«Йәшлек» гәзите » Спорт » Рәсәй 20 йылда үҙ позицияһын ҡайтарҙы



28.02.2014 Рәсәй 20 йылда үҙ позицияһын ҡайтарҙы

Рәсәй 20 йылда үҙ позицияһын ҡайтарҙыйәки Илебеҙ спортсылары Сочиҙағы XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында 13 алтын миҙал яулап, донъяла иң көслө икәнен иҫбатланы
Бына был, исмаһам, уйындар... Илең өсөн ғорурлыҡ тойоп, күпме ҡыуанысты спортсылар менән бергә кисереп, әйтеп бөткөһөҙ уй-хистәр бүләк итте беҙгә Сочи Олимпиадаһы. Бындай ҙур еңеүҙәрҙән һуң хатта мәсхәрәгә ҡалған “ҡыҙыл машина”ның хоккейсыларына булған асыу тойғоһо ла тиҙ арала онотолғандай булды. Беҙҙең спортсылар, 13 алтын, 11 көмөш һәм 9 бронза миҙал яулап, һәр йәһәттән Рәсәй тарихында тәүгә ҙур һөҙөмтәгә өлгәште. Афарин! Улар 1976 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында уңыш ҡаҙанған СССР йыйылма командаһының күрһәткесен уҙып китте. Яҡташтарыбыҙ ун спорт төрөнән миҙаллы булды. Бигерәк тә конькиҙа фигуралы шыуыу, шорт-трек, бобслей, сноуборд ярыштарында Рәсәй спортсыларына етеүсе табылманы.

Шорт-тректан Виктор Ан өс алтын һәм бер бронза миҙал яулаһа, бобслейҙан Александр Зубков менән Алексей Воевода ике тапҡыр юғары баҫҡысҡа күтәрелде, конькиҙа фигуралы шыуыуҙан Татьяна Волосажар менән Максим Траньков ике тапҡыр Олимпия чемпионы булды һәм сноуборд төрөнән Вик Уайлд Рәсәй командаһына Сочиҙың ике “алтын”ын яуланы. Конькиҙа фигуралы шыуыуҙан Аделина Сотникованың уңышы айырым маҡтауға лайыҡ, сөнки Союз заманында ла, әле лә быға тиклем Рәсәй ҡыҙҙарының айырым шәхси беренселектә Олимпия пьедесталының юғары баҫҡысына күтәрелгәне булмай. Шулай уҡ саңғыла йүгереүҙән Максим Вылегжанин да маҡтауға лайыҡ. Ул өс дистанцияла өс тапҡыр икенсе килде. Яҡташыбыҙ, Межгорье һылыуы Ольга Вилухина ла тәүге Олимпиадаһында ике көмөш миҙалы менән Рәсәй биатлонсыларының лидерына әйләнде. Ә инде шорт-трексыларыбыҙ Семен Елистратов менән Руслан Захаров республикабыҙ халҡы күптән көткән уңыш ҡаҙанды. Бобслейҙан Нефтекама спортсыһы Илмир Хужин, Рәсәй командаһының икенсе экипажында дөйөм дүртенсе урынға сығып, киләсәккә өмөт уятты.
Башҡа сит ил спорт геройҙарына килгәндә, Белоруссия биатлонсыһы Дарья Домрачева, ысынлап та, үҙ иленең геройы исеменә лайыҡ. Ул, өс шәхси дистанцияла алдынғылыҡты бирмәй, донъя биатлоны тарихында үҙенсәлекле күрһәткескә өлгәште. Шулай уҡ хәҙер инде данлыҡлы Норвегия вәкиле Уле-Айнар Бьорндален Сочиҙың ике “алтын”ын яулап, бөтәһе һигеҙ тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы булып, донъяның иң мәргән биатлонсыһы һанала. Конькиҙа йүгереүҙә Нидерланд спортсылары аптыратты. Улар был төр буйынса Сочиҙың бөтә миҙалын тиерлек үҙҙәренә алып ҡайтты.

Рәсәй спортсыларының алты Олимпия
уйындары һөҙөмтәһе

Йыл Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын

1994 11 8 4 23 1
1998 9 6 3 18 3
2002 5 4 4 13 5
2006 8 6 8 22 4
2010 3 5 7 15 11
2014 13 11 9 33 1


Семен ЕЛИСТРАТОВ, Башҡор­тостан спортсыһы, Сочиҙағы XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы:

– Мин әле һаман чемпион булыуыма ышана алмайым. Шатлығымдың сиге юҡ. Оҙаҡламай беҙҙең төр хоккей кеүек ҙур популярлыҡ яулауына шигем юҡ. Сөнки ул йылдан-йыл халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, көйәрмәндәр беҙҙең ярыштарға әүҙем йөрөй башланы. Алты тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Виктор Андың беҙҙең командаға килеүе шорт-трекка ҙур этәргес яһаны.

Вик УАЙЛД, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы:
– Ҡот осҡос та ул... Шул хәтлем халыҡ беҙҙе Мәскәүҙә ҡаршыланы. Ул сәскәләр, ул йылы һүҙҙәр... Ысынлап та, Рәсәй халҡы ҡунаҡсыл, изге күңелле кешеләр икән. Америкала булһа, бындай ҡаршылау булмаҫ ине. Мин быны тойҙом һәм Рәсәй намыҫын яҡлауыма ғорурлыҡ кисерәм.
Вик Уайлд Американан күсеп, Рәсәй өсөн Сочиҙа сығыш яһаны. Ҡатыны, Рәсәй спортсыһы, ошо уҡ төрҙән бронза миҙал призеры Алена Заварзина ла уның өсөн бик шат.

Башҡорт еренән – 16 призер

Башҡортостан спортсылары Ҡышҡы Олимпия уйындарында бөтәһе 16 миҙал яулаған. Дүрт алтын, алты көмөш һәм алты бронза миҙал.
“Салауат Юлаев” хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Игорь Кравчук, дүрт Олимпия уйындарында ҡатнашып, дүртеһенән дә миҙалһыҙ ҡайтмай. Ул Рәсәй командаһы составында ике “алтын” һәм берәр “көмөш” менән “бронза”ға эйә. Ишембай һылыуы Галина Куклева биатлон буйынса уйнатылған һәр миҙал төрөн татып өлгөрә. Тау саңғыһынан Олимпия уйындарының көмөш миҙал призеры Светлана Гладышева Союз һәм Рәсәй тарихында әлегә берҙән-бер еңеүсе булып һанала. СССР-ҙың саңғы эстафета командаһы составында ике бронза миҙал яулап, Геннадий Ваганов республикабыҙҙан тәүге Олимпия призеры булараҡ билдәле. Биатлонсы Павел Мөслимов та 1998 йылда Рәсәй эстафета командаһы составында бронза миҙал яулай. 2006 йылда бобслейсы Алексей Селиверстов, дүрт урынлы экипаж составында финишта икенсе ваҡыт күрһәтеп, көмөш миҙал призеры була. Дүрт йылдан һуң өмөтлө биатлонсыбыҙ, Михайловка ауылы егете Максим Чудов Рәсәй командаһы составында “бронза”лы финиш күрһәтә. Быйыл Межгорье еренең һыуын эсеп үҫкән Ольга Вилухина башта шәхси беренселектә икенсе булһа, һуңынан эстафетала ла “көмөш” алыуға тос өлөш индереп, уңыш ҡаҙана. Ә инде күптән көткән “алтын”лы уңышты беҙгә шорт-трексылар Семен Елистратов менән Руслан Захаров килтерә. Улар ҙа эстафетала алдынғылыҡты бирмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға