22.11.2013 Яланда һуғышсы берәү ҙә була ала икән…
Киләһе йылда Бразилияла үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына барасаҡ командаларҙың бөтәһе лә билдәле булды. һуңғы булып урынды Мексика менән Уругвай командалары алды. Ә инде быға тиклем беҙҙең төркөмдә икенсе урын алған Португалия уйынсылары Роналду арҡаһында Швецияны ике уйында еңеп, Бразилияға барыу хоҡуғын алды. Һөҙөмтә: Португалия файҙаһына – 1:0, 3:2. Дүрт голдың да авторы – Роналду. Украина футболсылары ике тупҡа булған өҫтөнлөгөн Францияла юғалтып, чемпионатҡа барыуҙан мәхрүм ҡалды. Өсөнсө бәхетһеҙ тупты украиндар үҙ ҡапҡаһына үҙе индерҙе. Шулай уҡ Хорватия менән Греция командалары ла чемпионатҡа барасаҡ.
Шулай итеп, Бразилияға путевканы Англия, Бельгия, Босния һәм Герцеговина, Германия, Греция, Голландия, Испания, Италия, Рәсәй, Хорватия, Швейцария, Португалия, Франция, Аргентина, Бразилия, Колумбия, Чили, Эквадор, Алжир, Уругвай, Гана, Камерун, Кот-Д'ивуар, Нигерия, Иран, Көньяҡ Корея, Япония, Австралия, АҠШ, Гондурас, Коста-Рика, Мексика командалары яуланы.
Төркөмдәргә бүлеү йәрәбәһе 6 декабрҙә үтәсәк. Рәсәй уйынсылары Голландия, Италия, Англия, Португалия, Греция, Босния һәм Герцеговина, Хорватия менән икенсе кәрзингә эләкте, тимәк, улар бер нисек тә үҙ-ара бер төркөмдә уйнамаясаҡ.