09.01.2014 Тормош һынауҙарына бирешмәгән спортсыға арналған китап
Сочи ҡалаһында үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был иҫтәлекле ваҡиға алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Барый Ноғомановтың «Бәхетең һинең ҡулдарҙа» исемле китабы донъя күрҙе. Повесть Паралимпия уйындары еңеүсеһе Ирек Зариповҡа арналған.
Ирек Айрат улы 18 йәшендә ҡурҡыныс аварияға осрай, ауыр операция үткәргәндән һуң, уның ике аяғын да ҡырҡалар. Әммә йәш егеттә йәшәргә теләк, дәрт ҙур була, ул спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа урындар ала, спортсының йондоҙло сәғәте 2010 йылда Ванкувер ҡалаһында үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындарында һуға. Ирек Зарипов был уйындарҙа дүрт тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Ауыр тормош һынауҙарына бирешмәгән, ныҡышмал, сәмле егет күптәргә өлгө булырлыҡ.