Юрзинов.
Эйе шул. Нишләптер өфөләр дәғүәсеһенән өҫтөнлөк итһә, һәр ваҡыт, иҫәпте һаҡлап ҡалыу ниәтенәнме, үҙ яғында бикләнә лә ҡуя. Был беренсе күренеш түгел. Ҡапҡасыбыҙ Василевский ҙа үтә алмаҫлыҡ стена түгел. Ул да йән эйәһе, гел генә хатаһыҙ ҙа уйнап булмай. Былай ҙа күп осраҡта команданы ҡотҡара. Ә былай «Салауат Юлаев»тың айырым билдәләрлек уйынсыһы булмаһа ла, команда рухы күҙгә салына. Ана шул команда уйыны менән дә инде улар көсөргәнешле бәйгелә «Торпедо»ны еңде. Хәҙер бына «Барыҫ»ҡа ла ныҡлап йәбешмәксе. Өфөлә ике кәрәкле еңеүҙе яулағас, Конференцияның финалына ла күп ҡалманы. Әлбиттә, тынысланырға ярамай, сөнки ошондай өҫтөнлөктән дә йырып сығыусылар булды. Алыҫҡа йөрөмәй генә шул уҡ «Барыҫ»ты алайыҡ. Уҙған миҙгелдә улар плей-оффта «Трактор» командаһын дөйөм 3:1 иҫәбенә еңә килеп, ҡалған өс осрашыуҙа еңелә һәм төп бәйгенән төшөп ҡала. Улар быны яҡшы аңлай һәм әле алда көрәш булыр, моғайын.
Ә инде Көнсығыш конференцияһының беренсе финалсыһы әле үк билдәле. Ул – «Металлург» һәм уның алмаштырғыһыҙ «пятерка»һы. Әлегә Мозякин – Коварж – Зарипов бөтә йөктө үҙендә һөйрәп, командаһын финалға алып барып еткерҙе. Өҫтәп, ҡапҡа һаҡсыһы Кошечкин да үҙ өлөшөн индерҙе. Быға тиклем «Адмирал» хоккейсыларын дүрт тапҡыр еңгәс, хәҙер килеп «Аҡ барс»тың башына еткән «Себер» командаһы менән дә эште оҙаҡҡа һуҙманылар.
Новосибирск уйынсыларын билдәләмәй булмай. Улар һәр осрашыуҙа ла дәғүәсеһенә бер генә шайбаға отолдо. Ике уйында – өҫтәмә ваҡытта. Шуға ҡарамаҫтан, «Себер» үҙ тарихында тәүге тапҡыр плей-оффтың беренсе раундын үтеп, былай ҙа үҙ тарихының бер сағыу битен асты. Көнбайышта быға тиклем тигеҙлек булды. Ярославлдең эшһөйәр, ныҡышмал «Локомотив» командаһы бишенсе уйында Санкт-Петербургта урындағы СКА уйынсыларын 3:2 иҫәбенә еңеп, йәнә алға сыҡты. Шулай уҡ Чехияның «Лев» хоккейсылары ла «Донбасс»ты 3:1 иҫәбенә отоп, финалға сығыр өсөн бер аҙым яһаны.
Күп йылдар «Салауат Юлаев» өсөн ауырып, уға тоғро булған көйәрмәндәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Гөлдәр ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, 42 йәш, Баймаҡ районының Сосновка ауылы:
– Ауыр буласаҡ, әммә юлаевсылар «Барыҫ»ты алтынсы уйында үтәсәк. Ә инде алдан күҙаллаһаҡ, беҙҙекеләр Конференцияның финалына сыға күрһә, «Металлург» командаһы менән уйын бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Сөнки уларҙың бер Мозякин «пятерка»һы һөҙөмтәне хәл итһә, беҙҙекеләрҙең команда уйыны әле һаман күптәргә сиселмәгән йомаҡ һымаҡ күренә. Шуға ла бында ике яҡтың да мөмкинлеге тигеҙ тип һанайым. Ә инде ысынында «Салауат Юлаев»ты Гагарин кубогының төп дәғүәсеһе тип күрәм.
Әлфир СӨЛӘЙМӘНОВ, 55 йәш, Өфө ҡалаһы:
– О-о-о… «Салауат Юлаев» «Барыҫ»тың тиреһен «һуясаҡ»… Мин бит алдан уҡ хеҙмәттәш иптәштәрем менән бәхәсләшеп, еңеүҙе беҙҙекеләргә бирҙем. Һүҙем ысынға сығып бара шикелле, бына. Мозякин менән ҡуша «Металлург»ты ла еңеренә шигем юҡ. Нишләптер шундай ышаныс ҡалдыралар.
Илфат ШӘһИСОЛТАНОВ, 40 йәш, Белорет районының Инйәр ҡасабаһы:
– Әлләсе, сығырҙар ул, моғайын. Былай юлаевсыларҙың уйыны оҡшай. Уларҙан ниндәйҙер ынтылыш көтөргә мөмкин. Команда уйынын күрһәтә бит. Ә инде финалға сыҡһа, Магнитогорскиҙы еңәсәк. «Металлург» былай ҙа башынан аша һикерҙе. Даими беренселек һәм әлеге һөҙөмтә буйынса улар чемпионаттың бронза миҙалына лайыҡ булды. Күптән бындай уңышҡа ирешкәндәре юҡ ине.