21.03.2014 «Барыҫ» Гагарин кубогына табан бер аҙым яһаны
йәки Ҡаҙағстан хоккейсылары, ниһайәт, плей-оффтың беренсе баҫҡысын үтеп, киләһендә «Салауат Юлаев» менән көрәшәсәк
Нервыларҙы ҡаҡшата-ҡаҡшата тырыша торғас, «Салауат Юлаев» командаһы етенсе хәл иткес осрашыуҙа Түбәнге Новгородтың «Торпедо» уйынсыларын көскә «һындырып», үҙ Конференцияһының ярымфиналына сыҡты.
Хәҙер Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре плей-оффтың икенсе стадияһында күптән үҙ дәғүәсеһен көтөп ятҡан Ҡаҙағстандың «Барыҫ» хоккейсылары менән алышасаҡ. «Барыҫ» тигәндән, улар «Автомобилист» клубын дүрт уйында еңеп, ошо уңышҡа өлгәште. Тағы килеп, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы командаһы КХЛ беренселегендә 2008 йылда дебют яһай. Тәүге миҙгелдә үк «Барыҫ» хоккейсылары һигеҙ көслө команда исемлегенә инеп, плей-оффтың 1/8 финалында буласаҡ чемпион – «Аҡ барс» уйынсыларынан еңелә. Ғөмүмән, улар өс миҙгел рәттән плей-оффтың тәүге стадияһында Ҡазан клубына тура килеп, һәр ваҡыт абынды. 2011/2012 йылда «Барыҫ» Магнитогорскиҙың «Металлург»ы менән хәл иткес бәйгелә осраша. Унда ла дөйөм 3:4 иҫәбенә отолоп, йәнә төп бәйгенән төшөп ҡала. Уҙған миҙгелдә плей-оффты ышаныслы башлай. Тәүге ике уйында «Трактор»ҙы ике тапҡыр еңгәс, ҡалғанына хәле етмәй, Көнсығыш конференцияһының буласаҡ еңеүсеһенә 3:4 иҫәбенә еңелеп, плей-оффтың тәүге стадияһын үтә алмай. Һәм бына көтөлгән уңыш. Улар ярымфиналда өфөләргә ҡаршы сығасаҡ.
Даими беренселектә улар үҙ-ара һигеҙ тапҡыр осрашыу үткәреп, икеһенә дүртәр еңеү яулаған. Хәҙер бына плей-оффта кемдең кемлеген асыҡлаясаҡ. Шулай итеп, бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Астанала урындағы «Барыҫ» менән тәүге уйынын үткәрә.
Башҡа ярымфиналсыларҙан «Локомотив» маҡтауға лайыҡ. Улар көсөргәнешле уйында һуңғы ике миҙгел рәттән Гагарин кубогын яулаған һәм билдәле баш тренер Олег Знароктың «Динамо»һын 1/8 финалда еңеп, төп уйындан төшөрөп ҡалдырҙы. Хәҙер бына тағы һынау. Уныһы ла кем тиһәгеҙ, КХЛ-дың төп клубы – СКА хоккейсылары. Әлбиттә, Ярославль командаһына икеләтә ауыр буласаҡ. Шулай уҡ Ҡазандың «Аҡ барс»ы ла Новосибирскиҙың «Себер»енән еңелде. «Себер» өсөн дә был ҙур уңыш. Улар плей-оффҡа быға тиклем ике тапҡыр эләгеп, тәүге стадияһын да үтә алманы. Дүртенсе парҙа беҙгә әллә ни билдәле булмаған «Лев» менән «Донбасс» уйынсылары сәкәләшәсәк.
Плей-оффтың 1/8 финал һөҙөмтәләре
Көнсығыш конференцияһы:
«Металлург» (Магнитогорск) – «Адмирал» (Владивосток) –
4:1 (3:1, 5:3, 3:4 (от), 3:2 (от), 4:3 ()от).
«Барыҫ» (Астана) – «Автомобилист» (Екатеринбург) –
4:0 (3:2 (от), 5:4 (от), 2:1, 2:1).
«Аҡ барс» (Ҡазан) – «Себер» (Новосибирск) –
2:4 (1:3, 3:2 (от), 1:7, 6:3, 0:1, 2:3 (от)).
«Салауат Юлаев» (Өфө) – «Торпедо» (Түбәнге Новгород) –
4:3 (1:3, 0:1, 2:1 (от), 4:2, 2:6, 2:1).
Көнбайыш конференцияһы:
«Динамо» (Мәскәү) – «Локомотив» (Ярославль) –
3:4 (3:2, 2:1 (от), 1:2, 2:3 (от), 1:0 (от), 0:6, 1:5).
СКА (Санкт-Петербург) – ЦСКА (Мәскәү) –
4:0 (1:0, 5:1, 2:1 (от), 5:4 (от)).
«Лев» (Прага) – «Медвешчак» (Загреб) –
4:0 (4:3, 5:2, 5:2, 4:3).
«Донбасс» (Донецк) – «Динамо» (Рига) –
4:3 (5:2, 3:1, 3:7, 4:1, 1:2, 1:2, 3:1).
Андрей Василевский яҡшылар исемлегендә
Хоккей буйынса плей-оффтың тәүге раундының дүрт яҡшы уйынсыһы билдәләнде.
«Локомотив»тың ҡапҡасыһы Кертис Сэнфорд, «Себер» клубының һаҡсыһы Александр Кутузов, «Донбасс» командаһының һөжүмсеһе Тему Лайне һәм «Салауат Юлаев»тың ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский плей-оффтың иң һәйбәт яңы хоккейсыһы булып танылды.