«Йәшлек» гәзите » Спорт » Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»



14.03.2014 Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»

Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»   Заман башҡа – заң башҡа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Бына беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбе лә Сочиҙағы ХХII Ҡышҡы Олимпиада уйындарын күҙәтеп кенә барманы, ә үҙебеҙҙә лә ошондай бәләкәй генә спорт байрамы ойошторҙо. Шулай итеп, февралдә мәктәбебеҙ тулыһынса хәрби-спорт мәктәбенә әүерелде.

Уҡыусылар, ике ротаға бүленеп, тәүге көндө волейбол, пионербол, теннис уйнап ярышты. Эстафета менән гер күтәреүҙә ике рота егеттәре лә һынатманы. Ә икенсе көндө саңғыла уҙыш һәм биатлон ярыштары булды. Биатлонда спортсылар тейешле араны үткәс, билдәләнгән һауытҡа ҡырҙан туп ырғытты. Сәпкә тейҙермәгән осраҡта штраф-түңәрәк – 100 метр. Шулай итеп, саңғыла уҙышта – 2-се рота, ә биатлонда 1-се рота спортсылары ал бирмәне.
Иң иҫтәлекле, күңелле ярыштар­ҙың береһе кёрлинг булғандыр, моғайын. Уртала – көҙгөләй ялтырап ятҡан боҙ, бер нисә метр аралыҡта алты диск теҙелгән. Ә уйын шарттары ошолай: уйынсы бер дискыны алып барып, тейешле һыҙыҡҡа еткәс, этеп ебәрә, әгәр ағас шар түңәрәк эсенә инһә, йә түңәрәктең уртаһында туҡтаһа, мәрәй ала тигән һүҙ. Был ярыш төрө һәр кемдән теүәллек, таһыллыҡ талап итә. Әммә беҙҙең уҡыу­сылар һынатманы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында был уйындың үҙ оҫталары ла табылды.
Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»   “Ҡыпсаҡ – Арена” асылғандан бирле боҙҙа шыуыу һәр кемдең яратҡан шөғөлөнә әйләнде. Оҫталыҡтарын һынар өсөн тик ҡыҙҙар араһында ғына фигуралы шыуыу ярышы үтте. Һәр ротанан, һәр синыф ҡыҙы алдан бирелгән күрһәтмәләргә ҡарап, үҙ композицияһын тәҡдим итте. Музыка ыңғайына хәрәкәттәрҙе дөрөҫ башҡарыу ҙа мәрәйҙәр йыйыуға ҙур йоғонто яһаны. Был ярыш барыһына ла бик оҡшаны. Һәм оҙайлы ярыштарҙан һуң 2-се рота ҡыҙҙары еңеү яулауға өлгәште. Сиратта – буллит-шоу. Егеттәрҙән ҡалышмай, ҡыҙҙар ҙа, хоккей формалары кейеп, боҙға сыҡтыҡ. Башта – ҙур каска, ҡулда – сәкән, аяҡта, яурында – һаҡланыу саралары. Кейем еңелдән түгел, әммә юғалып ҡалманыҡ. Буллит һуғыуҙа һәр ротаның үҙ һөжүмселәре табылды.
Хоккейҙы ҡарап ултырыуы ғына рәхәт икән. Етеҙлек талап иткән был уйынды, ниһайәт, уйнап ҡараныҡ һәм ул беҙҙә тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә егеттәр иһә хоккейҙы, ысынлап та, оҫта уйнаны. Ҡыҙыу барған ярышта 1-се рота егеттәре етеҙерәк булып сыҡты. Телевизорҙан спорт һөйөүселәрҙең һәммәһе лә шорт-трек ярышын ҡыҙыҡһынып ҡарайҙыр. Коньки кейеп, боҙҙа йүгереү ярышы ла һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Етеҙлек талап иткән был бәйгелә тик егеттәр генә көс һынашты.
Бобслей, скелетон ярыштары һәр спорт көйәрмәненә яҡшы таныш. Ә уларҙа үҙең ҡатнашып ҡарау нисек икән? Беҙҙең уҡыусылар был ярышта ла һынатманы. Санала яңғыҙ йә икешәр кеше ултырып, ваҡытҡа ярыштылар. Кемдер етеҙлектә көс һынашһа, икенселәр был ваҡытта шахмат, шашка буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ ярыштар мәлендә һәр ротаның фотографы ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе фотоға төшөрөп барҙы. Ә ярыштар аҙағында иң уңышлы тип табылған фотоларҙан күргәҙмә ойошторолдо.
Ә 20 февралдә мәктәбебеҙҙә “Атайҙар конференцияһы” үтте. Был көндө барлыҡ атайҙар ҙа мәктәпкә саҡырылды. Осрашыу аҙағында атайҙар ме­нән малайҙар хоккей уйнаны.
Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»   Өлкәндәр ярышҡанда бәләкәй синыфтар ҙа ситтә ҡалманы. Уларға олимпиадала ҡатнашыу өсөн тотош бер көн бүленде. Һәм 1 – 4-се класс уҡыусылары, ике ротаға бүленеп, күңелле эстафетала ярышты, сана, саңғыла уҙышты, 3 – 4-се синыф егеттәре сәкән һуғырға ла өлгөрҙө. Был көн бәләкәстәргә лә, уларҙың уҡытыусыларына ла бик оҡшағандыр. Сөнки беҙҙең мәктәптә хәрәкәттә бәрәкәт икәнен һәр кем яҡшы төшөнә.
Аҙна аҙағында 9 – 10-сы класс егеттәре өсөн “Армияла – бер көн” тип аталған сара үтте. Исеме үк әйтеп тороуынса, был көндә егеттәр­ҙең физик яҡтан әрме сафтарына әҙерлеге баһаланды. Хәрби кейемдәр кейеп, ҡулдарына автомат алып, егеттәр кистән үк мәктәп интернатына урынлашты. Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов һәм Рифат Рамазан улы Мөхәмәтғәлин етәкселегендә улар һалдат тормошо менән яҡындан танышты.
Был сараның иртәгәһенә “Йәгеҙ әле, егеттәр!” бәйгеһе үтте. Һәр ротанан 5-әр егеттән торған команда үҙ-ара тиҙлектә, отҡорлоҡта көс һынашты. Автоматты ваҡытҡа ҡороп йыйыу, турникта күтәрелеү, капитандарҙың ҡул көрәштереүенән тыш, егеттәр ҡыҫҡа ваҡытта “Ватан”, “хеҙмәт”, “хөрмәт”, “һалдат” һүҙҙәрен ҡулланып яҡын кешеләренә хат яҙырға ла, ҡағыҙҙа яҙыл­ған “тәмлекәстәр“ ярҙамында борщ бешерергә лә өлгөрҙө. Ниндәй генә һынауҙар ҡуйылһа ла, һынатманылар. Уларға, афарин, тип әйтергә генә ҡала.
Әйткәндәй, олимпиада барышында өлкән синыф егеттәре һәм ҡыҙҙары барыһы ла тиерлек хәрби формала йөрөнө. Һәр рота үҙ байрағын, стена гәзитен эшләне. Ә олимпиаданы ябыу тантанаһы роталарҙың сағыу сығыштары һәм парад менән тамамланды.
“Олимпиада – 2014” уйыны айырыуса күңелле, яңы уйын төрҙәренә бай, ҡыҙыҡлы булды. Был ярыш һәр кемдең күңелендә дәрт, сәм, илhөйәрлек тойғоһо уятып ҡына ҡалманы, яңы һәләттәр асыуға ла булышлыҡ итте.
Беҙгә ошондай күңелле лә, сәмле лә ярыш ойоштороусы уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт. Олимпиада уйындарын мәктәп күләмендә тәүгеләрҙән булып беҙҙең Әбдел­мәмбәт мәктәбе ойошторуы ла һис ғәжәп түгел. Сөнки мәктәбебеҙ спорт буйынса районда ғына түгел, ә республика кимәлендә лә алдынғы урындарҙы биләй.
Спорт байрамы “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” девизы аҫтында тамамланды. Уның киләсәктә лә яңы дәрт, яңы һулыш менән дауам ителеүен теләйбеҙ.

Нурзилә УСМАНОВА,
Әбделмәмбәт урта
мәктәбе уҡыусыһы.


Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға