24.01.2014 «Салауат юлаев» аутсайдерҙы көскә еңде
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Олимпия уйындары алдынан дүрт осрашыуҙан торған ситтәге тәүге уйынын Хабаровскиҙа урындағы «Амур» командаһы менән башланы.
«Амур» уйынсылары быға тиклем беҙҙең конференцияла турнир таблицаһының һуңғы баҫҡысын биләй ине. Плей-оффҡа эләгергә бар өмөтөн юғалтһа ла, әле улар күптәрҙең башын әйләндерер, моғайын. Әлеге бәйгелә лә майҙан хужалары уларҙан күпкә көслөрәк юлаевсыларға ҡаршы тигеҙ уйнап, өсөнсө осорҙоң һуңғы минуттарына тиклем ҡапҡаларын «ҡоро» тотто. Ә бит өфөләргә еңеү бик кәрәк ине, сөнки уларҙан түбән килгән «Торпедо» командаһы, һуңғы осрашыуҙарҙа барыһын да пыран-зыран килтереп, «Салауат Юлаев»ты ике мәрәйгә үтеп киткәйне. һәм ҡунаҡтар, тырыша торғас, көскә хужаларҙың ҡапҡаһын сылатып, кәрәкле өс мәрәй яуланы. Хәҙер Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре, бер мәрәйгә өҫтөнлөк итеп, дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде.