«Йәшлек» гәзите » Спорт » Олимпиада яңылыҡтары



24.01.2014 Олимпиада яңылыҡтары

Биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы етәкселеге Сочиҙа ҡатнашасаҡ спортсыларҙың исемлеген теркәне. Ир-ат командаһы составында – Антон Шипулин, Дмитрий Малышко, Евгений Устюгов, Алексей Волков, Евгений Гараничев һәм Александр Логинов. Тимофей Лапшин запас биатлонсы булып барасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Ольга Зайцева, Ольга Вилухина, Екатерина Шумилова, Ирина Старых, Яна Романова һәм Екатерина Глазырина, запаста – Галина Нечкасова.

Рәсәй йыйылма хоккей командаһы составына эләккән «Динамо» (Мәскәү) уйынсыһы Сергей Соин, йәрәхәт алыу сәбәпле, төп бәйгенән мәхрүм ҡалды. Уның урынын НХЛ-дың «Каролина» клубында сығыш яһаған билдәле һөжүмсе Александр Семин биләйәсәк. 29 йәшлек хоккейсы быға тиклем Рәсәй командаһы составында уңышлы сығыш яһап, күптәрҙең һөйөүен яулап өлгөргәйне инде.

Конькиҙа фигуралы шыуыуҙан билдәле спортсы, Олимпия уйындары чемпионы Евгений Плющенко, Рәсәй командаһы етәкселеге кәңәшмәһенән һуң, Сочи олимпиадаһында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Сөнки күптән түгел уҙған Рәсәй беренселегенең һайлап алыу турнирында ул үҙенән күпкә йәшерәк Максим Ковтунға еңелеп, күптәрҙе һағайтҡайны. Шулай итеп, тәжрибәлерәк Плющенкоға ышаныс белдерелеп, Рәсәй чемпионы уйындарға запас булып барасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға